Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күптәр күрәләтә алдана
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Финанс министрлығының 2014 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралған, быйыл үтәйһе бурыстар билдәләнгән коллегия ултырышында сығыш яһаны.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, былтыр Рәсәй­ҙең бюджет системаһына Башҡортостандан 560 миллиард һумдан ашыу килем индерелгән, был иһә 2013 йылдыҡынан 10,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта республиканың тупланма бюджетына 133 миллиард һум ингән, һәм ул һан 2013 йылдағынан ни бары 5,3 процентҡа юғары. Был Техник регламенттың үҙгәреүенә, шул арҡала нефть продукттары һатыуҙан пландағынан 2,5 миллиард һумға аҙыраҡ табыш алыу менән бәйле. Алкоголле эсемлектәргә акциз буйынса план 1,5 миллиард һумға тиерлек кәметелгән. Эш хаҡының яй үҫеүе кешеләрҙең килеменә һалымдан көтөлгән керемдең 2,8 миллиард һумға ҡыҫҡарыуына сәбәп булған.
Быйылға республика бюджеты 97,6 миллиард һум күләмендә раҫланған. Был планды үтәү өсөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һалым керемдәренең тотороҡлолоғон тәьмин итеү, дәүләт һәм муниципалитет мөлкәтен, ерҙе файҙаланыуҙан алынған килемде арттырыу, ойошма етәкселәре менән тығыҙ эшләп, яңы аҡса сығанаҡтарын табыу кәрәк. Бынан тыш, бюджетҡа ла, мотлаҡ медицина, социаль страховка һәм пенсия фондтарына ла керем күләменә шаҡтай ҙур кире йоғонто яһаған “һоро” эш хаҡына ҡаршы көрәште көсәйтеү зарурлығы билдәләнде.
– Һеҙҙең ведомство халыҡтың аҡса менән эш итеү оҫталығын арттырыуҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш, – тип белдерҙе республика Башлығы. – Кешеләргә шәхси финанс мәсьәләләре менән булышыу ауырға төшә. Күптәр алдаҡсыларға, төрлө “пирамида”ларға, билдәһеҙ төҙөүселәргә түләп отола. Байлығығыҙҙы ят ҡулдарға тапшырмағыҙ, тип аңлатып, күрһәтеп, һөйләп тороуыбыҙға ҡарамаҫтан, кешеләр аҡты ҡаранан айырырға өйрәнмәгән.
Ошо хәлде күҙ уңында тотоп, Рөстәм Зәки улы Финанс министрлығына халыҡты афәттән иҫкәр­теүсе плакат өлгөләрен әҙерләргә тәҡдим итте.






Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә