Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бөгөн хәстәрләмәһәң, иртәгә һуң булыр
Уҙған аҙна етәкселәрҙең байтағы өсөн үҙенә күрә етди имтихан булды, сөнки заман ҡатмарлы бурыстар ҡуя, бик яуаплы ҡарарҙар ҡабул итергә этәрә. Властың эшкә һәләтлелеге, халыҡ алдындағы абруйы ошондай шарттарҙа асыҡ күренә лә инде.

Мәғлүмәт һуғышы ҡан ҡойош көҫәй

Сүриә тарафтарынан ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр килә. Тотош донъя буйынса илдәге хәлде Хомс ҡалаһындағы күренештәр аша һүрәтләйҙәр: емерек, пулялар менән тишкеләнгән һәм эсендә бер ниндәй йән эйәһе ҡалмаған өйҙәр, төтөн, мәйеттәр… Журналистар хәбәр итеүенсә, бында бер тәүлек эсендә 260 кеше һәләк булған. Эйе, мәхшәр. Тик шуныһы аңлашылмай: граждандар һуғышымы был, оппозицияның ихтилалын баҫтырыумы, әллә террорсыларға ҡаршы күрелгән саралар эҙемтәһеме?
Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошмаларҙың береһе Сүриәләге хәлдең ысынбарлыҡта ул тиклем үк ҡот осҡос булмауын белдерә. «Ғәрәп дәүләттәре лигаһының күҙәтеүселәре менән берлектә илдең барлыҡ төбәктәрендә эшләйбеҙ. Бындағы һуғышҡа бәйле мәғлүмәттәрҙең барыһына ла ышанырға ярамай», – ти граждандарға ҡаршы енәйәттәрҙе тикшереү буйынса комиссия етәксеһе.
Билдәле булыуынса, БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте властан китергә саҡырыусы резолюция әҙерләгән һәм уны ҡабул итергә йыйына. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй менән Ҡытай илгә ситтән хәрби көс индереүгә икенсе тапҡыр ҡаршы сыҡты. Рәсәйҙең БМО-лағы вәкиле Виталий Чуркиндың әйтеүенсә, әлеге документ Сүриәләге хәлде дөрөҫ сағылдырмай һәм мәсьәләне сәйәси юҫыҡта яйға һалыу мөмкинлеген сикләй. Резолюцияға беҙҙең ил тәҡдим иткән төҙәтмәләр оппозицияның власть өсөн көрәштә экстремистарға таяныуы ихтималлығын иҫкәртә.

Упҡын ситенә нимә этәрә?

Рәсәйҙең ҡайһы бер эске проблемалары ла ябайҙан түгел. Мәҫәлән, Башҡортостанға күрше генә ятҡан Силәбе өлкәһенең Роза ҡасабаһындағы хәл. Бындағы йорттарҙың бер көн килеп ер аҫтына убылыуы мөмкин, сөнки урындағы таш күмер сығарыу карьерының ярҙары ишелә.
Үткән аҙнала ҡасабаға ил Хөкүмәте етәксеһе үҙе барҙы. Владимир Путин күмер карьерын ҡараны, унан Розаға тиклем юлды йәйәү үтте. Уға емерелә башлаған ҡайһы бер йорттарҙы күрһәттеләр. Етешһеҙлектәр өсөн, әлбиттә, урындағы властарға ныҡ ҡына шелтә эләкте. Владимир Путиндың фекеренсә, мәсьәләне кисекмәҫтән яйға һалырға кәрәк. «Диуарҙарындағы ярыҡ аша урам күренеп торған йорттар бар. Уларҙа йәшәүселәрҙе хәҙер үк икенсе урынға күсереү талап ителә, – тине Премьер-министр. – Документтар тултырыуҙы бер үк ваҡытта алып барырға ла мөмкин. Ҡасаба халҡы йыл ярым эсендә тотошлай күсерелергә тейеш».
Әлеге сараларға аҡса төрлө сығанаҡтарҙан тотоноласаҡ: тәүге осорға федераль ҡаҙнанан һәм өлкә бюджетынан – икешәр, күмер сығарыу компанияһынан бер миллиард һум бүленә. Дөйөм алғанда, халыҡты хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн 27 миллиард һум талап ителә. «Ҡайҙа булған властың намыҫы? Федераль кимәлдә яуаплылыҡ талап иткән мәсьәлә булмаһа ла, Төбәктәр үҫеше министрлығы нимә ҡараған? Өлкә һәм ҡасаба етәкселәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел», – тине Владимир Владимирович.
Владимир Путиндың белдереүенсә, карьерҙы ябырға йыйынмайҙар, киреһенсә, ҙур заказдар менән тәьмин итәсәктәр. Алдағы биш йылда бында күмер сығарыу туҡталмаясаҡ. Әгәр предприятие бөгөндән үк эшләмәһә, социаль-иҡтисади һәләкәт тә оҙаҡ көттөрмәйәсәк.

Ҡаҙаныштарҙы арттырыу хаҡына

Башҡортостанда социаль өлкәне үҫтереү һәм демография мәсьәләһен яйға һалыу дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре иҫәбендә ҡала. Шулай ҙа был һис тә республикала бала һәм ғаилә мәсьәләләренә бәйле хәлдең киҫкен тороуын аңлатмай. Киреһенсә, беҙҙәге демографик күрһәткестәр, ил төбәктәренең күпселеге менән сағыштырғанда, һәйбәтерәк. Республикала 2000 йылдан алып тыуым арта, был йәһәттән Рәсәйҙә, Мәскәү менән Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды биләйбеҙ. Халыҡтың ғүмер оҙайлылығы һуңғы йылдарҙа 69,7 йәшкә тиклем күтәрелде. Дәүләт был тәңгәлдә йоғонтоло саралар күрә.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә