Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сәмләнеп эшләйҙәр, гөрләтеп йәшәйҙәр
Сәмләнеп эшләйҙәр, гөрләтеп йәшәйҙәр
Яҡын дуҫымдың, күршемдең уңғанлығына һөйөнөп бөтә алмайым, һәр йәһәттән дә ул миңә өлгө, бер үк ваҡытта сәм дә өҫтәй, тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Быны “Искра” ауыл хужалығы кооперативы агрономы Өлфәт Исхаҡов менән булған һөйләшеү нығытып раҫлап ҡуйҙы. Ҡотлоюл ауылын үтеп, Ырымбур сиге буйлап атлайбыҙ.

– Тегендә – Гөмбә, бая әйткән ауыл инде, – тине ул, дала яғына төртөп күрһәтеп. – Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тигәндәй, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, хатта нисектер үҙ-ара ярышыу, шәберәк икәнлегеңде иҫбатларға маташыу тойғоһо ла юҡ түгел. Ырымбурҙар һуҙылырға, һәл­кәүләнергә ирек бирмәй. Күршеләр гектарынан утыҙ центнер ашлыҡ һуғып алһа, беҙҙә уңыш унан да юға­рыраҡ булһын тип тыры­шабыҙ.
Хужалыҡ идараһы Яҡ­шем­­бәттә урынлашҡан. Уның ҡарамағында тиҫтәнән ашыу ауыл иҫәпләнә, 500 тирәһе кешенең бында үҙенә эш табыуы, әлбиттә, күпте һөй­ләй.
– Яҡшембәт һәм Кө­йөр­гәҙе малсылыҡ комплекстары “500 ферма” федераль программаһына инде, ә дө­йөм алғанда, улар­ҙың һаны бөтәһе етәү, – тип дауам итә хәбәрен Өлфәт Янар улы. – Заманса эш шарттары булдырыу – тәүмаҡ­саттың береһе.
Кооперативта биш мең­дән ашыу һыйыр малы бар. Әлфиә Мерәҫова (Яҡшембәт фермаһы), мәҫәлән, һигеҙ айҙа һәр һыйырҙан 4 670 литр һөт һауған. Ҡотлоюл­дан Маһинур Аҡһарова менән Көйөргәҙенән Зөлфиә Ишкинина һәм Гөлсәсәк Хәмитовалар ҙа әхирәт­тә­ренән ҡалышмай. Хәйер, ит һәм һөт етештереү буйынса “искра”ларға етеүсе юҡ. Һәр баш малға 30 центнерҙан ашыу аҙыҡ әҙерләнгән.
Сәмләнеп эшләйҙәр, гөрләтеп йәшәйҙәрУраҡ бик ҡыҙыу барған. Комбайнсылар Шәүҡәт Ишкинин, Илфаҡ Боҫҡанов, Рим Ғәлимов көнө-төнө яланды иңләһә, водителдәр Илшат Түләков, Тәлғәт Мыр­ҙабаев ырҙын менән баҫыу араһындағы юлға саң ҡун­дырмаған. Ерҙе туңға һөр­гәндә иһә Айнур Ниғ­мә­- тул­лин менән Раил Түләков көсөн йәллә­мәгән.
“Искра” хужалығы рәйесе – Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәткәре Рәмил Мостафин. Етәксе үҙ бүлмәһенә эшлекле тәҡдим менән инеү­селәрҙе һәр саҡ хуплай. “Тир түккән – етеш йәшәгән” тигән мәҡәлде тормош девизы итеп алған. Халыҡҡа шөғөл булһын, ғаилә башлығының һәр береһе үҙен ысын ир итеп тойһон – бына нимәләр иң беренсе борсой Рәмил Ғиниәт улын.
Ҡараш иңләмәҫлек май­ҙан­ды биләгән көнбағыш баҫыуына яҡынлаштыҡ: әй­терһең дә, унда кемдәрҙер көрән таҡыя кейгән дә ниҙер көтә. Ҡеүәтле комбайндар баҫыу­ҙы иңләй, “ЗиЛ” машиналары сиратҡа теҙелгән. Өлфәт Исхаҡов билдәлә­үенсә, ерҙе эшкәртеүгә көстө ни тиклем йәлләмәһәң, ул һиңә уңышты шул хәтлем мул бирәсәк.
Әлеге баҫыу 100 гектар майҙанды биләй. Көнбағыш­тың ғәҙәттәгесә эре түгел­леге ғәжәпләндерҙе. Ап­­ты­- рау­лы ҡарашымды тойған агроном:
– Был культура май өсөн үҫтерелә, үтә ваҡ тип әйтмәҫ инем. Уның ҡарауы, майы тәмле, – тине.
Һүҙ ҙә юҡ, күршеләр алдында һыр бирмәй “ис­кра”­лар. Эшһөйәрҙәр ху­­жа­лыҡ йөгөн ырамлы тарта, кемде генә алма, һәр береһе мул һәм етеш йәшәй.





Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә