Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көслөләр араһында нығынды
Өфөләге яңыртылған “Нефтсе” стадионында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙған миҙгелде уңышлы тамамлап, Рәсәй Премьер-лигаһында нығынған “Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәй ки­мә­лендәге уңышлы уйындары менән ҡотла­ны.
– Дүрт йыл эсендә “Өфө” футбол клубы ҙур һәм һөҙөмтәле юл уҙҙы. Әммә туҡтап ҡа­лырға ярамай. Киләһе миҙгелде үҙебеҙҙең стадионда тағы ла яҡшыраҡ итеп үткәрергә яҙһын, — тине республика етәксеһе.
Уның әйтеүенсә, клуб тейешле кимәлдә финансланасаҡ. Команда Премьер-лигала үҙен башҡалар менән тиң тойорға тейеш. Аҡса менән тәьмин итеү сығанаҡтары билдәләнгән.
– Балалар футбол майҙансыҡтары янынан үттем. Бөгөн бында 400 – 500 баланың шө­ғөлләнеүен беләм. Төҙөлөш эше тамамланыу менән меңгә яҡын кеше күнекмәгә йәлеп ителәсәк. Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, башҡа урындарҙа ла спорт мәктәбе бүлексәләре эшләһен ине. Беҙгә йәштәрҙе күпләп ылыҡтырыу шарт, сөнки Башҡортостан футболының киләсәге тап ошонан тора, — тине Рөстәм Зәки улы.
Клуб етәкселеге, баш тренер Игорь Колыванов, уйынсылар төбәк етәксеһенә ҙур яр­ҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов клуб президенты – Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиевкә көйәрмәндәр өсөн транспорт логистикаһы мәсьәләһен хәл итергә ҡушып, команданың һәр уйынына кәмендә 10 мең кеше килһен ине тигән теләк белдерҙе. Ул шулай уҡ тиҙҙән “Өфө” футбол клубының Ағиҙел ярындағы уҡыу-күнекмә базаһына реконструкция үткәреләсәге хаҡында хәбәр итте.



Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә