Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдың киләсәге эшҡыуарлыҡҡа бәйле
Ауылдың киләсәге эшҡыуарлыҡҡа бәйле
Бөгөн ауылдарҙың хәле маҡтанырлыҡ түгел: мәктәп ябыла, эш урындары юҡ. Халыҡ яҡыныраҡ ҡалаға күсеп, аҙ ғына аҡсаға тир түгергә мәжбүр була, ҡыйбат хаҡҡа торлаҡты ҡуртымға ала, балаларын нисек тә уҡытырға тырыша. Тиҙҙән ауылдар тарҡалып, уларҙың ерҙәренә “текә”, кеҫәһе ҡалын сит милләт кешеләре килеп ултырмаҫ тимә. Был хәлдән сығыу юлы бармы, ауылдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға, ни өсөн ерле халыҡ үҙ илендә һаман булһа бахыр хәлендә йәшәргә тейеш?


Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында “Тотороҡло үҫеш территорияһы: теория һәм тәжрибә” тип аталған IV Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булып үтте. Фекер алышыуҙа Мәскәү, Ҡазан, Өфө ғалимдары, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың ҡоролтай етәкселәре, эшҡыуарҙар һәм студенттар ҡатнашты. Конференция өс секцияла дауам итте. Тотороҡло үҫештең социаль-иҡтисади, теоретик һәм методик аспекттары, тәбиғәтте отошло ҡулланыу ысулдары, территориаль үҫештең социаль-мәҙәни һәм тарихи факторҙары тураһында докладтар тыңланды. “Урал аръяғы ауылдарында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бөгөн “ауылда эш юҡ” тигән һүҙгә ышанырға кәрәкмәй, тип әйтергә барыбыҙ ҙа күнегеп киттек. Дөрөҫ, шәхси хужалығыңда эш етерлек, әммә крәҫтиәндең айлыҡ табышы юҡ. Мал көтһәң, ит, һөт тапшырырға урын юҡ, картуф үҫтерһәң дә, ҡайҙа ҡуйырға белмәй баш ватаһың. Күмәртәләп алыусы булмағас, килолап һатҡан продукцияның табышы ла һиҙелмәй. Ни өсөн бөгөн ауылда йәшәүселәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә йөрьәт итмәй?
Ошо һорауҙарға яуап эҙләү өсөн уларҙың фекерҙәрен килтереп китәйек. Хәйер, сығыш яһаусылар — күптән инде үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар. Уларҙан өйрәнәһе нәмәләр бик күп. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы Марат Камалов картуф, иген үҫтереүҙә уңышлы эшләй. Ҡасандыр бер тракторҙан башлаған кәсебе бөгөн киң үҫеш алған, әле йылына 22 миллион һум табыш ала. — Эшҡыуарлыҡта төп мәсьәлә – үҫтергән уңышты табышлы һатыу. Күптәр көҙ көнө үк арзанға ғына иген йәки картуфын һатырға тырыша. Әгәр хаҡтар ҡәнәғәтләндермәй икән, алған уңышты һаҡлағысҡа тултырып ҡуябыҙ. Ноябрь айынан февралгәсә картуфҡа хаҡ байтаҡҡа ҡиммәтләнә. Тап ошо осорға тиклем һатмай торғанда, тир түккән хеҙмәт елгә осмай. Күптәр иген һаҡлағыс төҙөүҙе хуп күрмәй, имеш, өҫтәмә сығым талап итә. Ә уның, киреһенсә, һинең аҡсаңды һаҡлап ҡалырға ярҙам иткәнлеген аңлап бөтмәйҙәр, — тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты Силәбе фермеры. Әйтергә кәрәк, эшен асҡандан бирле Марат Рәфҡәт улы бер тапҡыр ҙа кредит алмаған, фәҡәт үҙ көсөнә ышанған.
Йәмле Ирәндек буйында агротуризмды яйға һалған Фәнис Кәримовтың эш тәжрибәһе лә күптәргә фәһем булырлыҡ. Ул бөткән ауыл нигеҙенә туристар өсөн яңы йорттар, мәсет һалған. Башҡорт тоҡомло ат тотоп, ҡымыҙ бешеп, киләсәктә йылҡысылыҡты үҫтерергә уйлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Фәнис Йәноҙаҡ улы эскән кешеләрҙе эшкә алып, уларҙы “йәшел йылан”дан арындырырға ярҙам итә.
Ә бына Ейәнсура районынан килгән эшҡыуар Нәжип Юлдашбаевтың фекерҙәре күптәр араһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырҙы. Ул дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән төрлө кредит, гранттарға дәғүә белдерҙе. “Яңы эш башлаусы был аҡсаға бер ни ҙә эшләй алмай. Киреһенсә, уларҙы аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарға бирергә кәрәк. Эш башлаусыларҙың күбеһе аҡсаны тотоноп бөтөп, ярты йылдан бизнесын яба”, — тине ул. Нәжип Рәмил улы эшһеҙлек буйынса түләнгән пособиеға ла ризаһыҙлыҡ белдерҙе: “Кешене ике нәмә – аслыҡ һәм ҡурҡыу ғына – үҙ асылына ҡайтара. Бөгөн дәүләт эшһеҙҙәргә икмәк-тоҙлоҡ аҡса һона икән, “ни өсөн ҡайҙалыр барып эшләргә тейешмен әле”, тип уйлай күптәр. Ауылда эшһеҙ ятҡандарҙы хеҙмәткә йәлеп итеп булмай. Хатта мал көтөү, бура бурау өсөн дә кеше таба алмайһың”.
Йәшерен-батырын түгел, бөгөн ауылдарҙа эшһеҙлек менән бер рәттән эскелек тә “сәскә ата”. Ғаилә тотҡаһы булырға тейешле ир-ат ҡына түгел, хатта ҡатын-ҡыҙ ҙа эсә. Тап ошо милләт фажиғәһенә әйләнә барған проблемаларҙы урында хәл итеү маҡсатында ауылдарҙа ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар һәм ир-егеттәр ҡоро ойошторола. Конференцияла Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан килгән уҙамандар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тыуған төйәгенең киләсәгенә һәм халҡына битараф ҡала алмаған биш ир, ҡор ойоштороп, ауылды “ҡабындырып” ебәргән. Улар эште урында ТОС-тар булдырыуҙан башлаған, устав, төрлө документтар әҙерләнә. Эскән кешеләр, бигерәк тә көмөшкә ҡыуыусылар һәм араҡы һатыусылар менән көрәш алып барыла. Иң мөһиме — һүнеп барған ауыл өсөн борсолған халыҡта киләсәккә ышаныс тыуған.
Күптәрҙең фекеренсә, кемдер ситтән килеп, ауылды тергеҙергә тотонмаясаҡ. Уны шунда йәшәүселәр үҙҙәре һаҡлап ҡала йәки юҡҡа сығара. Шуға күрә йәмәғәт ойошмаларының да күп мәсьәләләрҙе урындарҙа хәл итеү мөмкинлеге бар, тик эште дөрөҫ һәм маҡсатлы ойоштороу ғына зарур. Икенсенән, ошонда йәшәүселәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә тейеш, унһыҙ ауылдың киләсәге юҡ. Малды күпләп аҫрап, йылҡысылыҡты үҫтереп йәки Туймазы районының “Башҡорт ҡаҙы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим иткән программа буйынса ҡаҙ бәпкәләре алып, үҫтереп, байтаҡ табыш яһарға була. Нисек тә ауыл халҡы бөгөн яңыса йәшәргә ынтылырға тейеш, ә барына күнеп, һәүетемсә тереклек итеүҙән арынырға ваҡыт. Барыһы ла – халыҡтың үҙ ҡулында.
Шуны ла билдәләү кәрәк: Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында эшҡыуарлыҡтың нигеҙҙәрен өйрәнеү, фермерҙарға бар яҡлап ярҙам итеү маҡсатында ҡыҫҡа сроклы түләүле курстар бар. Әле бындай мөмкинлектән 65 фермер файҙаланып та өлгөргән.
Конференциянан һәр кем ҡәнәғәтлек менән, фәһем алып таралышты. Ғалимдар һәм эшҡыуарҙар, ауыл халҡы менән аралашты, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Сараны юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн барыһы ла университеттың Урал аръяғы филиалы директоры Фитрат Йомағужинға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Маргарэт ХАНСОН, Американан килеп стажировка үтеүсе:
— Конференция файҙалы булды. Америкала фермерҙарға ҙур корпорациялар ярҙам итә, тәбиғәт шарттары ла күпкә уңайлыраҡ. Бигерәк тә ауыл проблемаһына бәйле сығыштарҙы үҙ иттем. Төрлө район фермерҙарының фекерҙәре оҡшаны, киләсәктә уларҙы ғилми эшемдә файҙаланасаҡмын. Сибай — матур, таҙа ҡала, бик тә күңелгә ятты.
Буранбай КҮСӘБАЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Күтәрелгән теманың көнүҙәклеген билдәләр инем. Башҡорт ауылдарының киләсәге һәр кемде борсой. Хәбәр һөйләүҙән туҡтап, эш башлайбыҙ икән, шул осраҡта бар проблемаларҙың да хәл итеү юлдарын табасаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703