Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡаҙыһы кеүек күптән брендҡа әүерелгән милли аш-һыуыбыҙ янына, һис шикһеҙ, ҡоротто ла индерергә була. Уның шифаһы хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәҫ. Һөттән яһалған әскелтем тәмле был ризыҡты бөгөн башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә йыш һатып ала, яратып ҡуллана.
Үҙеңдеке тәмлерәк тә, таҙараҡ та тип, Өфөлә йәшәүсе Зөлфирә Әминева тыуған ауылы Үрге Яйыҡбайҙа ҡорот етештереү цехы булдырҙы. Уны асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы Фәниә Вәхитова, ауылдаштары, дуҫтары һәм туғандары ҡатнашты.
– Йәмәғәтселек күңелен яһалма ҡиммәттәр көндән-көн нығыраҡ яулай барған, өҫтәлдәребеҙҙе ят ризыҡтар биҙәгән мәлдә, милли мәҙәниәткә генә түгел, милли аш-һыуға ла ихтыяж арта. Өләсәйҙәребеҙ быуаттар буйы эшләгән, хәҙер инде танһыҡҡа әйләнгән һөт ризыҡтары үҙенең баһаһын һис юғалтмай. Киләсәктә милли ризығыбыҙҙың данын арттырайыҡ, ауылдаштарыма аҙ булһа ла эш урындары барлыҡҡа килһен, бәлки, кемдер, беҙҙең башланғысты дауам итеп, тағы берәй йүнәлештә үҙ кәсебен асыр тип тәүәккәлләнем, – тине үҙ сығышында Зөлфирә Заһит ҡыҙы.
Илшат Ситдыҡов әйтеүенсә, Баймаҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юл күптән асыҡ, теләге һәм мөмкинлеге булғандарға район етәкселеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, субсидия юллауҙа ярҙамлаша. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү буйынса башланғыстар хуплауға лайыҡ, тине ул.
“ЯикБайМак” тип аталған ҡорот етештереү цехында әле ун кешегә эш урыны булдырылған. Мәшғүлдәрҙең барыһы ла – Үрге Яйыҡбай кешеләре. Әлегә көнөнә 500 литр һөттән ҡорот етештереү ҡаралған. Бының өсөн барлыҡ ҡорамалдар хәстәрләнгән, һәр нәмә эшкә әҙер. Зөлфиә Ишҡыуатова, Алһыу Рахманғолова һәм Гөлсинә Әминева махсус курс та үтеп ҡайтҡан. Һөт ауыл халҡынан йыйыла, артабан таҙартылып, 120 градуста ҡайнатылып, тейешле ҡорамалға оҙатыла. Ҡорот эшкәртелгәндән һуң махсус һауыттарға һалына. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эшлекле ханым ҡороттан ҡалған һыуҙы ла түкмәй – эркет һауыттарға тултырыла һәм магазиндарға оҙатыла. Уның шифаһы ҙур бит: ҡорот һыуын кемдер эсәк-ашҡаҙан сирҙәренән дауаланыу өсөн эсә, бәғзе берәүҙәр сәсте үҫтереүҙә файҙалана. Барыһына ла тейешле сертификат алынған, тикшереү үткәрелгән.
Тик ҡорот, эркет һыуы һатып ҡына ултырмаясаҡ яңы цех, магазин кәштәләренә ҡыҙыл эремсек тә сығарасаҡ. Әйткәндәй, һатыу мәсьәләһенә килгәндә, әҙер продукцияны Өфө ҡалаһындағы “Байрам” сауҙа селтәре магазиндарында һәм баҙарҙа алырға мөмкин буласаҡ. Ҡорот менән эркетте Ҡаҙағстан һәм Украина яҡтарына ебәреүгә лә рөхсәт бар. Ә инде ҡыҙыл эремсекте Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һатыу ҡаралған.
Март айында ауыл янындағы ферманың ташландыҡ бер бинаһын алып, уға тиҙ арала ремонт яһап, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу еңелдән булмаған, әлбиттә. Әммә, тырыш, тәүәккәл Зөлфирә Заһит ҡыҙы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, барыһын да еңеп сыҡҡан. Иң мөһиме – тотош ауыл халҡы, туғандары булышлыҡ күрһәткән. Барыһына ла оло рәхмәтле бөгөн эшҡыуар ханым. Һәр башланғысын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙған ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлдәр Ишҡыуатова әсәһенә был юлы ла ныҡлы терәк булған. Әйткәндәй, ҡәҙерле кешеһенең, ауылдаштарының оло ҡыуанысын уртаҡлашырға бер төркөм дуҫтары менән ул да килгәйне. Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Үрге Яйыҡбайҙа ҡорот етештереү цехы асылған көндә Гөлдәр Ишҡыуатованың ярҙамы менән һабантуй ҙа үткәрелде.
Милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе ҡоротто етештереү цехы киләсәктә заводҡа әүерелер тигән өмөт тә юҡ түгел. Иң мөһиме – бының өсөн әҙер сеймал бар: халыҡ һөтөн көн дә тапшырырға әҙер. Ауыл халҡына ла, эшҡыуарға ла файҙа бар икән, ниңә уны үҫтермәҫкә? Матур һауыттарға тултырылған ҡоротто, ҡыҙыл эремсекте, эркет һыуын магазин кәштәләрендә осратһағыҙ, икеләнмәйенсә уны һатып алығыҙ – үкенмәҫһегеҙ.