Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡойроҡ тулап баш булырмы? йәки Доллар ҡоллоғонан ҡотолайыҡ
Ҡойроҡ тулап баш булырмы? йәки Доллар ҡоллоғонан ҡотолайыҡ Быйылғы Йылҡы йылы Рәсәй өсөн еңелдән булманы. Йылдың беренсе яртыһында халыҡтың иғтибарын Украиналағы низағ йәлеп итһә, икенсе яртыһында иҡтисади проблемалар алға сыҡты. Доллар менән евроның курсы өсөнсө ай инде тарихи антирекорд ҡуйыуҙан туҡталмай.

Власть, һумға ярҙам итмәйәсәкбеҙ, тине. Тимәк, тиҙҙән эш хаҡының, пенсия­ларҙың кәмеүен үҙ кеҫәбеҙҙә һиҙә баш­лаясаҡбыҙ. Мул йылдарҙа тупланған резерв фондтарҙағы аҡсаға эре дәүләт корпорациялары дәғүә белдерә. Рәсәй Үҙәк банкының алтын-валютанан торған запасы 450 миллиард долларҙан кәмгә төштө. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: һумға ярҙам итәм тип, ул октябрҙә генә 17 миллиард долларын һатып ебәрҙе. Финанс министрлығы бюджетта ҡаралған сығым­­дарҙы ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ ҡуйырта – был 1998 йылдан бирле беренсе секвестр булмаҡсы. Министр Антон Силуанов запас бюджет әҙерлә­үен әйтеп үтте, сығым статьяларын уртаса 10 процентҡа ҡыҫҡартыу ҡарала. Оборонаға тәғәйенләнгән сығымдарҙы (2998,7 миллиард һум) кәметеүгә барыу мөмкин түгелдер – Рәсәй армияһы бик әүҙем ҡораллана. Ауыл хужалығына бүленгән аҡсаға тейергә тейеш түгелдәр – санкциялар ваҡытында халыҡты ас ҡалдырыу енәйәткә тиң. Башҡа тар­маҡ­тарға (“Социаль сәйәсәт”, “Мәғариф” һәм “Һаулыҡ һаҡлау“) килгәндә, секвестр бик тә һиҙелерлек буласаҡ.
Ауыл ерлегендә хаҡтарҙың артыуы әллә ни ҡурҡыныс тойолмаһа ла, ҙур мегаполис халҡы өсөн тиҙҙән уҙған быуаттың 90-сы йылдарының кире әйләнеп ҡайтыуы мөмкин. Килемдең төп өлөшө аҙыҡ-түлек алыуға китеп торасаҡ. Ауылда туғандары булмағандарға бигерәк тә ауырға тура киләсәк. Хәҙер сит илдәрҙә ял итеү, импорт техникаһы, кейем-һалым, аяҡ кейеме, автомобиль алыу тураһында уйлау урынына, нисек ашарға еткерергә тип ҡайғырырға кәрәк буласаҡ.
Икенсе яҡтан нефткә лә хаҡтар төшә: евро менән хаҡы тигеҙләнде. Кемдер бында АҠШ менән Сәғүд Ғәрәбста­нының йәшертен этлеген күрә. Әммә Президент Владимир Путин сәбәбен үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәклеген әйтеп үтте. Ысынлап та, инфляция кимәле күҙал­ланған 8 процент урынына 10-дан ашып китәсәк. Власть хаҡ артмаясаҡ тип ышандырып килһә лә, социологик тик­ше­реүҙәр буйынса “көндән-көн хаҡ тиҙерәк арта” тип иҫәпләгән кешеләр 54 процентты тәшкил итә. 2008 йылдан алып инфляция ул саҡтағы 13,3 проценттан гел түбән булды: 2011 – 6,1, 2012 – 6,6, 2013 – 6,5 процент. Киләһе йылда инфляция шул кимәлдә ҡалыр тип иҫәпләү хата булыр, әммә Дәүләт Думаһында ҡаралған бюджетта ни эшләптер ошоно нигеҙ итеп алғандар: 2015 йылда – 5,5, унан һуң – 4 процент. Власть халыҡты алйотҡа һанай, күрәһең. Был хәйлә менән бюджет тармаҡтарында эшләгәндәргә бирелгән юғары вәғәҙәләрҙе үтәү еңелгә тура киләсәк: артҡан эш хаҡы, пенсиялар осһоҙланған һум менән түләнәсәк. Был йәһәттән власҡа оппозицияла торған либералдарҙың ризаһыҙлығы ишетел­мәй, сөнки маҡсаттары бойомға аша: улар күптән эш хаҡын төшөрөргә хыяллана ине, йәнәһе, был Рәсәй иҡтиса­дының конкурентлыҡ һәләтен арт­тырыу­­ға килтерәсәк.
Либералдар был турала туранан-тура әйтһә, Рәсәйҙә хаҡтар артыуына күҙен йомоп, уға булышлыҡ иткән дәүләт органдары ла етерлек. Ҡарабойҙай ярмаһына, бензинға, картуфҡа хаҡтарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Бының өсөн дәүләт тарафынан махсус рәүештә төҙөлгән орган бар: антимонополь хеҙмәт тип атала. Әйтелгән тауарҙарға хаҡтың шашыуын туҡтатыу урынына – ә бының өсөн бөтә вәкәләттәре бар – граффитиҙа төшөрөлгән бейеүсе ҡыҙҙың итәге артыҡ асылған, тигән ваҡ-төйәк мәсьәләләр йәки бәрәңгегә хаҡ шунсаға артасаҡ, тип ҡотҡоло мәғлүмәт таратыу менән шөғөлләнгән органды үҙ эше менән булышһын тип әйткән кеше юҡ.
Июнь аҙағында нефть менән бензин­дың тоннаһы беҙҙә уртаса 12,3 мең һәм 23,3 мең һум тора ине, йәғни бензин нефттән 1,9 тапҡыр ҡыйбатыраҡ булды. Өс айҙан һуң, сентябрь аҙағында, бензин 26 меңгә тиклем артһа, нефть 10,8 меңгә тиклем төштө. Уларҙың айырмаһы 2,4 тапҡырға барып етте. Быны булдырмау урынына, дәүләт органдары ниндәйҙер “һалым маневрына” һылтана. Үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ: 2013 йылда беҙҙең Рәсәй, энергия сығанаҡтары (нефть, газ, уларҙан эшләнгән продукттар һ.б.) һатып, 363 миллиард доллар табыш алғайны. Был икенсе урында килгән Сәғүд Ғәрәбстанынан күберәк һәм бөтә донъя килеменең 13,5 процентын тәшкил иткәйне. Был килемде ошо инвестиция проекттарына ебәреү урынына төрлө спорт төрҙәрендә легионер­ҙар һатып алыуға, үҙҙәренең топ-менеджер­ҙарына миллионлаған эш хаҡына сарыф иттеләр. (Былтыр 37 миллион доллар эш хаҡы алған ВТБ банкы етәксеһе Андрей Костин дәүләттән 250 миллиард һум һорай. 50 миллион һум алған “Роснефть” етәксеһе Игорь Сечин да тартынып тормай, дәүләт резерв фондтарынан 1,5 триллион һум аҡса үтенә, йәнәһе, яңы инвес­тиция проекттары өсөн кәрәк. Шул тиклем шәп эш хаҡы алғас, тимәк, был компаниялар менән яҡшы етәкселек иткәндәр. Яҡшы булғас, аҡса һорап ятыу бөтөнләй кәрәкмәй бит!).
Ошо нефть һәм газдан алған триллионлап долларҙы Рәсәй иҡтисадының структураһын үҙгәртеү өсөн ҡулланыу урынына, беҙ уны төрлө фондтарҙа туп­лап килдек. Нефттең хаҡы артабан да төшөүен дауам итһә, был запас 1,5-2 йылда бөтәсәк. Нефткә генә бәйле иҡтисад тотороҡло түгел икәне барыбыҙға ла мәғлүм ине бит. Бынан 30 йыл элек нефткә хаҡтың төшөүе Мексиканы дефолтҡа дусар итте, ә Советтар Союзын юҡҡа сығарҙы. Бына хәҙер ОПЕК дәүләттәре нефть сығарыу күләмен кәметеүҙе хуплап сыҡманы. Был шарттарҙа хаҡтарҙың тағы ла төшөүен күҙалларға була. Нефттең артынан һум да арзанаясаҡ.
2008 йылда нефть 143 долларҙан дүрт ай эсендә 40 долларға тиклем кәмене. Долларҙың курсын сағыштырып ҡарайыҡ. 2008 йылдың июлендә ул 23,3 һумдан 2009 йылдың февраль-мартына 36 һумға тиклем барып етте. Һуңыраҡ ул 30 һумға тиклем кире төштө. Быйылғы көрсөк ваҡытында нефть уртаса 35 процентҡа (105-тән 70-кә тиклем) кәмене, ә һумдың осһоҙланыуы бынан күпкә артығыраҡ булып сыҡты, тимәк, тура бәйләнеш юҡ. Бында төп сәбәп – Рәсәй Президенты булып Владимир Путиндың тороуында. Уны ҡолатыу өсөн һумды ҡолатыу кәрәк.
Хәтерләйһегеҙҙер, Ираҡ президенты Саддам Хөсәйен менән Ливия етәксеһе Муамар Ҡаддафи бынан бер нисә йыл элек, долларҙан баш тартырға кәрәк, тип әйткәйне. Икәүһен дә вәхшиҙәрсә язалап үлтереп ҡуйҙылар. Владимир Путин да, Ҡытай, Иран, Белоруссия һ.б. менән алыш-бирештә доллар урынына һум, юань ҡулланырға кәрәк, тип әйткәйне. Рәсәйҙе тик ядро ҡоралы ғына һаҡлап килә. Ул булмаһа, әллә ҡасан В. Путинды ла ошо яҙмыш көтә ине. Ышанысһыҙ һум менән бәйләнмәһендәр өсөн, АҠШ-тың Федераль резерв системаһына донъялағы долларҙың массаһын кәметеү ҙә етә. Ул кәмегәс, автоматик рәүештә нефткә хаҡ төшә, ә беҙҙә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында төҙөлгән банк системаһы арҡаһында һумдың курсы доллар менән туранан-тура бәйле, уға ҡойроҡ булып тағылғайны. Рәсәйгә тулы суверенитетын кире ҡайтарыу өсөн ошо сылбырҙан ысҡынырға кәрәк.
…Беҙҙең баҫманы алдырыусыларға ҡаушап ҡалырға кәрәкмәйҙер. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы көрсөктө хәтерләһәң, бөгөн ул хәлгә төшөп тормаҫбыҙ, моғайын. Республика хал­ҡының 40 проценты ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алһаң, был бәләне лә сағыштыр­маса еңел үткәреп ебәрербеҙ. Кемдең “артыҡ” аҡсаһы бар, уны отошло итеп мультивалюталы вкладта һаҡларға булалыр: өлөшләтә долларҙа, өлөшләтә еврола, өлөшләтә һумда. Ҙур сумманы иһә торлаҡ шартын яҡшыртыуға йүнәл­теү хәйерлерәк.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


  1. Мунир Саматович
    Мунир Саматович от 05.01.2015, 21:07
    Илдар кусты доп-дорос айта. Давно был долларзан котолор карак

  2. Айдар
    Айдар от 12.01.2015, 18:00
    Правильно, давно пора статус ЦБ поменять

Комментарий өҫтәргә