Илебеҙ энергияны һаҡлау йәһәтенән әлегә тиклем тейешенсә файҙаланылмаған ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә. Рәсәй иҡтисадында ошо ресурсты ҡулланыу күрһәткесе, АҠШ, Япония һәм Европа союзының ҡайһы бер алға киткән илдәре менән сағыштырғанда, байтаҡҡа юғарыраҡ. Шуға күрә иҡтисади үҫеш өсөн ҡаршылыҡ тыумаһын тиһәк, кисекмәҫтән йоғонтоло сара күреү шарт. Дөйөм бурысты тормошҡа ашырыуға власть органдары, хужалыҡ субъекттары ғына түгел, тотош йәмғиәт, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар, сәйәси партиялар һәм башҡалар йәлеп ителергә тейеш. Республикабыҙҙа был өлкәлә байтаҡ эш башҡарыла. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим ҮТӘШЕВтән энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу, ошо өлкәләге проблемалар, ыңғай күренештәр хаҡында һөйләүен үтендек.
— Һуңғы бер нисә йылда энергияны һаҡлау күпселек илдәрҙә сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелде. Энергетик йәһәттән һөҙөмтәле технологияларға һәм ҡорамалдарға күсеү – төп маҡсаттарҙың береһе. Бөгөн ул Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк: энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноу төбәктәге социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға килтерә. Ошо өлкәләге мәсьәләләрҙе көйләү, бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән былтыр ноябрҙә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағында “Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге” дәүләт автоном учреждениеһы ойошторолдо.
Энергияны һаҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең һөҙөмтәһе был мәсьәләне йәмәғәтселектең нисек ҡабул итеүенә бәйле, әлбиттә. Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу кескәй баланан алып муниципалитеттарға тиклем “йәшәү нормаһы”на әүерелһен тиһәк, халыҡтың ҡарашын, мөнәсәбәтен тамырынан яңыртыу шарт. Энергияны етештереү, генерациялау, теге йәки был объектҡа тапшырыу, файҙаланыу осоронда ғына һөҙөмтәлелекте тәьмин итеү етмәй, кешенең үҙаңын, асылын үҙгәртергә кәрәк. Һәр ҡулланыусы сығымдарҙы ҡыҫҡартыу сараһын күрергә тейеш. Шуға күрә энергияны һаҡлау, энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу мәсьәләләрен пропагандалау, халыҡ менән әүҙем эш итеү — яңы ойошторолған үҙәктең төп бурысы.
Ошо идеяны үҫтереүгә йүнәлтелгән ике күргәҙмә-демонстрациялау майҙанының асылыуы 2013 йылғы төп саралар иҫәбенә инә. Тәүге майҙансыҡ – Башҡорт дәүләт аграр университетында, икенсеһе Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында урынлашҡан. Биналар икешәр зонаға бүленгән. Уларҙың береһе — байтаҡ ҡорамал менән йыһазландырылған лабораторияны, икенсеһе семинарҙар, дәрестәр үткәрелә торған лекция залын тәшкил итә. Демо-бүлмәләргә теләге булған һәр кем килә ала. Бынан тыш, проектҡа интерактив программа йәлеп ителгән. Уны Новосибирск ғалимдары эшләгән. Был программа ярҙамында, мәҫәлән, завод цехына виртуаль сәйәхәт ҡылырға, энергияны һаҡлау алымдарын өйрәнергә мөмкин. Әйткәндәй, проект, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы килешеүгә ярашлы, республика ҡаҙнаһына бүленгән субсидия иҫәбенә тормошҡа ашырылды.
Реклама.