Тәртиптең тупһанан башланыуы бәхәсһеҙ. Халыҡ юҡҡа ғына “Хужаһы ниндәй, йорто ла шундай” тимәй бит. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышына сәфәрҙә саҡта ирекһеҙҙән ошолар иҫкә төштө. Был юҡҡа түгел, сөнки Яңауыл ҡалаһына миҙгелдең ҡайһы ваҡытында килмә, ундағы йәшеллек һәм таҙалыҡ һәр кемдә һоҡланыу уята. Халыҡ эргә-тирәгә һаҡсыл ҡараштамы, әллә бүтән сәбәп бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн “Юл-йәшелләндереү эштәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаил ЯХИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.– Ҡалаға килгәндәр бындай хозурлыҡҡа хайран ҡала. Айырыуса йәй иҫ китмәле – төрлө ағастар, күҙҙең яуын алырҙай булып балҡыған сәскәләр... Матурлыҡтың сере нимәлә?
– Яңауылды гөл баҡсаһына әйләндереү өсөн йыл әйләнәһенә тырышабыҙ. Ә инде йәй миҙгеле тураһында һүҙ алып барғанда, мөһим ике әйбергә туҡталмаҡсымын. Беренсенән, булғанды ҡәҙерләп һаҡлау һәм тәртиптә тотоуға күп көс түгелә. Тротуар уңайлы итеп һалынған, түтәлдәр үҙ урынында икән, ниңә уны емерергә йәки ҡайтанан төҙөргә? Киреһенсә, уға йән өрөргә кәрәк, әллә ҡайҙан балҡып торһон! Икенсенән, яңыртыуға иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, парктарға халыҡ теләп, ашҡынып килһен өсөн тырышабыҙ. Уларҙың барыһында ла кешеләрҙең күп йөрөүен күреп күңел ҡыуана. Тимәк, атҡарған ғәмәлдәребеҙ юҡҡа түгел.
– Бындай мөғжизәне кемдәр тыуҙыра?
– Беҙҙең “Юл-йәшелләндереү эштәре” предприятиеһы районда иң алдынғыларҙан һанала. Яңауылдар һәм күршеләр генә түгел, бүтәндәр ҙә быны таный, беҙҙең коллективты татыу һәм дуҫ булараҡ та белә. Үҙҙәре ошонда йәшәгәс, һәр кем тыуған ҡалаһын хозур итеп күрергә тырыша, күрһәтергә ынтыла. Предприятиелағы алты тиҫтәнән ашыу кешенең һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы. Мәҫәлән, гүзәл заттарҙан Фәниә Ғәләүева, Ләйсән Аҡмуллина, Рәмилә Йөҙйәшәрова, Татьяна Букина, Йәзилә Вәлиева, шулай уҡ Таһир Ғәлин, Индәф Хәйретдинов, Шәйҡинур Шәйхетдинов, Раил Мусин кеүек намыҫлы ир-егеттәр барҙа төйәгебеҙ киләсәктә лә таҙалыҡтан көҙгөләй ялтырап торор.
– Ҡала йылдан-йыл үҫә. Моғайын да, эш күләме лә арталыр...
– Ул Яңауыл һәм Буй йылғалары буйында төҙөлгән. Бында 163 тирәһе урам бар. Әйткәндәй, юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү, күперҙәрҙе төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү планға ярашлы бара. Ғөмүмән, яңы ауыл нисек итеп балҡыһа, Яңауылыбыҙ ҙа шулай күркәм, бөхтә. “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” тигән мәртәбәле конкурста ҡатнашып, еңеү яулауыбыҙ – уңышлы эшкә дәлил. Район хакимиәтенең ҙур хәстәрен һәм ярҙамын тойоу айырыуса дәртләндерә.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.