Ауыл халҡының көнитмеше элек-электән малға бәйле. Шуға ла ихаталағы был йән эйәләренең иҫән-һау булыуы — һәр крәҫтиәндең изге теләге. Ни тиһәң дә, ауыр һуғыш осоронда ла уның ярҙамында күптәр аслыҡтан бөгөлмәгән. Хоҙай аҡтан айырмаһын тигән әйтем дә ана шул замандан килә. Ә инде малдың сәләмәтлеген хәстәрләгән ветеринария хеҙмәткәрҙәре эшенең әһәмиәте һис ҡасан кәмемәй.Асҡын еренә юл төшкәс, ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан күрешеп, эш барышын ҡарап сыҡтыҡ. Бөгөн районда 15 меңгә яҡын һыйыр малы иҫәпләнгәндә, был тармаҡ белгестәренең хеҙмәте ни тиклем мөһим икәнлеген әйтеп тораһы түгел.
– Хәҙер ауыл хужалығы продукцияһын күберәк етештереүҙе илебеҙ етәкселеге төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя, – тип һүҙен башланы ветеринария станцияһы начальнигы Руслан Ғәлләмов. – Ә бит ризыҡ сифатлы булһын өсөн малдың һаулығын хәстәрләргә кәрәк. Ауырыу һыйырҙан йә аттан ни файҙа? Шуға ла мал табиптары урындағы халыҡ өсөн терәк булып тора.
Мал-тыуарҙың сәләмәтлеген генә түгел, халыҡтың һаулығын да ҡайғырта улар. Мәҫәлән, баҙарҙа һатылған ит, һөт ризыҡтарының сифатын кем тикшерә? Әлбиттә, ветеринария хеҙмәткәрҙәре. Ҡағиҙәгә ярашлы, һәр хужа ризыҡты баҙарға сығарғанда уларҙың рөхсәтен алырға тейеш. Хәйер, Асҡын районында был йәһәттән ике лаборатория уңышлы эшләй. Ит һәм һөт ризыҡтары бында санитар экспертиза үтмәйенсә, баҙарға эләкмәй.
– Яҙ – беҙҙең өсөн иң ҡыҙыу миҙгел, – ти мал табибы Рәшиҙә Зиннурова. – Күпселек сирҙәр шул ваҡытта көсәйә. Шуға ла хужалыҡтарҙағы һәр малға прививка эшләйбеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ.
Һәр коллективтың уңышын намыҫлы хеҙмәткәрҙәр билдәләй. Был йәһәттән лаборатория мөдире Кифая Нурмөхәмәтова кеүек үҙ эшенең оҫтаһы – күптәргә үрнәк. Ул утыҙ йылдан ашыу һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып килә.
Ветеринария хеҙмәтенә йәштәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай. Яңы ғына ҡулына диплом алған Владик Хәкимов менән Фаил Юнысов – ана шул булдыҡлы егеттәр иҫәбенән.
Руслан Ғәлләмов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа төбәктә мал һаны арта. Тимәк, ауыл хужалығының төп таяныстарының береһе булған тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә эш етәрлек.