Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Гөл баҡсаһына әүерелде
Гөл баҡсаһына әүерелде Тәртиптең тупһанан башланыуы бәхәсһеҙ. Халыҡ юҡҡа ғына “Хужаһы ниндәй, йорто ла шундай” тимәй бит. Республи­кабыҙҙың төньяҡ-көнбайы­шына сәфәрҙә саҡта ирек­һеҙ­ҙән ошолар иҫкә төштө. Был юҡҡа түгел, сөнки Яңауыл ҡалаһына миҙгелдең ҡайһы ваҡытында килмә, ундағы йәшеллек һәм таҙалыҡ һәр кемдә һоҡланыу уята. Халыҡ эргә-тирәгә һаҡсыл ҡараштамы, әллә бүтән сәбәп бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн “Юл-йәшелләндереү эштәре” муниципаль унитар предприя­тиеһы директоры, Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаил ЯХИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Ҡалаға килгәндәр бындай хозурлыҡҡа хайран ҡала. Айырыу­са йәй иҫ китмәле – төрлө ағастар, күҙ­ҙең яуын алырҙай булып балҡыған сәскәләр... Матурлыҡтың сере ни­мәлә?
– Яңауылды гөл баҡсаһына әйлән­де­реү өсөн йыл әйләнәһенә тыры­шабыҙ. Ә инде йәй миҙгеле тураһында һүҙ алып барғанда, мөһим ике әйбергә туҡталмаҡсымын. Беренсенән, бул­ған­ды ҡәҙерләп һаҡлау һәм тәртиптә тотоуға күп көс түгелә. Тротуар уңай­лы итеп һалынған, түтәлдәр үҙ урынында икән, ниңә уны емерергә йәки ҡайтанан төҙөргә? Киреһенсә, уға йән өрөргә кәрәк, әллә ҡайҙан балҡып торһон! Икенсенән, яңыртыуға иғти­бар бүләбеҙ. Мәҫәлән, парктарға ха­лыҡ теләп, ашҡынып килһен өсөн тыры­шабыҙ. Уларҙың барыһында ла кешеләрҙең күп йөрөүен күреп күңел ҡыуана. Тимәк, атҡарған ғәмәлдә­ребеҙ юҡҡа түгел.
– Бындай мөғжизәне кемдәр тыу­ҙыра?
Гөл баҡсаһына әүерелде– Беҙҙең “Юл-йәшелләндереү эш­тә­ре” предприятиеһы районда иң алдынғыларҙан һанала. Яңауылдар һәм күршеләр генә түгел, бүтәндәр ҙә быны таный, беҙҙең коллективты татыу һәм дуҫ булараҡ та белә. Үҙҙәре ошонда йәшәгәс, һәр кем тыуған ҡалаһын хозур итеп күрергә тырыша, күрһәтергә ынтыла. Предприятиелағы алты тиҫтәнән ашыу кешенең һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы. Мәҫәлән, гүзәл заттарҙан Фәниә Ғәләүева, Ләйсән Аҡмуллина, Рәмилә Йөҙйәшә­рова, Татьяна Букина, Йәзилә Вәлие­ва, шулай уҡ Таһир Ғәлин, Индәф Хәй­ретдинов, Шәйҡинур Шәйхет­динов, Раил Мусин кеүек намыҫлы ир-егеттәр барҙа төйәгебеҙ киләсәктә лә таҙалыҡтан көҙгөләй ялтырап торор.
Гөл баҡсаһына әүерелде– Ҡала йылдан-йыл үҫә. Моға­йын да, эш күләме лә арталыр...
– Ул Яңауыл һәм Буй йылғалары буйында төҙөлгән. Бында 163 тирәһе урам бар. Әйткәндәй, юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү, күперҙәрҙе төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү планға ярашлы бара. Ғөмүмән, яңы ауыл нисек итеп балҡыһа, Яңауылы­быҙ ҙа шулай күркәм, бөхтә. “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” тигән мәртәбәле конкурста ҡатнашып, еңеү яулауыбыҙ – уңышлы эшкә дәлил. Район хаки­миә­тенең ҙур хәстәрен һәм ярҙамын тойоу айырыуса дәртләндерә.

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.


Район: Яңауыл ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә