Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һалым арта, ә юл сифаты яҡшырырмы?
Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеүе дәүләт ҡаҙнаһының нисек тулыланыуына бәйле икәнлеген берәүгә лә артыҡ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, моғайын. Был эш Башҡортостандың Финанс министрлығы менән һалым хеҙмәтенә тапшырылған. Былтыр һәм быйылғы тәүге өс айҙа улар нисек эшләне?


Башҡортостанда һалым йыйыу күләме арта бара: былтыр ул бөтә кимәлдәге ҡаҙналарға 2012 йыл менән сағыштырғанда 21 миллиард һумға күберәк йыйылһа (йәғни үҫеш — 10 процент), быйылғы биш айҙың күрһәткесе лә алдағы осорҙоҡонан алты процентҡа ҙурыраҡ булған.
Бөтә йыйылған аҡсаның 78 миллиард һумы былтыр республика ҡаҙнаһына күсерелгән, 2012 йыл менән сағыштырғанда был 5 миллиард һумға күберәк.
Үткән йыл ойошмалар табышына һалымдың 1,4 процентҡа аҙыраҡ алыныуы ҡаҙнаның тулыланыуын бер аҙ тотҡарланы. Рәсәй буйынса был күрһәткес хатта 13,2 процентҡа түбәнәйгән. Төп сәбәптәрҙең береһе – нефткә һәм нефть продукттарына экспорт пошлинаһының үҙгәреүе.
Шуға ҡарамаҫтан, республика ҡаҙнаһына килем йыйыу артты – 2012 йыл менән сағыштырғанда ул 3,9 процентҡа күберәк булды.
Быйылғы тәүге өс айҙа республика ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп сығанаҡтар ошолар:Һалым арта, ә юл сифаты яҡшырырмы?

Бының сәбәбен иҡтисад белгестәре беҙҙә оҙаҡ йылдар дауамында транспорт һалымының арттырылмауы менән аңлата. Был ҡарар тәү сиратта юл хужалығына сығымдарҙы ҡаплау маҡсатында ҡабул ителгән. Законға ярашлы, транспорт һалымы республиканың Юл фондын тулыландырыу сығанаҡтарының береһе булып тора. Транспорт һалымын яңыса түләү 2015 йылдан ғәмәлгә ашырыласаҡ, шуға күрә был яңылыҡтың һалым йыйыу күләменә нисек йоғонто яһауы билдәһеҙ.
Автомобиль яғыулығы сифатында метан газын ҡулланыусыларға закон тарафынан 20 процент ташлама яһау ҡаралған. Бутан менән пропанға был ҡағылмай. Билдәле булыуынса, республикала газ менән заправкалау станциялары күп түгел. Был ташлама газ яғыулығына күсеүҙе дәртләндерерме икән?
– “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законында бындай ташлама ҡаралған, — тип яуап бирҙеләр ошо һорауға республикабыҙҙың Финанс министрлығында. Ул мотор яғыулығы өсөн газ ҡулланыуға күсеүҙе дәртләндереү маҡсатында башҡарыла. Ташлама 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып 2019 йылдың 31 декабренә саҡлы ғәмәлдә буласаҡ. Метан яғыулығы экологик яҡтан һәм хәүефһеҙлек буйынса пропан менән сағыштырғанда өҫтөнөрәк. Шуға күрә уның киләсәге ҙур.


Баязит САҘИҠОВ, Өфө Медицина хеҙмәте һәм кеше экологяһы ғилми-тикшеренеү институты директорының хужалыҡ буйынса урынбаҫары:
– Һалым йыйыу органы, Хеҙмәт министрлығы ойошмаларға ташлама биреүҙең дөрөҫ-дөрөҫ түгеллеген тикшерергә тейеш. Машина йөрөтөргә танытмаһы булмаған кешегә транспорт һалымы буйынса ташлама булырға тейеш түгел. Был һалым транспорт сараһының йөрөшөнә ҡарап түләнергә тейеш: кемдер йылына 2-3 ай ғына йөрөй, ә кемдер – көн һайын. Һалымды мото-сәғәткә ҡарап ҡуйырға кәрәк.
Альберт ФӘТҠУЛЛИН, юрист, эшҡыуар:
– Транспорт һалымын күтәреү кәрәктер, әммә миңә аҡсаның ҡайҙа киткәнен белеү мөһим. Уның юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, парковкалар өсөн сарыф ителгәнен аныҡ белһәм, яҡшы булыр ине. Бензиндан тәбиғи газға күсергә тейешле инфраструктура етешмәй: газ заправка станциялары ҙур ҡалаларҙа бик һирәк, ә райондарҙа юҡ тигәндәй. Икенсенән, экономия һиҙелерлек түгелдер. Был сара тик маршрут “ГАЗел”дәре өсөн генә эшләнгән.


Автор: Илдар ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә