Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бурысҡа батма – гонаһ алма
Рамаҙан айында булып уҙған ваҡиғаларға күҙ һалғанда, Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан тыйылған риба (ул ғәрәп телендә “артыу” тигәнде аңлата) көнүҙәк проблема икәнлеген күрһәтте. Ул бурысҡа алыу-биреүгә бәйле.

Грециялағы референдум процентҡа аҡса биреүҙең, йәғни рибаның, ҙур гонаһ булғанын йәнә бер ҡат раҫланы. Меңдәрсә йыл элек Ғәрәбстанда тыуып, көтөү көтөп буй еткергән Рәсүлебеҙ, банктың, капитализмдың нимә икәнен белмәһә лә, “Кеше рибаны ни тиклем йышыраҡ ҡулланһа, һуңғы көнөндә шул ҡәҙәр юғалтыуға дусар булыр”, тип әйтеп ҡалдырған. Ә “Әл-Бәҡара” сүрәһендә: “Аллаһ һатыу-алыуҙы – хәләл, ә рибаны хәрәм ҡылды”, – тиелгән. Процентҡа бурыс биреүҙең (алыуҙың) дөрөҫ түгеллеге хаҡында башҡа диндәрҙә лә әйтелә, ҡайһы бер шәхестәр ҙә уны телгә ала. Мәҫәлән, Аристотель бының кеше тәбиғәтенә ҡаршы килгәнен билдәләй, Будда – ялғанға, күрәҙәлеккә, мутлыҡҡа, ә Карл Маркс ҡанһыратҡан паразитҡа тиңләй.
Бөгөнгө капитализм шарттарында был алым иң көслө эксплуатация сараһына әйләнде. Ул барыһын да кредитҡа һатып алыуға этәрә. Башлыса бурысҡа йәшәргә тырышыу кешелә эшләмәйенсә лә байып була тигән яңылыш фекер тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта кредитты ваҡытында ҡаплай алмаған ҡайһы берәүҙәр үҙе яратмаған эште башҡарырға ла ризалаша. Процентҡа аҡса алған кеше кредиторҙың ҡолона әйләнә.
Батшаның шахмат уйынын уйлап сығарған кешене бүләкләүе тарихын иҫкә төшөрәйек. Таҡталағы беренсе шаҡмаҡ өсөн – бер, икенсеһенә – ике, артабан геометрик прогрессия буйынса 4, 8, 16, 32, 64 бөртөк ярма түләнергә тейеш булған. Быны батша күп тип һанамаған. Бөгөн бындай күләмдәге бурысты түләп бөтөр өсөн 440 йыл буйына барлыҡ донъя етештергән ашлыҡ кәрәк булыр ине! Тағы ла бер миҫал. Әгәр беҙҙең эра башланған йылда кемдер бер пенни (Англияның алтын тине) аҡсаны дүрт процентҡа бурысҡа алған булһа, уны ҡайтарыу өсөн 1750 йылда Ер шарына тиң алтын кәрәгер ине.
Кредиттың зыянын тиҙ генә күреп тә, аңлап та булмай. Мәҫәлән, кемдеңдер – дөйә һатып аламы ул йәки төймәме – үҙе лә һиҙмәҫтән процент түләүе ихтимал. Ниңә тигәндә, был малды үрсеткән, тауарҙы етештергән кешенең шөғөлө өсөн алған кредиты булыуы мөмкин. Бер ғәйепһеҙ һатып алыусы уның процентын түләргә мәжбүр була. Ошондай хәрәм өлөш – кемдер өсөн табыш.
Көнбайыш дәүләттәре рибаны Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя банкы һымаҡ институттар аша башҡа дәүләттәрҙе талау сараһына әйләндерҙе. Уларға бурысҡа аҡса биреп, үҙҙәренең “фәнни тәҡдиме”н (бушлай белем биреүҙән, дауалауҙан, ауыл хужалығына дотация, субсидия бүлеүҙән баш тартыу һәм башҡалар) мотлаҡ үтәүҙе шарт итеп ҡуйыу – әлеге банкстерҙарҙың төп алымы. Ошо йәһәттән тәбиғәт шарттары ожмахҡа тиң Гаитиҙы миҫалға килтереп була. Утрауҙан колонизаторҙарҙы ҡыуып сығарғас, Франция был яңы дәүләткә 150 миллион франк бурысын ҡапларға ҡуша. Эмбарго, санкциялар аша банкстерҙар Гаитиҙы донъяның иң ярлы төбәгенә әйләндерә.
Ә бына Исландия, Европа союзына ингәс, тиҙ арала банктар файҙаһына иҡтисади структураһын үҙгәртә. Кредит алып, дәүләт матди хәлен яҡшыртыуға өлгәшә, донъяла иң байҙар рәтенә инә. Ләкин бурысты ҡайтарыу ваҡыты еткәс, кеҫәлә аҡса ҡалмағанлығы асыҡлана. 2008 йылда Исландияның, әлеге Греция халҡы һымаҡ референдум үткәреп, кредитты ҡайтарыуҙан баш тартҡаны мәғлүм.
Грецияға килгәндә, был проблеманы референдум аша хәл итеү бигүк дөрөҫ түгел тип баралар. Йәнәһе, ундай мәсьәләне халыҡ ҡарамағына ҡуйһаң, мәҫәлән, пенсияға сығыу йәшен, чиновниктарға эш хаҡын арттырып булмаҫ ине, тиҙәр. Гректарҙың күпселеге бурысты түләү кәрәклеген аңлаған, әммә тауыш биргәндә бөгөнгө кредит системаһының ғәҙел түгеллеген күҙ уңында тотҡандарҙыр. Һис шикһеҙ, был иҡтисади мәсьәләне демократик юл менән хәл итеү мөмкинлеге булған.
Бурысы Грецияныҡынан байтаҡҡа күп Италия менән Португалияның да ошо хәлгә төшөүе бик ихтимал. Уларҙан түләттереп алыу өсөн нимәгә барып етерҙәрен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ә донъялағы иң ҙур бурыслы дәүләттән – Америка Ҡушма Штаттарынан – бирелгәнде бөтөнләй алып булмаҫын аңлаһаң, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хаҡлығына тағы бер ҡат инанырға ғына ҡала.




Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 6

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә