Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һаҡсыллыҡ – үҫеш сығанағы
Һаҡсыллыҡ – үҫеш сығанағыИлебеҙ энергияны һаҡлау йәһәтенән әлегә тиклем тейешенсә файҙаланылмаған ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә. Рәсәй иҡтисадында ошо ресурсты ҡулланыу күрһәткесе, АҠШ, Япония һәм Европа союзының ҡайһы бер алға киткән илдәре менән сағыштырғанда, байтаҡҡа юғарыраҡ. Шуға күрә иҡтисади үҫеш өсөн ҡаршылыҡ тыумаһын тиһәк, кисекмәҫтән йоғонтоло сара күреү шарт. Дөйөм бурысты тормошҡа ашырыуға власть органдары, хужалыҡ субъекттары ғына түгел, тотош йәмғиәт, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар, сәйәси партиялар һәм башҡалар йәлеп ителергә тейеш. Республикабыҙҙа был өлкәлә байтаҡ эш башҡарыла. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим ҮТӘШЕВтән энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу, ошо өлкәләге проблемалар, ыңғай күренештәр хаҡында һөйләүен үтендек.

— Һуңғы бер нисә йылда энергияны һаҡлау күпселек илдәрҙә сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелде. Энергетик йәһәттән һөҙөмтәле технологияларға һәм ҡорамалдарға күсеү – төп маҡсаттарҙың береһе. Бөгөн ул Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк: энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноу төбәктәге социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға килтерә. Ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе көйләү, бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән былтыр ноябрҙә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағында “Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге” дәүләт автоном учреждениеһы ойошторолдо.
Энергияны һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең һөҙөмтәһе был мәсьәләне йәмәғәтселектең нисек ҡабул итеүенә бәйле, әлбиттә. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу кескәй баланан алып муниципалитеттарға тиклем “йәшәү нормаһы”на әүерелһен тиһәк, халыҡтың ҡарашын, мөнәсәбәтен тамырынан яңыртыу шарт. Энергияны етештереү, генерациялау, теге йәки был объектҡа тапшырыу, файҙаланыу осоронда ғына һөҙөмтәлелекте тәьмин итеү етмәй, кешенең үҙаңын, асылын үҙгәртергә кәрәк. Һәр ҡулланыусы сығымдарҙы ҡыҫҡартыу сараһын күрергә тейеш. Шуға күрә энергияны һаҡлау, энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу мәсьәләләрен пропагандалау, халыҡ менән әүҙем эш итеү — яңы ойошторолған үҙәктең төп бурысы.
Һаҡсыллыҡ – үҫеш сығанағыОшо идеяны үҫтереүгә йүнәлтелгән ике күргәҙмә-демонстрациялау майҙанының асылыуы 2013 йылғы төп саралар иҫәбенә инә. Тәүге майҙансыҡ – Башҡорт дәүләт аграр университетында, икенсеһе Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында урынлашҡан. Биналар икешәр зонаға бүленгән. Уларҙың береһе — байтаҡ ҡорамал менән йыһазландырылған лабораторияны, икенсеһе семинарҙар, дәрестәр үткәрелә торған лекция залын тәшкил итә. Демо-бүлмәләргә теләге булған һәр кем килә ала. Бынан тыш, проектҡа интерактив программа йәлеп ителгән. Уны Новосибирск ғалимдары эшләгән. Был программа ярҙамында, мәҫәлән, завод цехына виртуаль сәйәхәт ҡылырға, энергияны һаҡлау алымдарын өйрәнергә мөмкин. Әйткәндәй, проект, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеүгә ярашлы, республика ҡаҙнаһына бүленгән субсидия иҫәбенә тормошҡа ашырылды.


Реклама.


Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА яҙып алды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә