Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төбәк ҡотон арттырыр “Маяҡ”
Төбәк ҡотон арттырыр “Маяҡ” Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығын үҫтереү, халыҡҡа эш урындары булдырыу мәсьәләләрен әленән-әле күтәрә. Уның ошо талаптары һәр хужалыҡтың эшмәкәрлеген көйләүгә, ауылдарға ҡот өҫтәүгә ифрат ҙур өлөш индерә. Ауыл ерендә берәүҙәр иген үҫтерә, ҡош-ҡорт тармағында уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә бихисап, малсылыҡтан килем алыу­сылар ҙа байтаҡ. Кем нисек булдыра, шул йүнәлештә ең һыҙғанып эшләй. Ә бына Ейәнсура тарафтарында һарыҡсылыҡҡа тотонған үҙенсәлекле хужалыҡ бар. “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Дәмин ЮЛАНОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хужалыҡтың эшмәкәрлеге хаҡында.

– Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ейәнсура республикала һа­рыҡ үрсетеү буйынса иң алда барған ра­йон­дарҙан һаналды. Был тармаҡҡа иғтибар итеүең традицияның дауамымы?
– Ысынлап та, һөйләүҙәренсә, ул осорҙа һарыҡтар бер нисә мең башҡа еткерелгән, ҡуй малы тотош яланды ҡаплап йөрөгән. Булған бит ғәжәп замана! Әлеге проектты тормошҡа ашырыуҙы һарыҡсылыҡ тармағын тер­геҙеү генә түгел, был йә­һәт­тән ейәнсураларҙың данын ҡайтарыу тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Ҙур эшкә тотонор алдынан, әлбиттә, уның нес­кәлектәре өйрә­нелде, тәжрибә уртаҡ­лашыу ҙа ыңғай һө­ҙөмтә бирҙе. Ә иң мөһиме – беҙҙең тө­бәктең тәбиғәте ошо малды аҫрау өсөн уңайлы. Һыу­лауға төшөрәйем тиһәң, рәхим ит – йылға-шишмәгә бай, туғай, болонлоҡ, көтөүлектәр йәйрәп ята, ҡыҫҡаһы, барыһы ла уңай килеп тора.
— Мал аҙығы етәме, һарыҡтар беҙҙең климатҡа өйрәндеме?
– Хәҙер һарыҡ ҡараусыларҙың төп иғ­ти­бары – малды аҙыҡтан өҙмәү. Йәйге­һен витаминдарға бай аҙыҡ әҙерләнде, уларҙы төрләндереп би­рергә тырышабыҙ, һөҙөм­тәлә ҡышты еңел үткәрәләр. Хужа­лыҡта барлығы өс мең ярымдан ашыу баш һарыҡ иҫәпләнә.
– Бәләкәйҙән күреп үҫкәс, шуны яҡшы беләм: Башҡортостан һа­ры­ғы йөн бирә, ите ашап туй­ғы­һыҙ, һирәк ос­раҡта ғына һөтөн һауып эсәләр, ә волгоград тоҡом­лоларын ниндәй маҡсатта аҫрай­һығыҙ?
– Беренсенән, ҡуй итенә баҙарҙа ихтыяж ҙур. Бер һарыҡ уртаса 25 килограмм тарта. Икенсенән, йөнө ке­йеҙ баҫыу, ойоҡбаш, бейәләй бәй­ләү­гә тотонола, ләкин быйма баҫыу өсөн түгел.
Районыбыҙға Йылайыр яғынан килгәндә Етебөгөлдө артылыу ме­нән өс исемле матур ауыл бар. Халыҡ уны Аҡҡондоҙ ти, Түбәнге Казарма тип тә йөрөтәләр, ә рәсми телдә – Хоҙайбәндә, бына шунда урын­лашҡанбыҙ. Уны йүгерек Ергә­йеш йылғаһы һуғара.
– Киләһе көндәргә пландары­ғыҙ­ҙы ла белге килә.
– Һарыҡсылыҡты киң йәйелде­рер­гә те­йешбеҙ. Беҙҙең хужалыҡ шулай уҡ үҫем­лек­селек менән дә шөғөллә­нә. Һа­рыҡ­сы­лыҡ­ҡа тотонғас, 15 кеше­не эшкә алдыҡ. Заманса мал һуйыу, һарыҡ ҡырҡыу цехтары кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, алға ҡарап йәшәй­беҙ. Форсаттан файҙаланып, төрлө йәһәт­тән ярҙамдан өҙмәгәне өсөн респуб­ли­кабыҙ етәкселегенә, проект­ты тормошҡа ашы­рыуҙа булышлыҡ иткән Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсуринға ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә