Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығын үҫтереү, халыҡҡа эш урындары булдырыу мәсьәләләрен әленән-әле күтәрә. Уның ошо талаптары һәр хужалыҡтың эшмәкәрлеген көйләүгә, ауылдарға ҡот өҫтәүгә ифрат ҙур өлөш индерә. Ауыл ерендә берәүҙәр иген үҫтерә, ҡош-ҡорт тармағында уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә бихисап, малсылыҡтан килем алыусылар ҙа байтаҡ. Кем нисек булдыра, шул йүнәлештә ең һыҙғанып эшләй. Ә бына Ейәнсура тарафтарында һарыҡсылыҡҡа тотонған үҙенсәлекле хужалыҡ бар. “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Дәмин ЮЛАНОВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хужалыҡтың эшмәкәрлеге хаҡында. – Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ейәнсура республикала һарыҡ үрсетеү буйынса иң алда барған райондарҙан һаналды. Был тармаҡҡа иғтибар итеүең традицияның дауамымы?
– Ысынлап та, һөйләүҙәренсә, ул осорҙа һарыҡтар бер нисә мең башҡа еткерелгән, ҡуй малы тотош яланды ҡаплап йөрөгән. Булған бит ғәжәп замана! Әлеге проектты тормошҡа ашырыуҙы һарыҡсылыҡ тармағын тергеҙеү генә түгел, был йәһәттән ейәнсураларҙың данын ҡайтарыу тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Ҙур эшкә тотонор алдынан, әлбиттә, уның нескәлектәре өйрәнелде, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Ә иң мөһиме – беҙҙең төбәктең тәбиғәте ошо малды аҫрау өсөн уңайлы. Һыулауға төшөрәйем тиһәң, рәхим ит – йылға-шишмәгә бай, туғай, болонлоҡ, көтөүлектәр йәйрәп ята, ҡыҫҡаһы, барыһы ла уңай килеп тора.
— Мал аҙығы етәме, һарыҡтар беҙҙең климатҡа өйрәндеме?
– Хәҙер һарыҡ ҡараусыларҙың төп иғтибары – малды аҙыҡтан өҙмәү. Йәйгеһен витаминдарға бай аҙыҡ әҙерләнде, уларҙы төрләндереп бирергә тырышабыҙ, һөҙөмтәлә ҡышты еңел үткәрәләр. Хужалыҡта барлығы өс мең ярымдан ашыу баш һарыҡ иҫәпләнә.
– Бәләкәйҙән күреп үҫкәс, шуны яҡшы беләм: Башҡортостан һарығы йөн бирә, ите ашап туйғыһыҙ, һирәк осраҡта ғына һөтөн һауып эсәләр, ә волгоград тоҡомлоларын ниндәй маҡсатта аҫрайһығыҙ?
– Беренсенән, ҡуй итенә баҙарҙа ихтыяж ҙур. Бер һарыҡ уртаса 25 килограмм тарта. Икенсенән, йөнө кейеҙ баҫыу, ойоҡбаш, бейәләй бәйләүгә тотонола, ләкин быйма баҫыу өсөн түгел.
Районыбыҙға Йылайыр яғынан килгәндә Етебөгөлдө артылыу менән өс исемле матур ауыл бар. Халыҡ уны Аҡҡондоҙ ти, Түбәнге Казарма тип тә йөрөтәләр, ә рәсми телдә – Хоҙайбәндә, бына шунда урынлашҡанбыҙ. Уны йүгерек Ергәйеш йылғаһы һуғара.
– Киләһе көндәргә пландарығыҙҙы ла белге килә.
– Һарыҡсылыҡты киң йәйелдерергә тейешбеҙ. Беҙҙең хужалыҡ шулай уҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. Һарыҡсылыҡҡа тотонғас, 15 кешене эшкә алдыҡ. Заманса мал һуйыу, һарыҡ ҡырҡыу цехтары кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, алға ҡарап йәшәйбеҙ. Форсаттан файҙаланып, төрлө йәһәттән ярҙамдан өҙмәгәне өсөн республикабыҙ етәкселегенә, проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ иткән Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсуринға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.