Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡамсы” түгел, “перәник” менән...
“Ҡамсы” түгел, “перәник” менән... Кемдер берәү әйткән: “Эш аҡсала түгел, ә принципта, тип йыш ҡабатлайҙар икән, тимәк, эш – аҡсала”. Был осраҡта беҙгә үҙ килемебеҙҙе иҫкә төшөрөргә тура килә, ә уның төп өлөшө (йәки берҙән-бер сығанағы) – эш хаҡы. Тап хеҙмәт хаҡының аҙ булыуы арҡаһында күп кенә ойошмалар һәм предприятиелар юғары квалификациялы, тәжрибәле кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә лә инде. Хеҙмәт урыны булып та, үҙенең һөнәри оҫталығын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынмаған кешеләр йәмғиәтебеҙҙең бик ҙур өлөшөн тәшкил итә, сөнки улар бындай үҫештең һиҙелерлек матди өҫтөнлөгөн күрмәй.
Бер ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек: хәҙерге ҡатмарлы иҡ­ти­са­ди шарттарҙа һәр һөнәр­мән үҙ вазифаһында ка­мил­лыҡҡа ынтылырға тейеш, ләкин совет заманында уҡ яманаты сыҡҡан “уравниловка” беҙ­ҙең аңға һеңгән, хеҙмәт һө­ҙөм­тәләре менән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмай. Бының сәбәбе ябай: беҙ социаль ғәҙеллекте үҙенсәлекле аңлайбыҙ – эш етеш­тереүсәнлеге түбән булған, һәләте әле башҡарған һөнәренә бик тура килеп бөтмәгән, йыш сирләгән, ялҡаулығын йәки хатта эскелеген еңә алмаған кеше­ләр­ҙе йәлләйбеҙ. Бер ҡараһаң, аң­лашыла – уларҙың да ғаиләләре бар, бала-сағаһын ашатып һәм кейендереп торорға кәрәк бит. Әммә был коллективтың эш сифатында кире сағылыш таба. “Дәүләт – түләгән булып, ә беҙ эшләгән булып ҡыланабыҙ” тигән лаҡап үҙенән-үҙе тыумаған шул, уны быуындар тәжрибәһе барлыҡҡа килтергән.
Тәбиғи, барлыҡ халыҡты ял­ҡау тип булмай. Әйтәйек, Рәсәй­ҙең иҡтисади яҡтан үҫешкән ил­дәргә күсеп киткән һәләтле ға­лимдары, табиптары, эшҡыуар­ҙары һәм башҡа белгестәре, унда йәшәй башлағас, күпкә етештереүсәнлерәк булып китә, үҙенең матди хәлен дә бермә-бер яҡшырта. Улар беҙҙәге “ял­ҡау” халыҡтан түгел, ә хеҙмәткә түләү системаһынан ҡаса бит.
Айырым коллективтарҙың эш һөҙөмтәһе тотош илдең иҡти­са­ди хәлен барлыҡҡа килтерә. Эш хаҡы артһын өсөн ниндәй нигеҙ кәрәк? Әлбиттә, хеҙмәт етеште­реүсәнлегенең арта барыуы. Был хәҡиҡәт электән, бөйөк тәғлимәтселәр Адам Смит менән Карл Маркс әҫәрҙәренән үк бил­дәле: эш хаҡын бер һумға күтә­реү өсөн тәүҙә бер һумға ар­ты­ғыраҡ продукция етеште­рергә кәрәк. Юғиһә өҫтәмә ҡағыҙ аҡса баҫып сығарырға тура ки­ләсәк, ә был инде инфляцияны тағы ла арттыра төшә. Иҡтисад фәндәре докторы Владимир Ди­мов раҫлауынса, Мәскәү ҡала­һын­дағы уртаса эш хаҡы Нью-Йорк­тағы ошо уҡ күрһәткес­тең 25 процентын ғына тәшкил итә. Бында ла шул уҡ сәбәп: АҠШ-тың тулайым эске продук­ты күләме беҙҙең илдәгегә ҡара­ғанда дүрт тапҡырға күберәк бит.
Үткән быуаттың 70-се йылда­ры уртаһында Өфө мо­торҙар эшләү берек­мә­һен­дә миңә АҠШ инженер-көйләүселәре менән бер цехта хеҙмәттәшлек итергә тура килгәйне. Тәүҙәрәк беҙ уларҙың иртән эшкә килгәс тә йәки төшкө тәнәфестән һуң аптырашып ҡа­р­ап торғанына иғтибар итә инек. “Нимәгә тотоноп эшләп ки­тергә белмәйҙәр, ахыры, бына һиңә инженерҙар!” – тип көлө­шөп ала­быҙ үҙебеҙсә. Бының сәбәбен һуңыраҡ аңланым: улар смена башланғанмы-юҡмы, төшкө тә­нә­фес тамамландымы, әллә юҡ­мы икәнен төшөнә алмай ғә­жәп­ләнгән икән. “Һеҙҙең завод­тағы смена осоро беҙҙәге төшкө аш мәлен хәтерләтә”, – тине ми­ңә бер американ һуңыраҡ (икәү­һе урыҫса арыу ғына һөйләшә ине). Быныһын мин улар әйт­мәһә лә беләм, әлбиттә, сөнки ҡорамал эҙләп башҡа цехтарға сығып китеү, күрше цехтағы дуҫыңа хәл белешергә барып килеү (эш ваҡытында!) беҙгә бер нәмә лә түгел ине. Бөтә теләк шул: мастер күреп ҡалып, артыҡ эш ҡушмаһын... Ни тиһәң дә, беҙгә эш күләменә һәм сифатлы деталь яһауға ҡарап түгел, ә алдан билдәләнгән оклад түләй­ҙәр ине. Бер йылдан тағы разряд өҫтәлә. Сменаны нисек “үткәрһәң” дә! Фәҡәт эсеп эшкә сыҡмау кеүек тупаҫ ҡылыҡтарға ғына юл ҡуйма... Бында инде хеҙмәт етештереүсәнлеген күтә­реү, оҫталығыңды арттырыу, шу­ның аша эш хаҡыңды күбәйтеү тураһында һөйләп тороу ҙа урынһыҙ.
Ә бына байрам демонс­тра­ция­һына сығырға кәрәк булһа, кемуҙарҙан исемлеккә инергә тырышабыҙ. Уныһының да сәбә­бе ябай: транспарант тотошоп килһәң – биш һум, ә политбюро ағзаһының портретын күтәргән өсөн ун һум наряд яҙыла. Бәләкәй генә стимул, ә берәү ҙә ҡасып йөрөмәй, үҙе теләп сығырға ынтыла.
Хәйер, аҡсаны күберәк эшләр­гә тырышыуҙың да әллә ни ҙур маҡсаты булманы ул саҡта, сөнки кибеттәрҙә күп әйберҙәргә дефицит, булғанының да сифаты ташҡа үлсәйем. Күрәһең, бөтә был әйберҙәрҙе эшләп сығарыу шундай уҡ “ҡорамал эҙләп” йөрөүселәргә йөкмәтел­гән, ә уларҙың етәкселәренең маҡсаты – күберәк һатып табыш алыу урынына планды үтәү.
Ошо берекмәгә эшкә ингәндә уның ғәйәт ҙур айырым бинаны биләп торған кадрҙар бүлегендә көнө буйы сиратта торорға, төр­лө документтар тултырырға тура килгәйне. Ә бына эштән киткәндә был тупһала ике көн көтөргә мәжбүр булдым! Китеүселәр был предприятиеға урынлашырға теләүселәрҙән дә күберәк... Ул заманда бер заводтан икенсе­һенә барып инеү бик еңел ине, урамдан килгән бер кешене ҡабул итәләр тиһәң дә хата булмаҫ. Ә бит квалификацияны камиллаштырыу, һөнәри үҫеш өсөн бер ерҙә баш баҫып эш­ләүгә етмәй. Коллективтарҙа сығарылған стена гәзиттәрендә бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөүселәргә “летун” ҡушаматы тағалар, карикатура яһап ҡуйырға ла күп һорамайҙар ине. Комсомол комитетына йә булмаһа кадрҙар хеҙмәтенең тәрбиәсе-инструкторына саҡы­р­тып ғаризаны кире алырға бик ҡаты өгөтләйҙәр... Тик шуны­һы: эштән бушатылыусыға ла, заводта оҙаҡ эшләүсегә лә был бер тин дә файҙа бирмәй, зыян да килтермәй...
Халыҡты иҡтисади дәрт­лән­де­реү юлы менән түгел, ә мейегә идеологик төшөн­сә­ләр һеңдереү аша эшләтергә тырышыу СССР кеүек үтә ҙур дәүләттең тарҡалыуына кил­терҙе лә инде. Тимәк, эш хаҡын аҙаҡҡы планға ҡуйыу, “оҙон” аҡса артынан барырға теләүсе­ләргә кәмһетеп ҡарарға саҡырыу дөрөҫ булып сыҡманы бит?! Шул уҡ Себерҙе алып ҡарайыҡ: “оҙон” аҡса яратыусылар табылып тормаһа, Төмәндең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерергә барыусылар, ай-һай, күп булыр ине­ме икән? Юғиһә нефть Баш­ҡортостанда ла бар, Урал ур­ман­дары ла тайганан ҡа­лыш­май...
Колхоздарҙың юҡҡа сығыуын­да ла мин шул уҡ нигеҙҙе – эшкә дәрт тыуҙырмауҙы – сәбәпсе итеп күрәм. Коллектив хужалыҡ­тарға берләшергә мәжбүр ителеп тә, тиҫтәләрсә йылдар бу­йы­на аҡсалата хеҙмәт хаҡы ала алмаған ауыл кешеһенә әле лә еңел түгел. Ер эшен яратма­һаң, үҙ баҫыу-ҡырҙарыңа ғашиҡ булмаһаң, крәҫтиән яҙмышын һайлау мөмкин дә түгелдер, тип уйлайым. Ҡалала булған саҡта улар тир түгеү менән эш хаҡы араһындағы нисбәтте асыҡ күрә бит.
Шул ыңғайы беҙҙең ил төҙө­лөш­тәренә йөҙәрләп һәм меңәр­ләп ағылған Урта Азия вә­кил­дәре иҫкә төшә. Шәхси йорт­тар һалған урындарҙа улар­ҙың, йәйге миҙгелдә иртәнге сәғәт 6-нан эш башлап, төн ур­таһында тамам ҡараңғы төш­кәнгә саҡлы бил бөгөүҙәренә нисәмә тапҡыр шаһит булдым. Улар бында күберәк аҡса эшләү маҡсаты менән килгән шул. “Урта Азияла табиптар, уҡытыу­сылар, конструктор йәки технологтар – күбеһенсә Рәсәйҙән барған кешеләр, тиҙәр, шул дө­рөҫмө?” – тип һораным бер үз­бәктән. “Электән шулай инде ул, – тине теге. – Ни өсөн тиһәң, уларҙың биш йыл белем алып та һуңынан ғүмер буйы бәләкәй генә окладҡа йөрөүе урындағы халыҡ өсөн өлгө түгел. Беҙҙе­келәр сауҙа итеп, еләк-емеш үҫтереп йә кәсепселек менән шөғөлләнеп күберәк аҡса эшләй. Уларҙың ғына хеҙмәт хаҡына нисек туған-тыумаса алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп өй һалырға, туйҙар үткәрергә?”
Бына бит ул нисек, ә беҙ “Эш аҡсала түгел” тигән булабыҙ.
Һәр нәмәнең иҡтисади ниге­ҙе бар. Рәсәйҙә бер нисә быуат буйы крепостной­лыҡ хөкөм һөрөүе, артабан уның коммунистик ҡануниәт менән алмашыныуы ил иҡтисады, тимәк, уның барлыҡ тарихы өсөн дә нигеҙ шарттар булып хеҙмәт иткән. Күп көс һалмай ғына донъя көтөргә тырышыу, булға­нына шөкөр итеп йәшәү милли һыҙатҡа әйләнгән. Ә ундай нигеҙҙе тиҙ генә үҙгәртеп ҡороп булмайҙыр.
Яңыраҡ миңә Өфө полик­лини­каларының береһендә ошо аяуһыҙ хәҡиҡәткә тағы бер тап­ҡыр инанырға тура килде. Ҙур ҡала дауаханаларында ла һирәк осраған ҡорамал – электронейромиография аппараты ҡуйыл­ған бүлмә бикле тора... Унда эшләгән табипты мин шул көндә осраҡлы рәүештә тап иттем, баҡһаң, ниндәйҙер медицина курсына уҡырға ебәргәндәр икән. “Һеҙ уҡыуҙа саҡта бер кем дә эшләмәйме ни бында, был тикшеренеүгә күптәр мохтаж бит?” тигән һорауыма ул былай тине:
– Уҡыу ғына нимә әле, мин өс йыл декрет ялында булғанда ла кабинет буш торҙо, ул ғына эш хаҡына кем килһен, етмәһә, ваҡытлыса...
Шундай уҡ яуапты миңә республика райондарының бере­һендә ишетергә тура килгәйне:
– Почтальон көн дә сыҡҡан гәзитте аҙнаһына бер генә килтерә тиһегеҙме? Беләбеҙ ҙә белеүен... Уны эшенән алһаҡ, биш мең һумлыҡ ҡына хеҙмәт хаҡына кем килһен? Ҡайһы бер ауылдарға бөтөнләй почта таратыусы таба алмайбыҙ.
Нисек кенә ҡараһаң да, төп сәбәп эш хаҡына барып тоташа, шунан ғына бүтән шарттарҙың тәьҫире башлана. Олораҡ бы­уын был иҡтисади ҡанунды бигүк һанға һуҡмаҫҡа ғәҙәт­ләнгән ин­де, ә бына йәштәр... Башҡортос­тан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел булып уҙған кәңәш­мәлә билдәләп үтеүенсә, кеше­ләр эшкә йәлеп ителергә тейеш, ләкин ҡамсылап түгел, ә ошондай шарттарҙа ла тормошто яҡшыртып була икәненә тәғәйен миҫалдар ярҙамында ышандырыу юлы аша.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 361

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 246

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 315

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 268

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 339

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 341

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 321

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 301

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 240

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 1 196

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 1 252

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 1 090