Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хеҙмәт дәрте таша яландарҙа
Башҡортостан Ауыл хужалығы министр­лығы­ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙә­ренсә, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға бе­­ренсе­ләр­ҙән булып Әлшәй, Баҡалы һәм Бүздәк райондары хужалыҡтары төшкән. 8 сентябргә тиклем тәүге районда 193 гек­тар­ҙан 4 мең тонна самаһы уңыш йыйып алынған.


Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы, Миәкә һәм Саҡмағош райондары яландары ла техника тауыштарына күмелде. 700 гектар самаһы майҙандан 16 мең тонна сеймал сығарылып, шуның 5,5 мең тоннаһы шәкәр заводтарына оҙатылған. Һәр гектарҙан уртаса 235 центнер уңыш алына. Быйыл техник культура 50 мең гектарҙы биләй һәм, белгестәр фаразлауынса, уның һәр гектарынан 280 центнер уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бар.
Уҙған аҙнала плантацияларҙағы уңышты йыйыуға арнап Бүздәк районында үткәрел­гән семинарҙа билдәләнеүенсә, Мәләүез, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары сеймал ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Респуб­ли­каның ауыл хужалығы министры Николай Коваленко семинарҙа ҡатнашҡан 24 район вәкилдәрен 25 октябргәсә плантацияларҙа эште тулыһынса тамамларға саҡырҙы. Һәр комбайнға уртаса 320 гектар тура килеүен иҫәпкә алғанда, бурыстың атҡарыласағына ышаныс бар кеүек.
Семинарҙың Бүздәк районында уҙғары­лыуы осраҡлы түгел: бында техник культураны үҫтереү буйынса матди база ла, ныҡлы тәжрибә лә тупланған. Былтыр, мәҫә­лән, һәр гектарҙан 415 центнер уңыш йыйылыуын иҫәпкә алып, быйыл сәсеүлектәрҙе тағы ла 403 гектарға киңәйткәндәр. Шәкәр сөгөлдө­рөнөң барлығы 5746 гектарҙа игеле­үе, быйыл юғары етештереүсәнле өс “Грем­ми” комбайны һәм бер “Холмер” тейәгесе һатып алыныуы был культураға ныҡлы иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй.
Иген культураларының өстән ике өлөшө урып һуғылып, 2 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйылған. Ейәнсура районы иген­селәре, йыл урағын Башҡортостанда бе­ренселәрҙән булып тамамлап, 16,2 мең тон­на уңыш алған. 27 район – борсаҡ, 24-е һоло һәм 9-ы арпа урағын тамамлаған.
4 сентябрҙә үткәрелгән селектор кә­ңәш­мә­һендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премь­еры Эрнст Исаев, һауа шарттарының көйһөҙлөгөн иҫәпкә алып, 25 сентябргә иген культураларын йыйыуҙы тамамларға са­ҡырҙы. Синоптиктар фаразлауынса, 13, 14 сентябрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, ә октябрь аҙағында ҡар ятыуы көтөлә.



Автор: Мөхәммәт ФӘЙРУШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә