Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан бюджетының 2014 йылдың тәүге яртыһында үтәлеше һәм йыл аҙағына тиклем уның нисек буласағын баһалау буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
– Башҡортостан тулайым төбәк продукты күләме, илдең ҡаҙна системаһына һалымдар һәм йыйымдар кереме буйынса төп төбәктәрҙең береһе булды һәм шулай ҡала. Рәсәйҙең 11 субъекты иҫәбендә республика илдең йыйылма бюджетындағы һалым килеменең өстән ике өлөшөн тәьмин итә. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ һалым һәм һалым булмаған керемдәренең 2 проценттан ашыуы республикабыҙҙа туплана, – тине Рөстәм Зәки улы. – Һөҙөмтәле бюджет сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә иң элек тотороҡлолоҡ, планға ярашлы эш итеү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тышҡы һәм эске баҙарҙағы хәлгә бәйле хәүефте лә иҫәпкә алыу шарт. Был Көнбайыш илдәренең санкцияларына, үҙебеҙҙәге иҡтисадтағы үҫештең билдәле бер дәрәжәлә һүлпәнәйеүенә ҡағыла.
Республика башлығының фекеренсә, тәүге ярты йыллыҡта республиканың йыйылма бюджетына 59,6 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем индерелгән. Былтырғы ошо уҡ осорҙағы кимәлгә ҡарата үҫеш 4,1 процент тәшкил итә. Әммә был ил һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк.
– Шуға күрә беҙ бөгөн республикалағы ҡаҙна системаһына һалым түләүҙе тиҙләтеү мәсьәләһен тикшерергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һалымдар социаль генә түгел, шулай уҡ матди өлкәлә лә халыҡтың йәшәү сифатын билдәләй. Эш хаҡы, социаль объекттар төҙөү, уларҙы тәртиптә тотоу һалым кереме иҫәбенә финанслана. Беҙ әлегә 4-4,5 миллиард һумды йыйып еткермәйбеҙ. Башҡортостан етәкселегенең икенсе ярты йыллыҡтағы бурысы – ошо мәсьәләне хәл итеү.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, һалым базаһы, эш хаҡын арттырыу, күләгәләге секторҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу йәһәтенән алда ҙур эш көтә.
– Һалымдар республика халҡының тормош сифатын билдәләй. Эске резервтарҙы, өр-яңы килем сығанаҡтарын эҙләргә, сығымдарҙы ҡулайлаштырырға, һәр һумды һаҡларға, аҡсаға ҡарап йәшәргә өйрәнергә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.