Сәфәр тәьҫораттары07.07.2015
Миләүшә ӘХМӘҘИЕВА,
Өфөләге 140-сы башҡорт
гимназияһы уҡытыусыһы:
– 1995 йылда, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алғанда, курс менән Төркиәгә сәйәхәт ҡылдыҡ. Ошо сәфәр күңелемдә иң яҡты хәтирә булып һаҡлана.
Беҙҙе төрөк теле уҡытыусылары тыуған ере менән таныштырыу маҡсатында алып ҡайтҡайны. Сәфәрҙә бер ай самаһы булып, 17 ҡаланы күрҙек. Уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең ауылына ла алып барҙы. Унда беҙҙең кеүек ябай халыҡ йәшәй.
Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс үтте. Төркиәнең барлыҡ тарихи ҡомартҡыларын, ер-һыу байлыҡтарын тиерлек күрҙек. Ауыр заманда беҙгә шундай мөмкинлек тыуҙырған уҡытыусыларыбыҙға, юғары уҡыу йорто, факультет етәкселегенә рәхмәтем сикһеҙ. Төркиәгә сәфәрем – йәшлегемдең иң матур ваҡиғаларының береһе.
Рәсилә НИҒМӘТУЛЛИНА,
Мәләүез ҡалаһы:
– Бер нисә көн элек кенә улым һәм ҡыҙым менән Төркиәнән ҡайттыҡ. Был – сит илгә өсөнсө сәфәрем. Һәр ваҡыттағыса, рәхәтләнеп ял иттек.
Беҙ был юлы урынлашҡан Сиде – боронғо ҡала. Ундағы амфитеатр, музей балаларыма айырыуса оҡшаны. Шулай уҡ киң билдәле Памуккалела булдыҡ. Күптәр беләлер: кальций минералынан мамыҡ кеүек аҡ тау барлыҡҡа килгән. Был күренеште “донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе” тип тә йөрөтәләр икән.
Төрөктәр – ифрат ҡунаҡсыл халыҡ. Балаларға айырыуса ҙур иғтибар бүләләр, улар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторалар, татлы ризыҡтары менән һыйлайҙар. Әйткәндәй, Рамаҙан айында күптәре ураҙа тота ине.
Үҙем төрөк телен ярайһы уҡ беләм, шуға күрә аралашыу еңел бирелә. Был юлы ла тәржемәсе ролен йыш үтәргә тура килде.
Дөйөм алғанда, һәммәбеҙ ҙә Төркиәнән яңы көс-дәрт алып ҡайттыҡ. Клеопатра бассейнында һыу инеп, тағы ла йәшәреп киттем кеүек.
Дим СӘЙФУЛЛИН,
Ҡариҙел районы:
– Быға ҡәҙәр ҡатыным менән Египетта, Кипрҙа ял итергә ярата торғайныҡ. Атай-әсәй булғас, йоланы үҙгәртергә тура килде. Интернеттан ҡарап, таныш-тоноштан һорашып, бала менән ял итеү өсөн иң уңайлыһы Төркиәлә икәнлеген белдек. Ысынлап шулай. Был илдә бәләкәстәргә ҙур иғтибар бүленә, яҡшы шарттар тыуҙырылған. Улыбыҙ бассейнда йөҙөп рәхәтләнде, уйындарҙа ҡатнашты.
Әлбиттә, бәләкәй бала менән барғанлыҡтан, экскурсияларға йыш йөрөп булманы. Шулай ҙа үҙебеҙгә етерлекте күрҙек, тип әйтергә мөмкин. Мәҙәниәттең, йолаларҙың, телдең оҡшаш булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә икән. Шулай ҙа сауҙа итеү буйынса айырмалыҡ бар. Был йәһәттән төрөктәр алға киткән, уларҙан күп нәмәгә өйрәнәһе бар.