Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бәхетен үҙ ерендә тапҡан
Бәхетен үҙ ерендә тапҡан Тайҡаш ауылы Мишкә, Балтас, Ҡариҙел райондары киҫешкән ерҙә урынлашыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Күптән түгел беҙ ошо яҡҡа сәфәр ҡылдыҡ.

Һәр ҡайҙа ла ауылға йәм, ҡот өҫтәгән уңғандар булған шикелле, Тайҡашта ла ундайҙар бар. Фермер Захид Шафиҡовтың колхоздың ташландыҡ биналарына яңынан йән өрөүе – шуға асыҡ миҫал.
– Ярым емерек һарайҙарҙы ремонтлауға ҡарағанда яңыһын төҙөү отошло түгел инеме? – тип һораным.
– Бәлки, шулайҙыр, ләкин был осраҡта хәл бүтәнсәрәк, – тине “Шафиҡов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Захид Шафиҡов. – Ат һарайын аяҡҡа баҫтырыуға, әлбиттә, күп сығым түктем, тағы ла берәүҙе һатып алдым. Әммә улар бик уңайлы урында һалынған, һыу-туғай эргәлә генә тигәндәй.
Захид Мөбәрәк улы малсылыҡҡа тотоноуына һис тә үкенмәй, ә инде ит һәм һөт етештереүгә тигеҙ иғтибар бүлеүен түбән­дәгесә аңлатты. Бер генә тармаҡтан килем төрлө йылда төрлөсә була. Ә былай бер йүнәлештә туңһаң, икенсеһендә уңырға мөмкин. Әйткәндәй, былтыр йүнсел 3,5 миллион һумлыҡ грант отҡан. Ул аҡсаны ҡайҙа йүнәлтеүе тураһында төпсөнәбеҙ. Фермер Дүртөйлө районының “Игенсе” тоҡом­солоҡ кооперативынан утыҙ баш тана һатып алған, йөҙ башҡа иҫәпләнгән һауын ҡорол­маһын хәстәрләгән, бынан тыш, хужалығын өр-яңы техника менән тулыландырған. Хәҙер иһә йөҙҙән ашыу малының яртыһы – һауын һыйыры.
Захид Мөбәрәк улынан ҡыйынлыҡтар тураһында белештем.
– Ауырлыҡ хаҡында һөйләргә яратмайым. Тәмле тип йыш ҡабатлауҙан тәмле-татлы ауыҙға үҙе килеп инмәгән кеүек, егелеп эшләргә, тир түгергә кәрәк. Бәләкәйҙән хәләл көсөм менән аҡса табып өйрәнгәнмен. Иртән маҡсат менән торам, кис ятҡас,иртәгәһе көнгә план ҡорам. Ситкә китеп бил бөгөү – минең өсөн ят. Насар эшләргә хаҡыбыҙ юҡ тип йыш ҡабатлайым һауынсы Фәнилә Шәмсет­диноваға, малсылар Камил Зәйҙуллин менән Зөлфәт Шәйнуровҡа. Сик буйында урын­лашҡас, беҙ өс төбәк халҡының күҙ ал­дында, – ти ул.
Захид Шафиҡовтың ҡарамағында 260 гектар тирәһе ер иҫәпләнә, шул иҫәптән туғыҙ кешенең пай ере, тағы 200 гектары ҡуртымға алынған.
Захид Мөбәрәк улының яратҡан эше бар, ҡатыны – химия уҡытыусыһы Әлисә менән бер-береһен ярты ҡараштан аңлайҙар, ике баланы аяҡҡа баҫтырғандар. Ә Тайҡаш топонимына килгәндә, ул үҙенә ике мәғәнәне берләштергән. Ҡаш бейек урынды аңлата, тай тигәне туйға барып тоташа. Борон туй мәжлесен ауылдың иң бейек урынында ойошторғандар икән. Яңы танышыбыҙ ҙа һәр йәһәттән бейеклеккә ынтыла. Нәҡ шундай ныҡышмалдар һәм булдыҡлылар ғына ауылдың йөҙөн билдәләй ҙә инде.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Ҡариҙел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә