Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеүе дәүләт ҡаҙнаһының нисек тулыланыуына бәйле икәнлеген берәүгә лә артыҡ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, моғайын. Был эш Башҡортостандың Финанс министрлығы менән һалым хеҙмәтенә тапшырылған. Былтыр һәм быйылғы тәүге өс айҙа улар нисек эшләне?
Башҡортостанда һалым йыйыу күләме арта бара: былтыр ул бөтә кимәлдәге ҡаҙналарға 2012 йыл менән сағыштырғанда 21 миллиард һумға күберәк йыйылһа (йәғни үҫеш — 10 процент), быйылғы биш айҙың күрһәткесе лә алдағы осорҙоҡонан алты процентҡа ҙурыраҡ булған.
Бөтә йыйылған аҡсаның 78 миллиард һумы былтыр республика ҡаҙнаһына күсерелгән, 2012 йыл менән сағыштырғанда был 5 миллиард һумға күберәк.
Үткән йыл ойошмалар табышына һалымдың 1,4 процентҡа аҙыраҡ алыныуы ҡаҙнаның тулыланыуын бер аҙ тотҡарланы. Рәсәй буйынса был күрһәткес хатта 13,2 процентҡа түбәнәйгән. Төп сәбәптәрҙең береһе – нефткә һәм нефть продукттарына экспорт пошлинаһының үҙгәреүе.
Шуға ҡарамаҫтан, республика ҡаҙнаһына килем йыйыу артты – 2012 йыл менән сағыштырғанда ул 3,9 процентҡа күберәк булды.
Быйылғы тәүге өс айҙа республика ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп сығанаҡтар ошолар:

Бының сәбәбен иҡтисад белгестәре беҙҙә оҙаҡ йылдар дауамында транспорт һалымының арттырылмауы менән аңлата. Был ҡарар тәү сиратта юл хужалығына сығымдарҙы ҡаплау маҡсатында ҡабул ителгән. Законға ярашлы, транспорт һалымы республиканың Юл фондын тулыландырыу сығанаҡтарының береһе булып тора. Транспорт һалымын яңыса түләү 2015 йылдан ғәмәлгә ашырыласаҡ, шуға күрә был яңылыҡтың һалым йыйыу күләменә нисек йоғонто яһауы билдәһеҙ.
Автомобиль яғыулығы сифатында метан газын ҡулланыусыларға закон тарафынан 20 процент ташлама яһау ҡаралған. Бутан менән пропанға был ҡағылмай. Билдәле булыуынса, республикала газ менән заправкалау станциялары күп түгел. Был ташлама газ яғыулығына күсеүҙе дәртләндерерме икән?
– “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законында бындай ташлама ҡаралған, — тип яуап бирҙеләр ошо һорауға республикабыҙҙың Финанс министрлығында. Ул мотор яғыулығы өсөн газ ҡулланыуға күсеүҙе дәртләндереү маҡсатында башҡарыла. Ташлама 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып 2019 йылдың 31 декабренә саҡлы ғәмәлдә буласаҡ. Метан яғыулығы экологик яҡтан һәм хәүефһеҙлек буйынса пропан менән сағыштырғанда өҫтөнөрәк. Шуға күрә уның киләсәге ҙур.
Баязит САҘИҠОВ, Өфө Медицина хеҙмәте һәм кеше экологяһы ғилми-тикшеренеү институты директорының хужалыҡ буйынса урынбаҫары:– Һалым йыйыу органы, Хеҙмәт министрлығы ойошмаларға ташлама биреүҙең дөрөҫ-дөрөҫ түгеллеген тикшерергә тейеш. Машина йөрөтөргә танытмаһы булмаған кешегә транспорт һалымы буйынса ташлама булырға тейеш түгел. Был һалым транспорт сараһының йөрөшөнә ҡарап түләнергә тейеш: кемдер йылына 2-3 ай ғына йөрөй, ә кемдер – көн һайын. Һалымды мото-сәғәткә ҡарап ҡуйырға кәрәк.
Альберт ФӘТҠУЛЛИН, юрист, эшҡыуар: – Транспорт һалымын күтәреү кәрәктер, әммә миңә аҡсаның ҡайҙа киткәнен белеү мөһим. Уның юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, парковкалар өсөн сарыф ителгәнен аныҡ белһәм, яҡшы булыр ине. Бензиндан тәбиғи газға күсергә тейешле инфраструктура етешмәй: газ заправка станциялары ҙур ҡалаларҙа бик һирәк, ә райондарҙа юҡ тигәндәй. Икенсенән, экономия һиҙелерлек түгелдер. Был сара тик маршрут “ГАЗел”дәре өсөн генә эшләнгән.