Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Китап яҙыу йорт һалыу менән бер
Китап яҙыу  йорт һалыу менән бер
“Ни өсөн тигәндә, икеһе лә – ижад емеше лә, өй ҙә – тәүҙә хыялда тыуа, улар тамам әҙер булғансы ҡулды ла, башты ла ныҡ эшләтергә, зауыҡты тулы ҡеүәтенә файҙаланырға тура килә”, – ти Кәбир Яҡупов. Ул – тиҫтәләрсә йыллыҡ тәжрибәһе булған, ташсынан алып трест етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үткән төҙөүсе.


Күптән түгел Кәбир Фәх­рислам улының “Мин Сибай буйлап атлайым” (“Я шагаю по Сибаю...”) тигән китабы нәшер ителде. Төҙө­лөш тармағы – үҙе бер донъя, шуға автор ошо өлкәләге һөнәр кешеләре­нең һәр үҙенсәлеген, һөнәр аша тыуған уй-хыялдарын шул китапта тулыһынса асып һалырға тырышҡан. Ҡола яланда бер нисә йыл эсендә яңы биҫтә үҫеп сыҡҡан икән, кемгәлер ул еңел генә хасил булған кеүек. Ә бит төҙөлөштөң уртаһында ҡайнаған кеше ундағы һәр йорттоң нигеҙенән түбәһенә тиклем нисек һалыныуы тарихын яҡшы белә. Шул йорттар араһынан атлап барғанда ул ниҙәр уйлай икән? Китапҡа исем шуны күҙ уңында тотоп бирелгән дә инде.
Был баҫманан күренеүенсә, ҡала төҙөйөм тип Кәбир ағай, нигеҙҙә, Сибайҙы күҙ уңында тотоп әйтә. Бындағы элекке “Башмедьстрой” тресына ғына ла уның утыҙ йыл ғүмере бағышланған! Унан тыш, “Башкоммунводоканал” берекмәһе, “Раум Арчитектс” проект фирмаһы, республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фонды, башҡа ойошмалар – ҡыҫҡаһы, проектлау һәм төҙөү, төҙөлөштө инвес­тициялау, объекттарға контроллек итеү буйынса уны­ҡындай ҙур тәжрибә Башҡортостанда бик һирәк кешелә барҙыр. Хәйер, шулай ҙа һәр кем өсөн һөнәр оҫтаһы юғарылығына күтәрелергә ярҙам итеүсе төп таянысы – ғаиләһе. Шуға күрә автор үҙенең ҡатыны, журналист һәм дәүләт хеҙмәткәре Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙына, ҡыҙҙары Наиләгә һәм ейәнсәре Эли­наға ҡарата ла йылы һүҙ­ҙәрен йәлләмәгән.
Тыуған еренән ситтә лә байтаҡ йорт-ҡоролма уның ҡул йылыһын һаҡлай. Әр­мән­стандағы ер тетрәүҙән һуң Ленинакан ҡала­һына ашығыс командировкаға сы­ғыу һәм, көндө-төнгә ял­ғап, ундағы халыҡҡа аяҡҡа ба­ҫырға ярҙамлашыу үҙе генә лә ни тора! “Ҡала үҙәгендәге тулыһынса емерелгән йорттар араһында “Әрмәнстан әсәһе” тигән мөһабәт һәй­кәлдең генә имен ҡалып, йыраҡтан уҡ күренеп ултырыуын һис оноторлоҡ түгел”, тип яҙа Кәбир Яҡупов. Бында сейсмик яҡтан тото­роҡло йорттар һалыуҙа эш­ләп ҡайтҡандан һуң, күп­ме­лер ғүмер уҙғас, ул йәнә Кавказ яғына – Сочиға – юлланған. Тик ял итергә түгел, ә буласаҡ Олимпиада объекттарын төҙөргә...
Ашығыс командировка тигәндән, ул Ленинакандан башҡа ла байтаҡ ерҙә була. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһендә 1988 йылдағы тимер юл һә­лә­кәтенән һуң емереклектәрҙе бөтөрөргә Си­байҙан 12 кешелек бригада ебәрелеүе тураһында китаптың айырым бер бүлегендә тасуирлана.
Әйткәндәй, Кәбир Фәхрислам улы үҙенең китабында башҡа һөнәр эйәләренең донъяһына тығылмай, бүтән тармаҡтар буйынса фәлсәфә һатыуҙы кәрәк тип тапмай. Һәр кем үҙе яҡшы белгән мөхит тураһында ғына яҙа ала, тип иҫәпләй ул. Ә төҙөлөш кеүек ҡатмарлы һәм “ҡалын елкәле” кешеләр генә эшләй алырлыҡ урын тураһында һөйләп биреүҙе ул үҙенең мөҡәддәс бурысы тип һанаған. Кәбир Фәхрислам улы яҙыусы вазифаһын да, һәр ваҡыттағыса, намыҫ менән үтәне, тип тулы нигеҙҙә әйтергә була: ябай төҙөүсенең нисек һөнәрмән, шәхес булып үҫеп етеүе китапта тормош ысынбарлығы аша мауыҡтырғыс итеп асып бирелгән.


Автор: Р. Шәрифуллин.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә