Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнама
Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамаТөньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәге ун һигеҙ райондың малсылыҡ тармағы эшен ойоштороуға яуаплы етәкселәр, белгестәр ҡатнашлығындағы кәңәшмәнең Краснокаманың “Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативында үткәрелеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Бындағы малсыларҙың һуңғы йылдарҙағы һәм бөгөнгө уңыштары күптәргә өлгө.

Әле “500 ферма” республика программаһында райондың биш хужалығы ҡатнашһа, “Алға” кооперативы унда инде — икенсе йыл. Был ваҡыт эсендә малсылыҡты яңыртыуҙа 62,5 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Уҙған быуатта төҙөлгән ҡуралар заманса итеп үҙгәртеп ҡоролған, фермаларҙа әлегә күп фатирҙарҙа ла булмаған пластик рамлы тәҙрәләр ҡуйылған. Малсылар һәм белгестәр өсөн душ һәм бәҙрәфле көнкүреш бүлмәләре, ҡураларға асфальт юлдар – быларҙы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың бик күптәре һоҡланып һәм көнләшеп ҡараны. Әле күптән түгел тоҡомло малды ситтән алған кооператив бөгөн был эш менән лицензияға ярашлы үҙе уңышлы шөғөлләнә, йыл һайын халыҡҡа һәм башҡа хужалыҡтарға уртаса 150-шәр баш йәш мал һатып, дәүләттән өсәр миллион һум аҡсалата ярҙам ала.
Шуға ла кәңәшмәнең “Алға” хужалығы фермаларында үткән ғәмәли өлөшө фәһемле һәм файҙалы булды. Уның барышында малсыларҙың көндәлек эше миҫалында һыйырҙарҙы һәм яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләү-ҡарауҙы фәнни нигеҙҙә ойоштороу мәсьәләләренә Ауыл хужалығы министрлығы, Республика ветеринария идаралығы белгестәре йөкмәткеле аңлатма бирҙе. Йыйылыусылар күргәҙмәгә килтерелгән тоҡомло малды ҡыҙыҡһынып күҙәтте, тармаҡты төрлө ҡорамал менән тәьмин итеүсе компанияларҙың бай мәғлүмәтле стендтары, ҡайһы бер йыһаздары, ветеринария препараттары һәм мал аҙығына ҡушымталар күргәҙмәһе менән танышты.
Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко рәйеслегендәге кәңәшмәлә малсылыҡтың туғыҙ айҙағы эшенә йомғаҡ яһалды, алдағы ҡышлатыу осорона аныҡ бурыстар билдәләнде. Республиканың был тармағында эшләүсе бөтөн төр хужалыҡтарҙа был осорҙа, тереләй ауырлыҡта иҫәпләгәндә, 220 мең тонна ит, 1,4 миллион тоннанан ашыу һөт етештерелгән, 878,3 миллион дана йомортҡа алынған. Бер һыйырҙан уртаса һауым 3239 килограмм тәшкил иткән, төбәктәге райондар араһынан Дүртөйлө, Саҡмағош һәм Тәтешле һауынсылары 4 мең килограмм кимәлен үткән. Бер шартлы мал башына иҫәпләгәндә, 25-әр центнерҙан күберәк ҡоро һәм һутлы мал аҙығы әҙерләнгән, был ҡышлатыу осороноң аҙағына тиклем тотороҡло продукция алыу өсөн етерлек.
Яуланған уңыштар менән бер рәттән, финанс йәһәтенән республикала иң юғары кимәлдә тәьмин ителеүсе тармаҡта һаман да тотороҡлолоҡҡа өлгәшеп булмай. Был тәү сиратта мал һанының һәм шул арҡала продукция етештереүҙең кәмеүенә килтерә. Ауыл өсөн төп килем сығанаҡтарының береһе булған һөт сифатының күп хужалыҡтарҙа түбән булыуы ла бәкәлгә һуға – сығымдарға ярашлы табыш алынмай.
Малсылыҡ тармағының төрлө йүнәлештәрен артабан үҫтереү йәһәтенән республикала әҙерләнгән туғыҙ маҡсатлы программа, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында ыңғай баһа алып, бөгөн уңышлы тормошҡа ашырыла. Улар буйынса малсылыҡ продукцияһы етештереүселәргә ферма ҡураларын, уларҙың ҡорамалдарын заманса яңыртыуға, тоҡомло мал алыуға төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан тейешле аҡса бүленә. Мәҫәлән, икенсе йыл эшләгән “500 ферма” программаһы буйынса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы 600 миллион һумдан ашып киткән. Программала республиканың 133 һөтсөлөк фермаһы һәм бер тоҡомсолоҡ буйынса сервис хеҙмәте күрһәтеү предприятиеһы ҡатнаша, былтыр – 66, быйыл 25 ферма яңыртып сафҡа индерелгән, бөгөн тағы ла 93-өндә төҙөлөш-монтаж эштәре дауам итә. Төбәк буйынса һөтсөлөк фермаларын тергеҙеү һәм яңыртыу Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама һәм Тәтешле райондарында әүҙем бара.
Ғаилә малсылыҡ фермаларына, был өлкәлә яңы эш башлаусы фермерҙарға ҡағылған маҡсатлы программалар ҙа ит һәм һөт етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән.
Кәңәшмәлә төбәктәге райондарҙа малсылыҡтың үҫешен тотҡарлаусы сәбәптәр, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән район һәм хужалыҡтар менән тигеҙ шарттарҙа эшләп тә, һөт һәм ит етештереүҙә артта ҡалғандар тәнҡитләнде. Мәҫәлән, Бөрө, Благовещен һәм Ҡалтасы райондарында үткән туғыҙ айҙа һауым былтырғы менән сағыштырғанда 13 — 8 процентҡа кәмегән, бер һыйырҙан алынған һөт күләме – Асҡын, шул уҡ Благовещен һәм Кушнаренко райондарында, ә Баҡалы һәм Ҡариҙелдә һатылған һөттөң сифаты түбән. Бының төп сәбәбе – һауын көтөүен ашатыуҙан башлап һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуға тиклемге эшкә етәксе менән белгестәрҙең тейешле иғтибары булмауҙа.
Борай, Бөрө, Иглин, Шаран һәм ҡайһы бер башҡа райондар ит етештереүҙең кәмеүенә юл ҡуйған. Сусҡасылыҡта, ҡошсолоҡта булған, күркә үҫтереүгә, һарыҡ, кәзә ҡарауға ҡамасаулаған факторҙар ҙа телгә алынды кәңәшмәлә.
Быларҙан тыш, малсылыҡ тармағының көндәлек иғтибарға мохтаж тағы ла бер йүнәлеше – ул да булһа йылҡысылыҡ. Республика хужалыҡтарында аҫралған бейәләр туғыҙ айҙа 44 мең ҡолон килтергән, шуларҙың 66 проценты – шәхси ҡулдарҙа. Йыл башынан 3 мең тонна ҡымыҙ етештерелгән, был уҙған йылға ҡарағанда ике ярым процентҡа аҙыраҡ. Төбәк райондары араһында халҡыбыҙҙың милли эсемлеген иң күп әҙерләүселәр – Баҡалы (15 тонна), Тәтешле (11) һәм Краснокама (8 тонна). Был йүнәлештә шулай уҡ Асҡын, Балтас, Благовещен, Мишкә һәм Саҡмағош райондары ла уңышлы эшләй.
Дөйөм алғанда, Краснокамала үткән төбәк кәңәшмәһендә малсылыҡ тармағы етәкселәре, белгестәре өсөн фәһемле һөйләшеү булды. Быны улар үҙҙәре лә раҫлай.

Илгиз ФӘЙЗРАХМАНОВ, Асҡын районы хакимиәтенең агросәнәғәт бүлеге етәксеһе:
— Кәңәшмә беҙҙең өсөн, әлбиттә, бик файҙалы булды. Тәү сиратта, етешһеҙлектәр туранан-тура әйтелде, икенсенән, күрше райондарҙың нисек эшләгәнен белдек. Ҡағыҙҙағы ҡоро һандарҙы сағыштырыуға ҡарағанда, йәнле һөйләшеү күпкә отошло. Халыҡ әйткәнсә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау әллә ни фәһем бирмәй бит. Алдынғы хужалыҡта булып, ыңғай тәжрибәне үҙ күҙең менән күреү райондағы эште ойоштороуға ҙур ярҙам буласаҡ.

Айрат ҒҮМӘРОВ, Баҡалы район ветеринария станцияһының баш ветеринар табибы:
— Бергәләп йыйылып, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү – халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе. Был сара ла райондарҙың малсылыҡ тармағы етәкселәре һәм белгестәре эшенә ыңғай йоғонто яһар, тип уйлайым. Минең үҙемә бигерәк тә Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаевтың сығышы оҡшаны, бығаса уйлап йөрөгән ҡайһы бер һорауҙарға төплө яуап алдым. Кәңәшмәнең “Алға” хужалығының яңыртылған фермаһында үткән ғәмәли өлөшө лә файҙалы булды: һыйыр һәм яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләү буйынса кәңәштәр, һис шикһеҙ, бар ерҙә лә ҡулланырлыҡ.

Альберт МИҢЛЕБАЕВ, Тәтешле районының “Рассвет” аграр йәмғиәте директоры:
– “500 ферма” республика программаһында ҡатнашҡан хужалыҡ етәксеһе булараҡ, “Алға”лағы эштәр менән ҡыҙыҡһынып таныштым. Заманса яңыртылған малсылыҡ ҡуралары, асфальт юлдар һалынған биләмә, уңайлы эш шарттары, көндәлек хеҙмәтте ойоштороу – барыһы ла өлгөлө. Тоҡомсолоҡҡа ҡараш та бөгөнгө талаптарға тулыһынса яуап бирә. Кәңәшмәләге сығыштарҙы тыңлап, ғәмәли аңлатмаларҙы ҡарап, үҙебеҙҙәге хәлдәрҙе бындағы менән сағыштырып йөрөнөм. Һөҙөмтәлә яңы уй-пландар тыуҙы, быныһы бигерәк тә ҡыуаныслы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704