Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡош-ҡорт аҫрау отошло
Ҡош-ҡорт аҫрау отошло Өфө урамында студент саҡтағы танышымды осраттым. Алыҫ Мысырҙан ғаиләһе менән ял итеп ҡайтып килә ине. Тарих факультетын тамамлаған егетте һуңғы тапҡыр мәктәптә эшләй башлаған сағында күргәйнем. Егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән. Өйләнеп, сабыйҙары донъяға килгәс, артабан уҡытыусының эш хаҡына ғына йәшәп, фатирлы була алмаясағын аңлаған Азат тыуған яғына ҡайтып китеүе, буш торған ферманы ҡуртымға алып, ҡаҙ бәпкәләре үҫтереүе хаҡында һөйләне.
Ҡайһы берәүҙәрҙең эше хаҡында тәфсирләп һөйләп бармауы, күҙ тейеү­ҙән ҡурҡыуы Азатҡа ла хас булып сыҡ­ты. Әммә уның бөгөнгө йәшәү рә­үе­шенән ҡаҙ үҫтереүҙең табышлы шөғөл икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел ине. Өфөлә фатир алған, йыл да сит илгә сәйәхәткә барырға тырышалар.
– Бына шулай, дуҫ, ҡаҙ ҡауры­йы­нан аҡса һибелә, – тине ул, шаяр­тып. – Әммә бының өсөн тәүәккәл бу­лырға, аҙыраҡ йоҡларға, күп көс түгергә кәрәк.
Эш сәфәре менән йөрөгәндә Стәр­лебаш районындағы ханым да әлеге танышымдың һүҙен раҫланы. Мәктәптә ҡыҫҡартыуға эләккәненә ҡайғыр­май ул. Бөгөн башкөллө тауыҡ үрсе­теүгә, йомортҡа һатыуға тотонған.
– Хәҙер шәхси хужалыҡтарҙа тәбиғи шарттарҙа үҫтергән таҙа ризыҡты алырға тырышалар. Шуға ла ҡала хал­ҡы алдан заказ биреп ҡуя, хатта өл­гөр­төп булмай әле, – тип йылмая ҡа­сан­дыр балаларға белем биреүҙән башҡа өлкәлә эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәгән яңы танышым. – Ҡайһы берәүҙәр эш башлайым тип бурысҡа батып бөтә. Ә был – анһат шөғөл, йы­йынтыҡ аҡсам бар ине, шуға та­уыҡтар һатып алдым да тәүәккәлләп тотондом.
Ысынлап та, белгестәр ҡош-ҡорттоң тиҙ өлгө­рөүен, әллә ни сығым талап итмәүен, иртә килем бирә башлауын билдәләй. Йәнә ҡош ите юғары ка­лория­лы, табын йәме булыуы менән отош­ло.
Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар ҙа инде мал, ҡош-ҡорт тотоуҙан төңөлә башла­ған халыҡта ниндәйҙер дәрт уятып ебәргәндәй булды. Ил етәк­селәре лә һиҫкәнде: ни генә тимә, халҡын ризыҡ менән тәьмин иткән, туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө, еренә хужа тип иҫәпләй ала.
Ошондай шарттарҙа республикала ҡошсолоҡ тармағы нисек үҫешә һуң? Ауыл хужалығы министр­лығы мәғлү­мәт­тәре буйынса, төбәк ҡош ите етеш­тереү буйынса Рәсәйҙә 12-се урынды биләй.
Былтыр тереләй килеш 92 мең тон­на ҡош ите һатылып, үҫеш 0,8 процент тәшкил иткән. Йыл башына барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 10 миллион 587 мең баш ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ аҫралған. Шуның 67 проценты – аграр етештереү предприятиеларына, 30-ы – шәхси, ә өс проценты фермер хужалыҡтарына тура килә. Иң күбе – тауыҡ (83 процент).
Шулай ҙа, ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, ҡош­солоҡ буйынса мөмкин­лек тулы­һынса файҙаланылмай әле. Мәҫәлән, һәр кеше йылына 30 килограмм ҡош ите ашарға тейеш булһа, беҙҙең предприятиелар бөгөн 18 килограмм ғына етештерә. Ярай әле һуңғы йылдарҙа Мәләүез районында М. Ғафури исе­мен­дәге, Әлшәйҙә “Башҡорт бройлеры” акционерҙар йәмғиәттәре эшләй башланы. Юғиһә был һандар тағы ла кә­ме­рәк булыр ине. Әлбиттә, тармаҡты үҫ­те­реүгә йүнәлтелгән проекттар килә­сәктә һөҙөмтәне арттырыр тип көтөлә.
Йомортҡа етештереү буйынса был­тыр­ғы күрһәткестәр унан алдағы йыл­дарҙан түбәнерәк булған. 2014 йылда 750 миллион дана йомортҡа алынып, бер йыл элекке осор менән сағыш­тыр­ғанда, һигеҙ процентҡа аҙыраҡ теркәл­гән. Бының сәбәбе “Башҡортостан”, “Туймазы”, “Юбилей” ҡошсолоҡ фабри­ка­ларының ҡеүәте кәмеүендә.
Шул уҡ ваҡытта импортты сикләү халыҡ араһында фермерҙар етештер­гән ит, йоморт­ҡаға ихтыяжды арт­тыр­ған. Бер аҙ ҡыйбатыраҡ булһа ла, кешеләр үҙебеҙҙекен һайларға тыры­ша, экологик йәһәттән таҙа мөхиттә үҫтерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә.
Дөйөм алғанда, илдәге иҡтисади хәл респуб­ликаның ҡошсолоҡ йүнәле­шен­дә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. Николай Коваленко белдереүен­сә, ҡошсолоҡ тармағын киңәйтеү, һатып алыу­сыларҙы продукция менән тәьмин итеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, Благовар тоҡомсолоҡ пред­приятиеһында күптән түгел яңы ҡаҙ тоҡомон уйлап сығарҙылар. Әле ул – Рәсәйҙә өйрәк үрсетеү, йомортҡа етеш­тереү, селекция эше менән уңыш­лы шөғөл­лән­гән берҙән-бер предприятие. Утыҙ­ҙан ашыу ҡошсолоҡ фаб­ри­каһы менән тығыҙ эш иткән заводты БДБ илдәрен­дә лә яҡшы белә­ләр. Ул төрлө төбәк­тәр­гә йылына 20 миллион дана йо­морт­ҡа, 10 миллиондан ашыу себеш, бәпкә оҙа­та. Шулай уҡ “Әсән” асыҡ акцио­нерҙар йәм­ғиәтен­дә лә линда то­ҡомло ҡаҙҙар үрсетеү йә­һә­тенән ҙур эш алып барыла.
Әлбиттә, бөтөн кеше лә шунда уҡ аҡсаһын табып, ҡаҙ үрсетеүгә тотона ал­май. Был йә­һәттән “Башҡорт ҡаҙы” предприятие­һы был шөғөлдө үҙ итеү­се­ләргә уңышлы ысул тәҡдим итә. 2011 йылдан ул килешеү нигеҙендә хужа­лыҡ­тарға ҡаҙ бәпкәһен бушлай тарата. Мәҫәлән, яҙын уларҙан йөҙ баш бәпкә алһаң, дүрт айҙан һуң уның егермеһен кире тап­шыра­һың. Предприятиеның генераль директоры Рәсим Сә­йетбатталов әйтеүенсә, был алымды күптәр шатланып ҡабул иткән. Һуңғы йыл­да ғына 150 мең баш бәпкә ошо маҡсатта тара­тылған. Бынан тыш, ойош­ма ҡаҙ мамығын һатып ала.
Әлбиттә, тармаҡта бөтә­һе лә ал да гөл түгел әле. Ҡайһы бер инкубатор станциялары ябылыуға юл ҡуйылған, уларҙы ҡабаттан тергеҙеү бурысы то­ра, ҡаҙ, өйрәк кеүек ҡош­тар­ҙы ныҡлап эшкәртеү йәһә­те­нән яңы за­вод төҙөү ҙә көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Белгестәр раҫлауынса, 2017 йылға рес­публикала һәр кешегә ҡош ите етеш­тереү 35 килограмға тиклем еткереләсәк.



Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә