Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға беренселәрҙән булып Әлшәй, Баҡалы һәм Бүздәк райондары хужалыҡтары төшкән. 8 сентябргә тиклем тәүге районда 193 гектарҙан 4 мең тонна самаһы уңыш йыйып алынған.
Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы, Миәкә һәм Саҡмағош райондары яландары ла техника тауыштарына күмелде. 700 гектар самаһы майҙандан 16 мең тонна сеймал сығарылып, шуның 5,5 мең тоннаһы шәкәр заводтарына оҙатылған. Һәр гектарҙан уртаса 235 центнер уңыш алына. Быйыл техник культура 50 мең гектарҙы биләй һәм, белгестәр фаразлауынса, уның һәр гектарынан 280 центнер уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бар.
Уҙған аҙнала плантацияларҙағы уңышты йыйыуға арнап Бүздәк районында үткәрелгән семинарҙа билдәләнеүенсә, Мәләүез, Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары сеймал ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко семинарҙа ҡатнашҡан 24 район вәкилдәрен 25 октябргәсә плантацияларҙа эште тулыһынса тамамларға саҡырҙы. Һәр комбайнға уртаса 320 гектар тура килеүен иҫәпкә алғанда, бурыстың атҡарыласағына ышаныс бар кеүек.
Семинарҙың Бүздәк районында уҙғарылыуы осраҡлы түгел: бында техник культураны үҫтереү буйынса матди база ла, ныҡлы тәжрибә лә тупланған. Былтыр, мәҫәлән, һәр гектарҙан 415 центнер уңыш йыйылыуын иҫәпкә алып, быйыл сәсеүлектәрҙе тағы ла 403 гектарға киңәйткәндәр. Шәкәр сөгөлдөрөнөң барлығы 5746 гектарҙа игелеүе, быйыл юғары етештереүсәнле өс “Гремми” комбайны һәм бер “Холмер” тейәгесе һатып алыныуы был культураға ныҡлы иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй.
Иген культураларының өстән ике өлөшө урып һуғылып, 2 миллион тонна самаһы ашлыҡ йыйылған. Ейәнсура районы игенселәре, йыл урағын Башҡортостанда беренселәрҙән булып тамамлап, 16,2 мең тонна уңыш алған. 27 район – борсаҡ, 24-е һоло һәм 9-ы арпа урағын тамамлаған.
4 сентябрҙә үткәрелгән селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Эрнст Исаев, һауа шарттарының көйһөҙлөгөн иҫәпкә алып, 25 сентябргә иген культураларын йыйыуҙы тамамларға саҡырҙы. Синоптиктар фаразлауынса, 13, 14 сентябрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, ә октябрь аҙағында ҡар ятыуы көтөлә.