Яҡын дуҫымдың, күршемдең уңғанлығына һөйөнөп бөтә алмайым, һәр йәһәттән дә ул миңә өлгө, бер үк ваҡытта сәм дә өҫтәй, тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Быны “Искра” ауыл хужалығы кооперативы агрономы Өлфәт Исхаҡов менән булған һөйләшеү нығытып раҫлап ҡуйҙы. Ҡотлоюл ауылын үтеп, Ырымбур сиге буйлап атлайбыҙ.
– Тегендә – Гөмбә, бая әйткән ауыл инде, – тине ул, дала яғына төртөп күрһәтеп. – Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тигәндәй, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, хатта нисектер үҙ-ара ярышыу, шәберәк икәнлегеңде иҫбатларға маташыу тойғоһо ла юҡ түгел. Ырымбурҙар һуҙылырға, һәлкәүләнергә ирек бирмәй. Күршеләр гектарынан утыҙ центнер ашлыҡ һуғып алһа, беҙҙә уңыш унан да юғарыраҡ булһын тип тырышабыҙ.
Хужалыҡ идараһы Яҡшембәттә урынлашҡан. Уның ҡарамағында тиҫтәнән ашыу ауыл иҫәпләнә, 500 тирәһе кешенең бында үҙенә эш табыуы, әлбиттә, күпте һөйләй.
– Яҡшембәт һәм Көйөргәҙе малсылыҡ комплекстары “500 ферма” федераль программаһына инде, ә дөйөм алғанда, уларҙың һаны бөтәһе етәү, – тип дауам итә хәбәрен Өлфәт Янар улы. – Заманса эш шарттары булдырыу – тәүмаҡсаттың береһе.
Кооперативта биш меңдән ашыу һыйыр малы бар. Әлфиә Мерәҫова (Яҡшембәт фермаһы), мәҫәлән, һигеҙ айҙа һәр һыйырҙан 4 670 литр һөт һауған. Ҡотлоюлдан Маһинур Аҡһарова менән Көйөргәҙенән Зөлфиә Ишкинина һәм Гөлсәсәк Хәмитовалар ҙа әхирәттәренән ҡалышмай. Хәйер, ит һәм һөт етештереү буйынса “искра”ларға етеүсе юҡ. Һәр баш малға 30 центнерҙан ашыу аҙыҡ әҙерләнгән.
Ураҡ бик ҡыҙыу барған. Комбайнсылар Шәүҡәт Ишкинин, Илфаҡ Боҫҡанов, Рим Ғәлимов көнө-төнө яланды иңләһә, водителдәр Илшат Түләков, Тәлғәт Мырҙабаев ырҙын менән баҫыу араһындағы юлға саң ҡундырмаған. Ерҙе туңға һөргәндә иһә Айнур Ниғмә- туллин менән Раил Түләков көсөн йәлләмәгән.
“Искра” хужалығы рәйесе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мостафин. Етәксе үҙ бүлмәһенә эшлекле тәҡдим менән инеүселәрҙе һәр саҡ хуплай. “Тир түккән – етеш йәшәгән” тигән мәҡәлде тормош девизы итеп алған. Халыҡҡа шөғөл булһын, ғаилә башлығының һәр береһе үҙен ысын ир итеп тойһон – бына нимәләр иң беренсе борсой Рәмил Ғиниәт улын.
Ҡараш иңләмәҫлек майҙанды биләгән көнбағыш баҫыуына яҡынлаштыҡ: әйтерһең дә, унда кемдәрҙер көрән таҡыя кейгән дә ниҙер көтә. Ҡеүәтле комбайндар баҫыуҙы иңләй, “ЗиЛ” машиналары сиратҡа теҙелгән. Өлфәт Исхаҡов билдәләүенсә, ерҙе эшкәртеүгә көстө ни тиклем йәлләмәһәң, ул һиңә уңышты шул хәтлем мул бирәсәк.
Әлеге баҫыу 100 гектар майҙанды биләй. Көнбағыштың ғәҙәттәгесә эре түгеллеге ғәжәпләндерҙе. Апты- раулы ҡарашымды тойған агроном:
– Был культура май өсөн үҫтерелә, үтә ваҡ тип әйтмәҫ инем. Уның ҡарауы, майы тәмле, – тине.
Һүҙ ҙә юҡ, күршеләр алдында һыр бирмәй “искра”лар. Эшһөйәрҙәр хужалыҡ йөгөн ырамлы тарта, кемде генә алма, һәр береһе мул һәм етеш йәшәй.