Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҙебеҙҙекен емереп, ситтекенә тилмереп...
Үҙебеҙҙекен емереп, ситтекенә тилмереп... Көнбайыш илдәре тарафынан Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар яуы һиҫкәндерә. Шул уҡ ваҡытта, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, уларға үҙ яуабыбыҙҙы белдерергә тейеш, тигән фекерҙәр йыш ишетелә.

Күптән түгел, эске баҙарҙы һаҡ­лау, милли хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү ниәтенән Рәсәйҙең дәүләт клиникаларына ситтән медицина ҡора­малдарын һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алыуҙы тыйырға кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Әлбиттә, был ошо өлкәне яҡшы аңлаған белгестәрҙе, йәмәғәтселекте уйға һалды. Нимә генә тимә, беҙҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы ҡора­мал­дар­ҙың 80 процентҡа ҡәҙәре – импорт.
Быға ҡарата белгестәрҙең фекере төрлөсә. Берәү­ҙәр дөрөҫ тип бара. Ул сағында үҙебеҙҙекеләргә юл асылыр ине, тиҙәр. Бөгөн иле­беҙҙең халыҡ-ара күр­гәҙмәләрҙә лайыҡлы медицина тауарҙарын күр­һәткән, тәҡдим иткән сәнәғәт предприятиелары бихисап. Әммә йыш ҡына улар үҙебеҙҙә дәүләт заказы ала алмай. Бының сәбәптәре төрлөсә: берәүҙәр, үҙ мәнфәғәтен хәстәрләп, аҫтыртын эш алып бара, нисек тә сит ил етештереүселәрен өҫтөн күреп маташа.
Һуңғы ваҡытта шул тиклем ан­һатҡа һалыштыҡ һәм үҙебеҙҙе­ке­ләрҙе соҡорға төшөрҙөк. Унан тиҙ генә сығыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, наркозды, рентген ҡорамалдарын ғына алайыҡ. Уларҙы етештереү бер үк ваҡытта Көнбайыш партнер­ҙары менән барлыҡҡа килтерелде, әммә тиҫтә йыл эсендә Рәсәйҙә юҡҡа сыҡты, һәм әлегә бындай юға­ры сифатлы тауарҙар эшләй алма­ясаҡбыҙ. Тимәк, беҙгә ошондай сит ил техникаһынан бөтөнләй баш тартыу түгел, ә халыҡ-ара талаптарға тап килгән, башҡа илдәр ҙә һатып алырҙай тауар етештереүҙе үҙләш­тереү бурысы ҡуйыла.
Әлегә нимә генә тимәйек, ҡапыл ғына барыһын да ҡырт киҫә алмай­быҙ, донъяның бөтә илдәре лә бер-бе­реһе менән алыш-биреш итеп йәшәй. Мәҫәлән, йыл да Рәсәйҙә теш табибына яҡынса 150 миллион кеше мөрәжәғәт итә. Ә теште һәйбәт итеп дауалау өсөн пломба материалын Германиянан һатып алабыҙ. Унда химия сәнәғәте яҡшы үҫешкән. Сеймалды үҙебеҙҙә етештерә баш­лауға ҡарағанда немецтарҙан алыу файҙалыраҡ – осһоҙға төшә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә сифатлы титан етештерелә, ә унан сит ил­дәрҙә теш дауалау инструменттары эшләйҙәр. Үкенескә ҡаршы, үҙебеҙ­ҙә ундай эш юлға һалынмаған.
Әйткәндәй, һуңғы тиҫтә йылда стоматология өлкәһендә Рәсәй ҙур аҙым эшләне, бынан 20 – 30 йылға ҡарағанда күп нәмә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Үҙебеҙҙең аппараттар, материалдар барлыҡҡа килде. Мәҫә­лән, борҙар, шприцтар, бер тапҡыр ҡулланыла торған анестетиклы махсус энәләр… Берлектә етеш­те­рел­гән башҡа шәп инструменттар хасил булды. Сит илдәрҙә үткән күр­гәҙ­мәләрҙә Рәсәй вәкилдәре лә ҡатнаша. Әммә беҙгә әле­гә юғары технологиялы ҡорамал­дарҙы Европа илдәренән, шулай уҡ Америка, Япониянан һатып алырға тура килә.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, тота ки­леп яҡшы һөҙөмтә биргән дарыу­ҙарҙан, ҡорамалдарҙан баш тартыу енәйәткә тиң, ти белгестәр. Мәҫә­лән, Бала хоҡуҡтары тураһын­дағы конвенцияла сабыйҙарҙың заманса медицина ярҙамы алыуға хоҡуғы ха­ҡында һүҙ бара. Был дәү­ләт бала­ларҙы донъялағы иң һәй­бәт дауалау саралары менән тәь­мин итергә тейеш тигәнде аңла­та. Хөкүмәт уларҙы кескәйҙәр өсөн генә булһа ла табырға тейеш. Әгәр юҡ икән, был енәйәт булараҡ ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сит ил тауарҙарын инде­реүҙе тыйыу ха­ҡын­да Хөкүмәт ҡарары менән Рә­сәйҙең Сауҙа һәм сәнәғәт ми­нис­трлығы сығыш яһаны. Унда Таможня союзы илдәренән тыш (Рәсәй, Ҡа­ҙағстан, Беларусь Рес­пуб­ликаһы), дәү­ләт ҡарамағын­да­ғы медицина учреждениеларына сит ил ҡора­мал­дарын һатып алыуҙы тыйыу тәҡдим ителә. Әлбиттә, тәү ҡарауға яҡшы идея кеүек, үҙебеҙ­ҙекеләрҙе етеш­терә башлауға юл асылыр һымаҡ.
Нимә генә булмаһын, бөгөнгө заманда сит ил тауар­ҙарынан арыныу үтә ауыр, хатта күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ эш. Сөнки тотош донъя береһенән-береһе яҡшыраҡ, һөҙөм­тә­лерәк ҡорамалды һатып алырға тырыша. Әммә Көнбайыштың ҡайһы бер илдәре беҙҙән йөҙ борорға торғанда, был хәлде тиҙләтеү һис яҡшыға түгел. Юҡҡа ғына әүәл-әүәлдән ата-бабалар “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тип әйтмәгәндер.





Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә