Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Түлә лә тыныс йоҡла
Түлә лә тыныс йоҡлаБюджетты тулыландырыу маҡсатындамы, юғары инстанцияларҙа ышандырырға тырышҡандарынса, донъя иҡтисади көрсөгө ҡағылмаһын өсөн ил яҙмышын, халыҡтың көнкүрешен алдан хәстәрләпме, төрлө “кеҫә”ләрҙе ҡапшап ҡарай башланылар — ҡайҙан аҡса алып булһа, шунан “киҫергә”, “ҡулайлаштырырға” тотондолар. Әсе телле бәғзеләр әйтеүенсә, тәмәке тартыуға ҡарата штрафтар артыуы етмәне, спиртлы эсемлектәргә, аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрөнә, йомортҡа, һөт ризыҡтарына хаҡ күтәрелде. Юҡҡа хафаланабыҙ икән дәһә, барыһы ла ябай халыҡ өсөн эшләнгәнен аңламайбыҙ: бөтә нәмәгә бөгөн хаҡ һикерҙе ниһә, ике-өс айҙан пенсияға проценттар өҫтәләсәк, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең устары аҙыраҡ йылынасаҡ тигән һүҙ бит. Әйткәндәй, һуңғылары тураһында фекер йөрөткәндә, ни өсөндөр медицина менән мәғариф өлкәһе, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре генә хәстәрләнә килде. Ярай әле уҙған йыл аҙағында мәҙәниәтте лә ҡуштылар.
Әле һөйләнелгән, телгә алынғандарҙы беҙ үҙ елкәбеҙҙә татығанға ғына беләбеҙ. Ә бит финанс мәсьәләһе һәр өлкәлә тиерлек ҡырҡыу тора. Депутаттар сығарған закондарға, Хөкүмәттең бойороҡтарына, тиҫтәләрсә комиссия, министрлыҡтарҙың ҡарарҙарына күҙ һалһаң, иҫең китә.
Бына, мәҫәлән, Рәсәйҙең Финанс министрлығы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәгәндәргә ҡарата ниндәй закон проекты әҙерләгән: бурыстарын ваҡытында ҡайтармағандарҙың исемлеге төҙөлөп, банктағы “кредит тарихы”нда сағыласаҡ. Халыҡ әйтмешләй, ҡайҙа барһаң да ҡара сәкмәнең эйәреп йөрөй инде шунан. Бөгөн, кредит һәм ссудалар халыҡтың байтаҡ өлөшө өсөн “ҡотҡарыусы таяҡ” булған осорҙа, был — бик хәүефле аҙым. Ярай әле “коммуналка” өсөн түләргә “онотҡандар”ҙың хәтерен ошо аҙым яңыртып ебәрһә, ә бына осон-осҡа ялғап йә эшһеҙ ҡалып түләй алмай торғандарға ни эшләргә?
Был норма бүлеп түләү шарты менән тауар алыусыларға ла ҡағыла. Шулай уҡ элемтәлә, коммуналь хеҙмәттәргә бурыс, ЮХХДИ-ға штраф һәм башҡалар...
“Үҙгәрештәр “Кредит тарихы тураһында”ғы Законға индерелә, — тип яҙа “Известия” быйылғы 14 ғинуар һанында. — Төҙәтмәләргә ярашлы, суд тарафынан ҡарар ҡабул ителеп, түләүсенең бурысы раҫланһа, теләһә ҡайһы ойошма ошо мәғлүмәттәрҙе кредит тарихы бюроһына бирә ала...”
Бына шулай, йәмәғәт, хәҙер кеҫә телефондарының сим-карталарын теләһә кемгә биреүҙе лә туҡтатырға ваҡыт. Кем белә, бәлки, һөйләшә торғас, ул бурысҡа батыр ҙа, һиңә түләргә тура килер. Түләмәгән хәлдә банктан кредит ала алмаясаҡһың. Поручителдең дә “ҡара исемлек”кә эләгеүе мөмкин хәҙер. Шулай ҙа ҡурҡырға ярамай: рекламала тылҡыуҙарынса, “түлә лә тыныс йоҡла”.
Һуңғы арала тағы бер мөһим яңылыҡ булды — бынан ары Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы дәүләт ҡаҙнаһының сығымдарын махсус контролгә аласаҡ. Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитет ағзаһы Евгений Федоров аңлатыуынса, был саралар парламент контроленең тергеҙелеүен аңлата.
“Иҫәп палатаһы Дәүләт Думаһына буйһона һәм парламент контроле элементы булып тора. Хәҙер Палата үҙенең тәҡдимдәрен әҙерләй. Ғинуар айында беҙ был мәсьәләне тикшерәсәкбеҙ һәм ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ”, — ти депутат. Комитет белгестәре фекеренсә, яңы бюджетты ҡабул иткәндә Иҫәп палатаһы яғынан контроль булыуы сығымдарҙы дөрөҫ, һаҡсыл тотонорға мөмкинлек бирәсәк.
Кем әйтмешләй, барыһын яҡшыға юрайыҡ та, киләсәккә өмөттәр бағлайыҡ. Күптәрҙең Яңы йыл теләге лә ошо ине бит...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә