Көслөләр араһында нығынды03.06.2015
Өфөләге яңыртылған “Нефтсе” стадионында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов уҙған миҙгелде уңышлы тамамлап, Рәсәй Премьер-лигаһында нығынған “Өфө” футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты.
Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәй кимәлендәге уңышлы уйындары менән ҡотланы.
– Дүрт йыл эсендә “Өфө” футбол клубы ҙур һәм һөҙөмтәле юл уҙҙы. Әммә туҡтап ҡалырға ярамай. Киләһе миҙгелде үҙебеҙҙең стадионда тағы ла яҡшыраҡ итеп үткәрергә яҙһын, — тине республика етәксеһе.
Уның әйтеүенсә, клуб тейешле кимәлдә финансланасаҡ. Команда Премьер-лигала үҙен башҡалар менән тиң тойорға тейеш. Аҡса менән тәьмин итеү сығанаҡтары билдәләнгән.
– Балалар футбол майҙансыҡтары янынан үттем. Бөгөн бында 400 – 500 баланың шөғөлләнеүен беләм. Төҙөлөш эше тамамланыу менән меңгә яҡын кеше күнекмәгә йәлеп ителәсәк. Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, башҡа урындарҙа ла спорт мәктәбе бүлексәләре эшләһен ине. Беҙгә йәштәрҙе күпләп ылыҡтырыу шарт, сөнки Башҡортостан футболының киләсәге тап ошонан тора, — тине Рөстәм Зәки улы.
Клуб етәкселеге, баш тренер Игорь Колыванов, уйынсылар төбәк етәксеһенә ҙур ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов клуб президенты – Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиевкә көйәрмәндәр өсөн транспорт логистикаһы мәсьәләһен хәл итергә ҡушып, команданың һәр уйынына кәмендә 10 мең кеше килһен ине тигән теләк белдерҙе. Ул шулай уҡ тиҙҙән “Өфө” футбол клубының Ағиҙел ярындағы уҡыу-күнекмә базаһына реконструкция үткәреләсәге хаҡында хәбәр итте.