Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сәфәр тәьҫораттары
Миләүшә ӘХМӘҘИЕВА,
Өфөләге 140-сы башҡорт
гимназияһы уҡытыусыһы:
– 1995 йылда, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алғанда, курс менән Төркиәгә сәйәхәт ҡылдыҡ. Ошо сәфәр күңелемдә иң яҡты хәтирә булып һаҡлана.
Беҙҙе төрөк теле уҡытыу­сылары тыуған ере менән таныштырыу маҡсатында алып ҡайтҡайны. Сәфәрҙә бер ай самаһы булып, 17 ҡаланы күр­ҙек. Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙә­ренең ауылына ла алып барҙы. Унда беҙҙең кеүек ябай халыҡ йәшәй.
Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы, фә­һем­ле, мауыҡтырғыс үтте. Төр­киәнең барлыҡ тарихи ҡо­март­ҡыларын, ер-һыу байлыҡ­тарын тиерлек күрҙек. Ауыр заманда беҙгә шундай мөмкин­лек тыуҙырған уҡытыусыла­рыбыҙға, юғары уҡыу йорто, факультет етәкселегенә рәхмә­тем сикһеҙ. Төркиәгә сәфәрем – йәшлегемдең иң матур ваҡиғаларының береһе.

Рәсилә НИҒМӘТУЛЛИНА,
Мәләүез ҡалаһы:
– Бер нисә көн элек кенә улым һәм ҡыҙым менән Төркиәнән ҡайт­тыҡ. Был – сит илгә өсөнсө сәфәрем. Һәр ваҡыт­тағыса, рәхәтләнеп ял иттек.
Беҙ был юлы урынлашҡан Сиде – боронғо ҡала. Ундағы амфитеатр, музей балаларыма айырыуса оҡшаны. Шулай уҡ киң билдәле Памуккалела булдыҡ. Күптәр беләлер: кальций минералынан мамыҡ кеүек аҡ тау барлыҡҡа килгән. Был күре­неште “донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе” тип тә йөрөтәләр икән.
Төрөктәр – ифрат ҡунаҡсыл халыҡ. Балаларға айырыуса ҙур иғтибар бүләләр, улар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторалар, татлы ризыҡтары менән һыйлайҙар. Әйткәндәй, Рамаҙан айында күптәре ураҙа тота ине.
Үҙем төрөк телен ярайһы уҡ беләм, шуға күрә аралашыу еңел бирелә. Был юлы ла тәржемәсе ролен йыш үтәргә тура килде.
Дөйөм алғанда, һәммәбеҙ ҙә Төркиәнән яңы көс-дәрт алып ҡайттыҡ. Клеопатра бассейнында һыу инеп, тағы ла йәшәреп киттем кеүек.

Дим СӘЙФУЛЛИН,
Ҡариҙел районы:
– Быға ҡәҙәр ҡатыным менән Египетта, Кипрҙа ял итергә ярата торғайныҡ. Атай-әсәй булғас, йоланы үҙгәртергә тура килде. Интернеттан ҡарап, таныш-тоноштан һорашып, бала менән ял итеү өсөн иң уңайлыһы Төркиәлә икәнлеген белдек. Ысынлап шулай. Был илдә бәләкәстәргә ҙур иғтибар бүленә, яҡшы шарттар тыуҙы­рылған. Улыбыҙ бассейнда йөҙөп рәхәтләнде, уйындарҙа ҡат­наш­ты.
Әлбиттә, бәләкәй бала ме­нән барғанлыҡтан, экскурсия­ларға йыш йөрөп булманы. Шулай ҙа үҙебеҙгә етерлекте күрҙек, тип әйтергә мөмкин. Мәҙәниәттең, йолаларҙың, телдең оҡшаш булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә икән. Шулай ҙа сауҙа итеү буйынса айырмалыҡ бар. Был йәһәттән төрөктәр алға киткән, уларҙан күп нәмәгә өйрәнәһе бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә