Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Әлегә цех. Киләсәктә завод булһын!
Әлегә цех. Киләсәктә завод булһын!
Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡаҙыһы кеүек күптән брендҡа әүерелгән милли аш-һыуыбыҙ янына, һис шикһеҙ, ҡоротто ла индерергә була. Уның шифаһы хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәҫ. Һөттән яһалған әскелтем тәмле был ризыҡты бөгөн башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә йыш һатып ала, яратып ҡуллана.


Үҙеңдеке тәмлерәк тә, таҙараҡ та тип, Өфөлә йәшәүсе Зөлфирә Әминева тыуған ауылы Үрге Яйыҡбайҙа ҡорот етештереү цехы булдырҙы. Уны асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы Фәниә Вәхитова, ауылдаштары, дуҫтары һәм туғандары ҡатнашты.
Әлегә цех. Киләсәктә завод булһын!– Йәмәғәтселек күңелен яһалма ҡим­мәт­тәр көндән-көн нығыраҡ яулай барған, өҫтәлдәребеҙҙе ят ризыҡтар биҙәгән мәлдә, милли мәҙәниәткә генә түгел, милли аш-һыуға ла ихтыяж арта. Өләсәйҙәребеҙ быуаттар буйы эшләгән, хәҙер инде танһыҡҡа әйләнгән һөт ри­зыҡтары үҙенең баһаһын һис юғалтмай. Киләсәктә милли ризығыбыҙҙың данын арттырайыҡ, ауылдаштарыма аҙ булһа ла эш урындары барлыҡҡа килһен, бәлки, кемдер, беҙҙең башланғысты дауам итеп, тағы берәй йүнәлештә үҙ кәсебен асыр тип тәүәккәлләнем, – тине үҙ сығышында Зөлфирә Заһит ҡыҙы.
Илшат Ситдыҡов әйтеүенсә, Баймаҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юл күптән асыҡ, теләге һәм мөмкинлеге булғандарға район етәкселеге һәр яҡлап ярҙам күр­һәтә, субсидия юллауҙа ярҙамлаша. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп­тәрен тергеҙеү буйынса башланғыстар хуплауға лайыҡ, тине ул.
“ЯикБайМак” тип аталған ҡорот етештереү цехында әле ун кешегә эш урыны булдырылған. Мәшғүлдәрҙең барыһы ла – Үрге Яйыҡбай кешеләре. Әлегә көнөнә 500 литр һөттән ҡорот етештереү ҡаралған. Бының өсөн барлыҡ ҡорамалдар хәстәрләнгән, һәр нәмә эшкә әҙер. Зөлфиә Ишҡыуатова, Алһыу Рах­ман­ғолова һәм Гөлсинә Әминева махсус курс та үтеп ҡайтҡан. Һөт ауыл халҡынан йыйыла, артабан таҙартылып, 120 градуста ҡайнатылып, тейешле ҡорамалға оҙатыла. Ҡорот эшкәртелгәндән һуң махсус һауыттарға һалына. Шуныһы иғти­барға лайыҡ: эшлекле ханым ҡороттан ҡалған һыуҙы ла түкмәй – эркет һауыт­тарға тултырыла һәм магазиндарға оҙатыла. Уның шифаһы ҙур бит: ҡорот һыуын кемдер эсәк-ашҡаҙан сирҙәренән дауаланыу өсөн эсә, бәғзе берәүҙәр сәсте үҫтереүҙә файҙалана. Барыһына ла тейешле сертификат алынған, тикшереү үткәрелгән.
Тик ҡорот, эркет һыуы һатып ҡына ултыр­маясаҡ яңы цех, магазин кәштә­ләренә ҡыҙыл эремсек тә сығарасаҡ. Әйткәндәй, һатыу мәсьәләһенә килгәндә, әҙер продукцияны Өфө ҡалаһындағы “Байрам” сауҙа селтәре магазиндарында һәм баҙарҙа алырға мөмкин буласаҡ. Ҡорот менән эркетте Ҡаҙағстан һәм Украина яҡтарына ебәреүгә лә рөхсәт бар. Ә инде ҡыҙыл эремсекте Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һатыу ҡа­ралған.
Март айында ауыл янындағы ферма­ның ташландыҡ бер бинаһын алып, уға тиҙ арала ремонт яһап, кәрәкле ҡора­малдар менән йыһазландырыу еңелдән булмаған, әлбиттә. Әммә, тырыш, тәүәк­кәл Зөлфирә Заһит ҡыҙы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, барыһын да еңеп сыҡҡан. Иң мөһиме – тотош ауыл халҡы, туғандары булышлыҡ күрһәткән. Барыһына ла оло рәхмәтле бөгөн эшҡыуар ханым. Һәр башланғысын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙған ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлдәр Ишҡыуатова әсәһенә был юлы ла ныҡлы терәк булған. Әйткәндәй, ҡәҙерле кешеһенең, ауылдаштарының оло ҡыуанысын уртаҡлашырға бер төркөм дуҫтары менән ул да килгәйне. Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Үрге Яйыҡбайҙа ҡорот етештереү цехы асылған көндә Гөлдәр Ишҡыуатованың ярҙамы менән һабантуй ҙа үткәрелде.
Милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе ҡо­рот­то етештереү цехы киләсәктә заводҡа әүерелер тигән өмөт тә юҡ түгел. Иң мөһиме – бының өсөн әҙер сеймал бар: халыҡ һөтөн көн дә тапшырырға әҙер. Ауыл халҡына ла, эшҡыуарға ла файҙа бар икән, ниңә уны үҫтермәҫкә? Матур һауыттарға тултырылған ҡоротто, ҡыҙыл эремсекте, эркет һыуын магазин кәштәлә­рендә осратһағыҙ, икеләнмәйенсә уны һатып алығыҙ – үкенмәҫһегеҙ.


Автор: Х. ИГЕБАЕва. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 0

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә