Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Фермаларҙы тергеҙеп,яңырыуға юл алалар
Фермаларҙы тергеҙеп,яңырыуға юл алалар"Искра" ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Мостафинды бер минутын биш итерҙәй сағында тап иттек. Мәшәҡәттәренең баштан ашҡан мәле.
— Көнбағышты ҡоро килеш һуғып алырға ямғыр ҡамасаулай. Көндәрҙең аяҙытҡанын да көтөп торғо килмәй. Еүешлеге арҡаһында элеваторҙа ҡабул итмәйҙәр, шуға әле үҙ көсөбөҙ менән киптереп булашабыҙ. Эшебеҙҙән бүлдерҙек тип ҡыйынһынмағыҙ, ер кешеһенең тынысланып торған сағы юҡ инде ул, — тип башланы һүҙен рәйес.
Һөйләшеүҙе тәбиғәттең көйһөҙлөгөнән, игенсене туҡтауһыҙ һынауынан башлаһа ла, хужалыҡтың эшмәкәрлегенә һис тә һүҙ тейҙерерлек түгел. Быйыл, мәҫәлән, ҡуҙаҡлы культураларҙан былтырғы менән сағыштырғанда күберәк уңыш алынған.
Һуңғы йылдарҙа игенсегә йышыраҡ билен биштән быуырға тура килә, ҡоролоҡ яфалай. Ә бына "Искра" ауыл хужалығы кооперативына ямғырлы йылдарҙа ла еңелдән түгел. Биләмәһенең Ырымбур далаларынан иҫкән ҡыуан ел тәьҫирендә булыуы ла кире йоғонто яһай. Ҡара ер ҡатламы ла был төбәктә 20-25 сантиметр ғына, иң күп тигәндә лә 30 сантиметрға етә, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, районда иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып ҡалыуын дауам итә был кооператив. Йылдан-йыл финанс-иҡтисади хәле яҡшыра. Бер генә миҫал: 2011 йылда илдәге хужалыҡтар араһында иген культуралары үҫтереү буйынса рейтингта 11 меңдән ашыу предприятие араһында 57-се урынды биләгән. Был күрһәткес тә алда әйтелгәндәрҙе раҫлай.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош республикаға өлгө кооператив хеҙмәткәрҙәре. Яңылыҡҡа ынтылыштары көслө уларҙың. Быйыл, мәҫәлән, "500 ферма" программаһында ҡатнашып, яңы технология ҡулланылған, заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған өс мал ҡураһын файҙаланыуға тапшырғандар. Көйөргәҙе ауылындағыһы 200 баш һауын һыйырға иҫәпләнһә, Абдулдағы икәүһе — йәш малдар өсөн. Хужалыҡ ошо маҡсатҡа 27 миллион һум аҡсаһын тотонған.
Фермаларҙы яңыртыуға республика программаһы ҡабул ителмәҫ элек үк башлағандар. Мәҫәлән, Ҡотлоюл ауылындағыһы 2010 йылда уҡ тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған.
— Мал ҡураларын яңыртыу, технологияларҙы үҙгәртеү — заман талабы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән биналар емерелеп бөтөп бара. "500 ферма" программаһын хуплап ҡаршы алдыҡ. Малсылыҡ тармағын һаҡлап ҡалыу өсөн бик кәрәкле сара ул. Ҡул көсөн кәметмәй, өр-яңы технологиялар ҡулланмай, яҡшы эш шарттары булдырмай тороп, малсылыҡты үҫтереү мөмкин түгел. Хәҙер ауыл кешеһе лә уңайлы, заманса йыһазландырылған ерҙә эшләргә теләй. Бөгөн иһә юғары сифатлы тауар етештергәндә генә баҙарҙа үҙ урыныңды таба алаһың һәм тармаҡты табышлы итергә мөмкин, — ти Рәмил Ғиниәт улы.
"500 ферма" программаһы буйынса үҙгәртеп ҡоролған фермала хеҙмәткәрҙәр өсөн ашхана ла, йыуыныу бүлмәһе лә бар. Барлыҡ төр эштәр заманса ҡорамалдар ярҙамында атҡарыла.
"Искра" ауыл хужалығы кооперативына 11 ауыл берләшкән. Заманында яҡын-тирә хужалыҡтарҙы тарҡалыуҙан, бөлгөнлөккә төшөүҙән һаҡлап ҡалыу өсөн берәм-берәм үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә әле ошо төбәктә йәшәгән 600-гә яҡын кешенең даими эш урыны бар, социаль яҡтан яҡланған, улар, ниндәй генә мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяна.
Көйөргәҙе районының бәҫен арттырған хужалыҡҡа кем етәкселек итеүе ҡыҙыҡһындырыр, моғайын. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республиканың Почет грамотаһын алған абруйлы рәйес ул Рәмил Ғиниәт улы. Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, тыуған ауылы Яҡшембәткә ҡайтып төпләнгән. Юғары белемле йәш белгес хеҙмәт юлын баш инженер вазифаһында башлаған. Ете йылдан һуң хужалыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләгәндәр. Шул ваҡыттан алып, йәғни 24 йыл инде, тыуған еренең ҡөҙрәтен арттырып, ошо төйәк халҡының яҙмышы өсөн үҙендә оло яуаплылыҡ тойоп эшләй һәм йәшәй Рәмил Мостафин.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә