Тайҡаш ауылы Мишкә, Балтас, Ҡариҙел райондары киҫешкән ерҙә урынлашыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Күптән түгел беҙ ошо яҡҡа сәфәр ҡылдыҡ.Һәр ҡайҙа ла ауылға йәм, ҡот өҫтәгән уңғандар булған шикелле, Тайҡашта ла ундайҙар бар. Фермер Захид Шафиҡовтың колхоздың ташландыҡ биналарына яңынан йән өрөүе – шуға асыҡ миҫал.
– Ярым емерек һарайҙарҙы ремонтлауға ҡарағанда яңыһын төҙөү отошло түгел инеме? – тип һораным.
– Бәлки, шулайҙыр, ләкин был осраҡта хәл бүтәнсәрәк, – тине “Шафиҡов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Захид Шафиҡов. – Ат һарайын аяҡҡа баҫтырыуға, әлбиттә, күп сығым түктем, тағы ла берәүҙе һатып алдым. Әммә улар бик уңайлы урында һалынған, һыу-туғай эргәлә генә тигәндәй.
Захид Мөбәрәк улы малсылыҡҡа тотоноуына һис тә үкенмәй, ә инде ит һәм һөт етештереүгә тигеҙ иғтибар бүлеүен түбәндәгесә аңлатты. Бер генә тармаҡтан килем төрлө йылда төрлөсә була. Ә былай бер йүнәлештә туңһаң, икенсеһендә уңырға мөмкин. Әйткәндәй, былтыр йүнсел 3,5 миллион һумлыҡ грант отҡан. Ул аҡсаны ҡайҙа йүнәлтеүе тураһында төпсөнәбеҙ. Фермер Дүртөйлө районының “Игенсе” тоҡомсолоҡ кооперативынан утыҙ баш тана һатып алған, йөҙ башҡа иҫәпләнгән һауын ҡоролмаһын хәстәрләгән, бынан тыш, хужалығын өр-яңы техника менән тулыландырған. Хәҙер иһә йөҙҙән ашыу малының яртыһы – һауын һыйыры.
Захид Мөбәрәк улынан ҡыйынлыҡтар тураһында белештем.
– Ауырлыҡ хаҡында һөйләргә яратмайым. Тәмле тип йыш ҡабатлауҙан тәмле-татлы ауыҙға үҙе килеп инмәгән кеүек, егелеп эшләргә, тир түгергә кәрәк. Бәләкәйҙән хәләл көсөм менән аҡса табып өйрәнгәнмен. Иртән маҡсат менән торам, кис ятҡас,иртәгәһе көнгә план ҡорам. Ситкә китеп бил бөгөү – минең өсөн ят. Насар эшләргә хаҡыбыҙ юҡ тип йыш ҡабатлайым һауынсы Фәнилә Шәмсетдиноваға, малсылар Камил Зәйҙуллин менән Зөлфәт Шәйнуровҡа. Сик буйында урынлашҡас, беҙ өс төбәк халҡының күҙ алдында, – ти ул.
Захид Шафиҡовтың ҡарамағында 260 гектар тирәһе ер иҫәпләнә, шул иҫәптән туғыҙ кешенең пай ере, тағы 200 гектары ҡуртымға алынған.
Захид Мөбәрәк улының яратҡан эше бар, ҡатыны – химия уҡытыусыһы Әлисә менән бер-береһен ярты ҡараштан аңлайҙар, ике баланы аяҡҡа баҫтырғандар. Ә Тайҡаш топонимына килгәндә, ул үҙенә ике мәғәнәне берләштергән. Ҡаш бейек урынды аңлата, тай тигәне туйға барып тоташа. Борон туй мәжлесен ауылдың иң бейек урынында ойошторғандар икән. Яңы танышыбыҙ ҙа һәр йәһәттән бейеклеккә ынтыла. Нәҡ шундай ныҡышмалдар һәм булдыҡлылар ғына ауылдың йөҙөн билдәләй ҙә инде.