Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эше лә, абруйы ла бар
Бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек ауыл халҡына ярҙам ниәтенән һәр кешегә дәүләттән өсәр гектар ерҙе ҡуртымға алып, үҙе теләгәнсә йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү мөмкинлеге бирелде. Бына шул саҡтарҙа уҡ фермер хужалығы ойошторорға дәрт иткән Хафиз Сарбаев 58 гектар ерҙе ҡуртымға ала. Һуңыраҡ етешәр гектарҙан 18 кешенең пай өлөштәрен өҫтәй. Быйыл йәнә 63 гектар ер алырға документ рәсмиләштерелгән.


Әле ул иген культураларының һәр төрөн сәсә. Ер эше менән генә әллә ни ыратып булмағас, күпләп мал да аҫрай Ялсыҡай ауылында йәшәгән Сарбаевтар ғаиләһе. Нисек өлгөрәләрҙер: кәртә, ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта... Һыйырҙары, аттары күп, сусҡалары ишле, һарыҡтары 100-ләп башҡа етә. Мәшәҡәт тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, ең һыҙғанып эшлә лә эшлә генә!
Фермер хужалығы ойошторғанда, элекке хужалыҡ малсыһы Хафиздың үҙенең ДТ-75, Т-40 тракторҙары була. Әйткәндәй, колхоз-совхоздар тарҡалған саҡта ҡайһы берәүҙәр анһат ҡына техника эләктерһә, уға бер сәскес тә тәтемәй. Яйлап аҡса туплап, комбайн, тағылма ҡорамалдар, МТС-82, бесән йыйғыс һатып ала.
— Былтыр бесән һәйбәт булды, етерлек, — ти фермер. — Бойҙайҙы йыйып алғас та һаттым, ә бына арыштың хаҡы түбән — тоннаһы 3 мең 200 һумдан артмай, элекке йыл 4 мең 800-ҙән төшмәне. Ермолаев араҡы-спирт заводы 5 мең 200 һумдан ҡабул иткәйне. Арыш уңды, гектарынан 30-35 центнер самаһы сыҡты, Маяҡ элеваторында әле 90 тоннанан ашыуы ята. Алыпһатарҙарға ярым-ярты хаҡҡа тоттороп ебәрге килмәй. Мәҫәлән, сусҡа итенең килограмын улар 110-120 һумдан ала, беҙ йәрминкә һайын ике баш һуйып, уртаса 200 һумдан һатабыҙ.
— Сарбаевтар — икеһе лә иҫ киткес егәрле, әүҙем кешеләр, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Ярҙам һорамаһаң да, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен уҙғарырға йыл һайын һарыҡ бирәләр, Яңы йыл байрамына балаларға, ауылдаштарына бүләк һатып алалар. Хафиз — көрәшсе, Гөлсәсәк матур итеп йырлай. Донъяға һөйөү менән баҡҡан бик матур, уңған, ярҙамсыл ғаилә. Улар кеүек кешеләр күберәк булһа икән, — ти Таймаҫ ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәйсә Нәжип ҡыҙы Яныбаева.
Һәр эшкә тырыш, тәүәккәл Сарбаевтарҙың балалары ла аҡыллы, эшһөйәр. Ҡыҙҙары Русалина Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Күмертау педагогия колледжын тамамлаған улдары Фәнзил баш ҡалала эшләп йөрөй.
Фермер булыуы еңелдән түгел, бик күп көс, сығым талап ителә. Ал да, ял да юҡ ер кешеһенә, әммә Хафиз кеүек кендеге ергә береккән кешеләр башҡаса көн итә алмай. Тырышлығы бушҡа китмәй уның: ғаиләһе етеш йәшәй, кеше араһында абруйы бар. Быға тиклем район хакимиәте, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған Хафиз Хәйҙәр улы Рәсәйҙең "Алтын көҙ-2013" агросәнәғәт күргәҙмәһендә бронза миҙал яуланы.

Мәүлиҙә САДИҠОВА,
"Юшатыр" гәзите хәбәрсеһе.


Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 6

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә