Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал-тыуар сәләмәт булһын
Мал-тыуар сәләмәт булһын Ауыл халҡының көнитмеше элек-электән малға бәйле. Шуға ла ихаталағы был йән эйәләренең иҫән-һау булыуы — һәр крәҫтиәндең изге теләге. Ни тиһәң дә, ауыр һуғыш осоронда ла уның ярҙамында күптәр аслыҡтан бөгөлмәгән. Хоҙай аҡтан айырмаһын тигән әйтем дә ана шул замандан килә. Ә инде малдың сәләмәтлеген хәстәрләгән ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшенең әһәмиәте һис ҡасан кәмемәй.

Асҡын еренә юл төшкәс, ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан күрешеп, эш барышын ҡарап сыҡтыҡ. Бөгөн районда 15 меңгә яҡын һыйыр малы иҫәп­ләнгәндә, был тармаҡ белгестәренең хеҙмәте ни тиклем мөһим икәнлеген әйтеп тораһы түгел.
– Хәҙер ауыл хужалығы продукцияһын кү­берәк етештереүҙе илебеҙ етәкселеге төп маҡ­саттарҙың береһе итеп ҡуя, – тип һүҙен баш­ланы ветеринария станцияһы на­чаль­нигы Руслан Ғәл­лә­мов. – Ә бит ризыҡ сифат­лы бул­һын өсөн мал­дың һау­лығын хәстәрләргә кә­рәк. Ауырыу һыйырҙан йә аттан ни файҙа? Шуға ла мал табиптары урындағы халыҡ өсөн терәк булып тора.
Мал-тыуар сәләмәт булһынМал-тыуарҙың сәләмәт­леген генә түгел, халыҡтың һаулығын да ҡайғырта улар. Мәҫәлән, баҙарҙа һатылған ит, һөт ризыҡтарының сифа­тын кем тикшерә? Әл­бит­тә, ветеринария хеҙ­мәт­кәрҙәре. Ҡағиҙәгә ярашлы, һәр хужа ризыҡты баҙарға сығарғанда уларҙың рөх­сә­тен алырға тейеш. Хәйер, Асҡын районында был йә­һәт­тән ике лаборатория уңышлы эшләй. Ит һәм һөт ризыҡтары бында санитар экспертиза үтмә­йенсә, ба­ҙарға эләкмәй.
– Яҙ – беҙҙең өсөн иң ҡыҙыу миҙгел, – ти мал табибы Рәшиҙә Зиннурова. – Күпселек сирҙәр шул ваҡытта көсәйә. Шуға ла хужа­лыҡ­тарҙағы һәр малға прививка эшләйбеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ.
Һәр коллективтың уңышын намыҫлы хеҙмәткәрҙәр бил­дәләй. Был йәһәттән лабо­ра­то­рия мөдире Кифая Ну­р­мө­хәмәтова кеүек үҙ эше­нең оҫтаһы – күптәргә үрнәк. Ул утыҙ йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып килә.
Ветеринария хеҙмәтенә йәштәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай. Яңы ғына ҡулына диплом алған Владик Хә­ки­мов менән Фаил Юнысов – ана шул булдыҡлы егеттәр иҫәбенән.
Руслан Ғәлләмов әйте­үен­­сә, һуңғы йылдарҙа төбәктә мал һаны арта. Тимәк, ауыл хужалығының төп таяныс­та­рының береһе булған тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә эш етәрлек.




Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә