Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Рөстәм Хәмитов: “Һәр һумды һаҡларға кәрәк”
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан бюджетының 2014 йылдың тәүге яртыһында үтәлеше һәм йыл аҙағына тиклем уның нисек буласағын баһалау буйынса кәңәшмә үткәрҙе.


– Башҡортостан тулайым төбәк продукты күләме, илдең ҡаҙна системаһына һалымдар һәм йыйымдар кереме буйынса төп төбәктәрҙең береһе булды һәм шулай ҡала. Рәсәйҙең 11 субъекты иҫәбендә республика илдең йыйылма бюджетындағы һалым килеменең өстән ике өлөшөн тәьмин итә. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ һалым һәм һалым булмаған керемдәренең 2 проценттан ашыуы республикабыҙҙа туплана, – тине Рөстәм Зәки улы. – Һө­ҙөмтәле бюджет сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә иң элек тотороҡлолоҡ, планға ярашлы эш итеү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тышҡы һәм эске баҙарҙағы хәлгә бәйле хәүефте лә иҫәпкә алыу шарт. Был Көнбайыш илдәренең санкцияларына, үҙебеҙҙәге иҡтисадтағы үҫештең билдәле бер дәрәжәлә һүлпәнәйеүенә ҡағыла.
Республика башлығының фекеренсә, тәүге ярты йыллыҡта республиканың йыйылма бюджетына 59,6 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем индерелгән. Былтырғы ошо уҡ осорҙағы кимәлгә ҡарата үҫеш 4,1 процент тәшкил итә. Әммә был ил һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәт­кестәрҙән түбәнерәк.
– Шуға күрә беҙ бөгөн республикалағы ҡаҙна системаһына һалым түләүҙе тиҙләтеү мәсьәләһен тикшерергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һалымдар социаль генә түгел, шулай уҡ матди өлкәлә лә халыҡтың йәшәү сифатын билдәләй. Эш хаҡы, социаль объекттар төҙөү, уларҙы тәртиптә тотоу һалым кереме иҫәбенә финанслана. Беҙ әлегә 4-4,5 миллиард һумды йыйып еткермәйбеҙ. Башҡортостан етәкселегенең икенсе ярты йыллыҡтағы бурысы – ошо мәсьәләне хәл итеү.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, һалым базаһы, эш хаҡын арттырыу, күләгәләге секторҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу йәһәтенән алда ҙур эш көтә.
– Һалымдар республика халҡының тормош сифатын билдәләй. Эске резервтарҙы, өр-яңы килем сығанаҡтарын эҙләргә, сығымдарҙы ҡулай­лаштырырға, һәр һумды һаҡларға, аҡсаға ҡарап йәшәргә өйрәнергә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә