Күптәр күрәләтә алдана20.03.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Финанс министрлығының 2014 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралған, быйыл үтәйһе бурыстар билдәләнгән коллегия ултырышында сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, былтыр Рәсәйҙең бюджет системаһына Башҡортостандан 560 миллиард һумдан ашыу килем индерелгән, был иһә 2013 йылдыҡынан 10,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта республиканың тупланма бюджетына 133 миллиард һум ингән, һәм ул һан 2013 йылдағынан ни бары 5,3 процентҡа юғары. Был Техник регламенттың үҙгәреүенә, шул арҡала нефть продукттары һатыуҙан пландағынан 2,5 миллиард һумға аҙыраҡ табыш алыу менән бәйле. Алкоголле эсемлектәргә акциз буйынса план 1,5 миллиард һумға тиерлек кәметелгән. Эш хаҡының яй үҫеүе кешеләрҙең килеменә һалымдан көтөлгән керемдең 2,8 миллиард һумға ҡыҫҡарыуына сәбәп булған.
Быйылға республика бюджеты 97,6 миллиард һум күләмендә раҫланған. Был планды үтәү өсөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һалым керемдәренең тотороҡлолоғон тәьмин итеү, дәүләт һәм муниципалитет мөлкәтен, ерҙе файҙаланыуҙан алынған килемде арттырыу, ойошма етәкселәре менән тығыҙ эшләп, яңы аҡса сығанаҡтарын табыу кәрәк. Бынан тыш, бюджетҡа ла, мотлаҡ медицина, социаль страховка һәм пенсия фондтарына ла керем күләменә шаҡтай ҙур кире йоғонто яһаған “һоро” эш хаҡына ҡаршы көрәште көсәйтеү зарурлығы билдәләнде.
– Һеҙҙең ведомство халыҡтың аҡса менән эш итеү оҫталығын арттырыуҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш, – тип белдерҙе республика Башлығы. – Кешеләргә шәхси финанс мәсьәләләре менән булышыу ауырға төшә. Күптәр алдаҡсыларға, төрлө “пирамида”ларға, билдәһеҙ төҙөүселәргә түләп отола. Байлығығыҙҙы ят ҡулдарға тапшырмағыҙ, тип аңлатып, күрһәтеп, һөйләп тороуыбыҙға ҡарамаҫтан, кешеләр аҡты ҡаранан айырырға өйрәнмәгән.
Ошо хәлде күҙ уңында тотоп, Рөстәм Зәки улы Финанс министрлығына халыҡты афәттән иҫкәртеүсе плакат өлгөләрен әҙерләргә тәҡдим итте.