Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Фермер ҙур өмөт бағлап йәшәй
Фермер ҙур өмөт бағлап йәшәй— Эй, саҡ ҡына өлгөрмәнегеҙ, әле генә бер һыйыр быҙауланы, еңел аяғығыҙ менән, — тип ҡаршы алды беҙҙе “Яңы таң” крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Резеда Әхәт ҡыҙы. Cәфәр ауылында йәшәүсе йүнсел ғаилә менән танышыуыбыҙ ана шулай башланды. Шәмсетдиновтар бөгөн һөт һәм ит етештереү менән шөғөлләнә. Ә хужалыҡты Резеданың атаһы Әхәт Әсәҙуллин ойоштора.

Тәүгеләрҙең береһе

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә фермерҙар хәрәкәте башланыу менән Әхәт Әсәҙуллин Шишмә районында ғына түгел, республикала иң беренселәрҙән булып үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын булдыра. Ҡуртымға ер алып, иген культуралары, күп йыллыҡ үлән сәсә, уңыш ала. Әлбиттә, уға яңы эште башлауы, нығынып китеүе еңел булмай, төрлө ауырлыҡтарға осрай, ләкин төшөнкөлөккә бирелмәй, йәнтәслим башлаған юлын дауам итә, һөҙөмтәлә билдәле фермер булып китә. Баҫыусылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Йылдар үтә, Әхәт Ғимаҙислам улы ла олоғайып, уға хужалығын алып барыуы ауырлаша төшә. Бар эшен улына тапшырырға уйлай, әммә өлгөрмәй: улы юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булып ҡала. Ни хәл итһен Әхәт ағай? Күп көс һалынған хужалыҡты ни йәне менән бөтөрһөн инде, ҡыҙы менән кейәүенә тәҡдим итә.

Ҡаланан — ауылға

Шулай итеп, 2004 йылда Шәмсетдиновтар, баш ҡаланы, эштәрен ҡалдырып (Резеда һөнәре буйынса — бухгалтер, Изварт — инженер), ауылға ҡайта һәм ең һыҙғанып аталарының эшен дауам итә. Иген, ит һатыуҙан алған табышҡа өҫтәп мал, техника, ауыл хужалығы машиналары алалар. Миҙгелле эш осоронда 20-гә яҡын кешене эш менән тәьмин итәләр.
— Былтыр уйламағанда-нитмәгәндә икенсе йүнәлеште һайларға мәжбүр булдыҡ. Сусҡа сире янау сәбәпле, уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, шәхси секторҙағы, бәләкәй хужалыҡтарҙағы сусҡаларҙы бөтөрөргә ҡушылды. Бына бөгөн һуңғыларын һуйҙыҡ, — ти Резеда Әхәт ҡыҙы. — Ҡура бар, буш тотоп булмай — таналар, тоҡомло ике нәҫел үгеҙе һатып алдыҡ. Бөгөн һөт, ит малсылығын үҫтереү йүнәлешендә эшләйбеҙ.

Фермер ҙур өмөт бағлап йәшәйҒаилә фермаһы

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 2 авгусындағы ҡарары менән “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә 2011—2013 йылдарға ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программаһы раҫланды. Шишмә районынан был программаға “Яңы таң” крәҫтиән (фермер) хужалығы ла үтеп, ғаилә фермаһы булып теркәлә. Хәҙер һыйыр малын арттырыу бурысы ҡуйыла. Дәүләттән тәғәйен аҡса килеүен көтмәйенсә, тәүәккәл Шәмсетдиновтар үҙ көсө менән ҡураның элек сусҡалар торған өлөшөн реконструкциялауға тотона. Ремонтты төрлө яҡлап ҡулы оҫта Изварт Мәғнәүи улы алып бара.
— Беҙ Хөкүмәттән ярҙам көтөп ятманыҡ, көнбағышыбыҙҙы һата һалып, шул аҡсаға бинаны үҙгәртеү эшен башланыҡ. Күрәһегеҙме мал аҫтына һалған плиталарҙы, берәүһе генә 1800 һум тора, уларға яҡынса 300 мең һум аҡса китте. Ситлектәр, утлыҡсалар эшләүгә тотонолған торбаларҙы, башҡа материалды иҫәпкә алһаң, сығым 700 мең һумға баҫа. Нимәне булдыра алдыҡ, шуны төҙәттек, әммә һарайҙың икенсе яртыһы эшләнмәй ҡалды. Башҡа мөмкинлек юҡ. Ремонтҡа аҡса алманыҡ әле. Дәүләт ҡаплармы беҙҙең сығымды, юҡмы — көтәбеҙ инде. Программаға инеүен-индек тә ул, ләкин әлегә уның ярҙамын тоймайбыҙ. “Россельхозбанктан” һаман ташламалы кредит алып булмай, — тип борсолоуын белдерҙе фермер хужалығы башлығы. — Нисек кире ҡайтарырһығыҙ, бурысығыҙ күп бит, тиҙәр. Мин, килеп ҡарағыҙ, келәттә 700 тонна иген ята, ләкин уның хаҡы төштө, тим. Һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, тиҙҙән мәсьәлә хәл ителер, тип ышанабыҙ.
Уны аңларға була, күп аҡса түккәндәр, эштәре күҙгә күренерлек. Тик өмөттәре аҡланһын ине. Улар бит малсыларға уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу өсөн янып йәшәй. Һөҙөмтәлә бөгөн 50 баш һыйыр, 50 башмаҡ, өс тиҫтә быҙау аҫралған ҡурала мал аҙығы бәләкәй трактор ярҙамында таратыла. Һауыу аппараттары ла бар. Аҙыҡ артығы менән әҙерләнгәнгә күрә, ишле малдарының, аттары ла бар, ҡышты имен сығырына шик юҡ.

Өмөттәре һүнмәһен

— Бер урында тормайбыҙ, алға барабыҙ, тик атайым ошо көндәрҙе, беҙҙең тормошҡа ашырған эштәрҙе күрә алманы инде. Һарайҙағы ҡул көсөн механизациялау тураһында шул тиклем хыялланғайны, нисек ҡыуаныр ине, — тип юҡһынып алды Резеда Әхәт ҡыҙы. — Ике йыл элек, ана, ҡаршылағы иген келәтен төҙөнөк, яңы “Енисей” комбайны һатып алдыҡ, хаҡының 40 процентына субсидия бүленгән ике тракторға эйә булдыҡ.
Шуға йәне әсей фермер ҡыҙының: комбайнды үҙҙәренең 300 мең һумына кредит аҡсаһын ҡушып алалар, 3 миллионға төшә, әммә бының өсөн субсидия бирмәгәндәр, ул ваҡытта программа ғәмәлдә түгел ине, тип яуап ҡайтарғандар.
— Дөрөҫөн әйткәндә, комбайн беҙҙе ҡоролоҡ йылында ҡотҡарҙы. Уның менән арышты йыйып алдыҡ, уңыш гектарынан уртаса 30 центнер булды. Күрше фермерҙарға ярҙам иттек. 40 һалам эҫкерте өйҙөк. Уңышы булмаһа ла, өс-дүрт урауға бункер саҡ тула ине, арпа менән бойҙайҙан да эҫкерт ҡойҙоҡ. Шуға һалам менән үҙебеҙҙе генә түгел, эшселәребеҙҙе лә, халыҡты ла тәьмин иттек. Бүздәк районының “Алға” хужалығы ҡыш буйы беҙҙән һалам ташыны. Бына шул комбайнға һаман субсидия ала алмайбыҙ.
Ошо мәсьәләбеҙ буйынса ике мәртәбә Рөстәм Хәмитовтың блогына ла яҙҙым ярҙам һорап. Президент, ауыл хужалығында техниканы яңыртырға кәрәк, ти бит. Беҙ үҙ аҡсабыҙға яңырттыҡ, ә субсидия юҡ. Миңә, программа буйынса субсидия алғың килһә, комбайныңды һат та яңынан ал, тиҙәр. Был цирк түгел, ә ауыл хужалығы! — тип әсенеп һөйләне эшҡыуар ҡатын.
Зарланып ултырмай Шәмсетдиновтар, булмағанды булдырырға тырыша, ҙур уй-ниәттәр менән башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ бара. Мәҫәлән, әгәр бушлай ер бирһәләр, эшселәр өсөн ике өй төҙөргә маҡсаттары. Бура ла хәстәрләнгән, тик ерҙе 200 мең һумға һатып алырға ҡушалар, үҙебеҙ өсөн түгел бит, тип әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан. Идара йорто һалыу өсөн дә ер мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Сәфәр эшҡыуарҙары киләсәктә яҡлау табыр тип ышанайыҡ.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ
Шишмә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә