Кемдер берәү әйткән: “Эш аҡсала түгел, ә принципта, тип йыш ҡабатлайҙар икән, тимәк, эш – аҡсала”. Был осраҡта беҙгә үҙ килемебеҙҙе иҫкә төшөрөргә тура килә, ә уның төп өлөшө (йәки берҙән-бер сығанағы) – эш хаҡы. Тап хеҙмәт хаҡының аҙ булыуы арҡаһында күп кенә ойошмалар һәм предприятиелар юғары квалификациялы, тәжрибәле кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә лә инде. Хеҙмәт урыны булып та, үҙенең һөнәри оҫталығын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынмаған кешеләр йәмғиәтебеҙҙең бик ҙур өлөшөн тәшкил итә, сөнки улар бындай үҫештең һиҙелерлек матди өҫтөнлөгөн күрмәй.Бер ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек: хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа һәр һөнәрмән үҙ вазифаһында камиллыҡҡа ынтылырға тейеш, ләкин совет заманында уҡ яманаты сыҡҡан “уравниловка” беҙҙең аңға һеңгән, хеҙмәт һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмай. Бының сәбәбе ябай: беҙ социаль ғәҙеллекте үҙенсәлекле аңлайбыҙ – эш етештереүсәнлеге түбән булған, һәләте әле башҡарған һөнәренә бик тура килеп бөтмәгән, йыш сирләгән, ялҡаулығын йәки хатта эскелеген еңә алмаған кешеләрҙе йәлләйбеҙ. Бер ҡараһаң, аңлашыла – уларҙың да ғаиләләре бар, бала-сағаһын ашатып һәм кейендереп торорға кәрәк бит. Әммә был коллективтың эш сифатында кире сағылыш таба. “Дәүләт – түләгән булып, ә беҙ эшләгән булып ҡыланабыҙ” тигән лаҡап үҙенән-үҙе тыумаған шул, уны быуындар тәжрибәһе барлыҡҡа килтергән.
Тәбиғи, барлыҡ халыҡты ялҡау тип булмай. Әйтәйек, Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәргә күсеп киткән һәләтле ғалимдары, табиптары, эшҡыуарҙары һәм башҡа белгестәре, унда йәшәй башлағас, күпкә етештереүсәнлерәк булып китә, үҙенең матди хәлен дә бермә-бер яҡшырта. Улар беҙҙәге “ялҡау” халыҡтан түгел, ә хеҙмәткә түләү системаһынан ҡаса бит.
Айырым коллективтарҙың эш һөҙөмтәһе тотош илдең иҡтисади хәлен барлыҡҡа килтерә. Эш хаҡы артһын өсөн ниндәй нигеҙ кәрәк? Әлбиттә, хеҙмәт етештереүсәнлегенең арта барыуы. Был хәҡиҡәт электән, бөйөк тәғлимәтселәр Адам Смит менән Карл Маркс әҫәрҙәренән үк билдәле: эш хаҡын бер һумға күтәреү өсөн тәүҙә бер һумға артығыраҡ продукция етештерергә кәрәк. Юғиһә өҫтәмә ҡағыҙ аҡса баҫып сығарырға тура киләсәк, ә был инде инфляцияны тағы ла арттыра төшә. Иҡтисад фәндәре докторы Владимир Димов раҫлауынса, Мәскәү ҡалаһындағы уртаса эш хаҡы Нью-Йорктағы ошо уҡ күрһәткестең 25 процентын ғына тәшкил итә. Бында ла шул уҡ сәбәп: АҠШ-тың тулайым эске продукты күләме беҙҙең илдәгегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк бит.
Үткән быуаттың 70-се йылдары уртаһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә миңә АҠШ инженер-көйләүселәре менән бер цехта хеҙмәттәшлек итергә тура килгәйне. Тәүҙәрәк беҙ уларҙың иртән эшкә килгәс тә йәки төшкө тәнәфестән һуң аптырашып ҡарап торғанына иғтибар итә инек. “Нимәгә тотоноп эшләп китергә белмәйҙәр, ахыры, бына һиңә инженерҙар!” – тип көлөшөп алабыҙ үҙебеҙсә. Бының сәбәбен һуңыраҡ аңланым: улар смена башланғанмы-юҡмы, төшкө тәнәфес тамамландымы, әллә юҡмы икәнен төшөнә алмай ғәжәпләнгән икән. “Һеҙҙең заводтағы смена осоро беҙҙәге төшкө аш мәлен хәтерләтә”, – тине миңә бер американ һуңыраҡ (икәүһе урыҫса арыу ғына һөйләшә ине). Быныһын мин улар әйтмәһә лә беләм, әлбиттә, сөнки ҡорамал эҙләп башҡа цехтарға сығып китеү, күрше цехтағы дуҫыңа хәл белешергә барып килеү (эш ваҡытында!) беҙгә бер нәмә лә түгел ине. Бөтә теләк шул: мастер күреп ҡалып, артыҡ эш ҡушмаһын... Ни тиһәң дә, беҙгә эш күләменә һәм сифатлы деталь яһауға ҡарап түгел, ә алдан билдәләнгән оклад түләйҙәр ине. Бер йылдан тағы разряд өҫтәлә. Сменаны нисек “үткәрһәң” дә! Фәҡәт эсеп эшкә сыҡмау кеүек тупаҫ ҡылыҡтарға ғына юл ҡуйма... Бында инде хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, оҫталығыңды арттырыу, шуның аша эш хаҡыңды күбәйтеү тураһында һөйләп тороу ҙа урынһыҙ.
Ә бына байрам демонстрацияһына сығырға кәрәк булһа, кемуҙарҙан исемлеккә инергә тырышабыҙ. Уныһының да сәбәбе ябай: транспарант тотошоп килһәң – биш һум, ә политбюро ағзаһының портретын күтәргән өсөн ун һум наряд яҙыла. Бәләкәй генә стимул, ә берәү ҙә ҡасып йөрөмәй, үҙе теләп сығырға ынтыла.
Хәйер, аҡсаны күберәк эшләргә тырышыуҙың да әллә ни ҙур маҡсаты булманы ул саҡта, сөнки кибеттәрҙә күп әйберҙәргә дефицит, булғанының да сифаты ташҡа үлсәйем. Күрәһең, бөтә был әйберҙәрҙе эшләп сығарыу шундай уҡ “ҡорамал эҙләп” йөрөүселәргә йөкмәтелгән, ә уларҙың етәкселәренең маҡсаты – күберәк һатып табыш алыу урынына планды үтәү.
Ошо берекмәгә эшкә ингәндә уның ғәйәт ҙур айырым бинаны биләп торған кадрҙар бүлегендә көнө буйы сиратта торорға, төрлө документтар тултырырға тура килгәйне. Ә бына эштән киткәндә был тупһала ике көн көтөргә мәжбүр булдым! Китеүселәр был предприятиеға урынлашырға теләүселәрҙән дә күберәк... Ул заманда бер заводтан икенсеһенә барып инеү бик еңел ине, урамдан килгән бер кешене ҡабул итәләр тиһәң дә хата булмаҫ. Ә бит квалификацияны камиллаштырыу, һөнәри үҫеш өсөн бер ерҙә баш баҫып эшләүгә етмәй. Коллективтарҙа сығарылған стена гәзиттәрендә бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөүселәргә “летун” ҡушаматы тағалар, карикатура яһап ҡуйырға ла күп һорамайҙар ине. Комсомол комитетына йә булмаһа кадрҙар хеҙмәтенең тәрбиәсе-инструкторына саҡыртып ғаризаны кире алырға бик ҡаты өгөтләйҙәр... Тик шуныһы: эштән бушатылыусыға ла, заводта оҙаҡ эшләүсегә лә был бер тин дә файҙа бирмәй, зыян да килтермәй...
Халыҡты иҡтисади дәртләндереү юлы менән түгел, ә мейегә идеологик төшөнсәләр һеңдереү аша эшләтергә тырышыу СССР кеүек үтә ҙур дәүләттең тарҡалыуына килтерҙе лә инде. Тимәк, эш хаҡын аҙаҡҡы планға ҡуйыу, “оҙон” аҡса артынан барырға теләүселәргә кәмһетеп ҡарарға саҡырыу дөрөҫ булып сыҡманы бит?! Шул уҡ Себерҙе алып ҡарайыҡ: “оҙон” аҡса яратыусылар табылып тормаһа, Төмәндең нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерергә барыусылар, ай-һай, күп булыр инеме икән? Юғиһә нефть Башҡортостанда ла бар, Урал урмандары ла тайганан ҡалышмай...
Колхоздарҙың юҡҡа сығыуында ла мин шул уҡ нигеҙҙе – эшкә дәрт тыуҙырмауҙы – сәбәпсе итеп күрәм. Коллектив хужалыҡтарға берләшергә мәжбүр ителеп тә, тиҫтәләрсә йылдар буйына аҡсалата хеҙмәт хаҡы ала алмаған ауыл кешеһенә әле лә еңел түгел. Ер эшен яратмаһаң, үҙ баҫыу-ҡырҙарыңа ғашиҡ булмаһаң, крәҫтиән яҙмышын һайлау мөмкин дә түгелдер, тип уйлайым. Ҡалала булған саҡта улар тир түгеү менән эш хаҡы араһындағы нисбәтте асыҡ күрә бит.
Шул ыңғайы беҙҙең ил төҙөлөштәренә йөҙәрләп һәм меңәрләп ағылған Урта Азия вәкилдәре иҫкә төшә. Шәхси йорттар һалған урындарҙа уларҙың, йәйге миҙгелдә иртәнге сәғәт 6-нан эш башлап, төн уртаһында тамам ҡараңғы төшкәнгә саҡлы бил бөгөүҙәренә нисәмә тапҡыр шаһит булдым. Улар бында күберәк аҡса эшләү маҡсаты менән килгән шул. “Урта Азияла табиптар, уҡытыусылар, конструктор йәки технологтар – күбеһенсә Рәсәйҙән барған кешеләр, тиҙәр, шул дөрөҫмө?” – тип һораным бер үзбәктән. “Электән шулай инде ул, – тине теге. – Ни өсөн тиһәң, уларҙың биш йыл белем алып та һуңынан ғүмер буйы бәләкәй генә окладҡа йөрөүе урындағы халыҡ өсөн өлгө түгел. Беҙҙекеләр сауҙа итеп, еләк-емеш үҫтереп йә кәсепселек менән шөғөлләнеп күберәк аҡса эшләй. Уларҙың ғына хеҙмәт хаҡына нисек туған-тыумаса алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп өй һалырға, туйҙар үткәрергә?”
Бына бит ул нисек, ә беҙ “Эш аҡсала түгел” тигән булабыҙ.
Һәр нәмәнең иҡтисади нигеҙе бар. Рәсәйҙә бер нисә быуат буйы крепостнойлыҡ хөкөм һөрөүе, артабан уның коммунистик ҡануниәт менән алмашыныуы ил иҡтисады, тимәк, уның барлыҡ тарихы өсөн дә нигеҙ шарттар булып хеҙмәт иткән. Күп көс һалмай ғына донъя көтөргә тырышыу, булғанына шөкөр итеп йәшәү милли һыҙатҡа әйләнгән. Ә ундай нигеҙҙе тиҙ генә үҙгәртеп ҡороп булмайҙыр.
Яңыраҡ миңә Өфө поликлиникаларының береһендә ошо аяуһыҙ хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр инанырға тура килде. Ҙур ҡала дауаханаларында ла һирәк осраған ҡорамал – электронейромиография аппараты ҡуйылған бүлмә бикле тора... Унда эшләгән табипты мин шул көндә осраҡлы рәүештә тап иттем, баҡһаң, ниндәйҙер медицина курсына уҡырға ебәргәндәр икән. “Һеҙ уҡыуҙа саҡта бер кем дә эшләмәйме ни бында, был тикшеренеүгә күптәр мохтаж бит?” тигән һорауыма ул былай тине:
– Уҡыу ғына нимә әле, мин өс йыл декрет ялында булғанда ла кабинет буш торҙо, ул ғына эш хаҡына кем килһен, етмәһә, ваҡытлыса...
Шундай уҡ яуапты миңә республика райондарының береһендә ишетергә тура килгәйне:
– Почтальон көн дә сыҡҡан гәзитте аҙнаһына бер генә килтерә тиһегеҙме? Беләбеҙ ҙә белеүен... Уны эшенән алһаҡ, биш мең һумлыҡ ҡына хеҙмәт хаҡына кем килһен? Ҡайһы бер ауылдарға бөтөнләй почта таратыусы таба алмайбыҙ.
Нисек кенә ҡараһаң да, төп сәбәп эш хаҡына барып тоташа, шунан ғына бүтән шарттарҙың тәьҫире башлана. Олораҡ быуын был иҡтисади ҡанунды бигүк һанға һуҡмаҫҡа ғәҙәтләнгән инде, ә бына йәштәр... Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел булып уҙған кәңәшмәлә билдәләп үтеүенсә, кешеләр эшкә йәлеп ителергә тейеш, ләкин ҡамсылап түгел, ә ошондай шарттарҙа ла тормошто яҡшыртып була икәненә тәғәйен миҫалдар ярҙамында ышандырыу юлы аша.