Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ярҙамсы хужалыҡ та ярҙамға мохтаж
Ярҙамсы хужалыҡ та ярҙамға мохтажШәхси ярҙамсы хужалыҡтар республика халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә мөһим урын тота. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2012 йылда төбәктә етештерелгән дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 63,4 процентын ошо тармаҡ бирә. Малсылыҡ һәм баҫыу эштәренең айырым төрө буйынса был күрһәткес түбәндәгесә: һөт — 63, ит — 64, йөн — 91, бал — 80, картуф — 93, асыҡ ерҙә үҫтерелгән йәшелсә — 91 процент.

Белеүебеҙсә, быларҙың барыһы ла — башлыса ҡул көсө менән тир түгеп башҡарылған ауыр эш һөҙөмтәһе. Ауыл кешеләре шулай уҡ тәбиғәт бүләктәрен (бәшмәк, муйыл, балан, дарыу үләндәре һәм башҡа еләк-емеш) йыйып, ҡала баҙарҙарына сығара. Һәр крәҫтиән тиерлек аҙыҡ-түлекте күберәк етештереп, уны һатып, балаларын кейендерә, уҡыта, ғөмүмән, ғаиләһенең көнкүреш шарттарын яҡшыртырға тырыша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхси хужалыҡта етештерелгән тауар дәүләт тарафынан көйләү буйынса һатып алынмағас, етештереүсенең ҡулланыусыға үҙе теләгәнсә сығыу мөмкинлеге юҡ, әйбере тейешле хаҡҡа һатылмай, файҙаһыҙға әйләнә.
Һөҙөмтәлә крәҫтиән, зыян күреп булһа ла, тауарын алыпһатарға бирергә мәжбүр. Мәҫәлән, йәйге осорҙа алыпһатарҙар яҡшы сифатлы һыйыр итенең килограмын 200 һум менән алып, ҡала баҙарында 280-300 һумға ҡуйҙы. Бәрәңге менән дә шундай уҡ хәл. Уныһы ярай әле, ә бына һарыҡ йөнөн, мал тиреһен һатыу — ауыл кешеһе өсөн ҙур мәсьәлә.
Шуға күрә, аҫралған малдан тейешенсә файҙа алынмағас, крәҫтиән тереклек һанын әҙәйтергә мәжбүр. Һуңғы йылдарҙа республика ауылдарында бөтә төр малдың кәмеүе күҙәтелә.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе, билдәле иҡтисадсыларҙың алдан күҙаллауынса, аграр өлкәгә (шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарға ла) ҡыйынлыҡтарҙы өҫтәне генә. Ни өсөн тигәндә, аҡсаһы артып бармағанлыҡтан, күпселегебеҙ Рәсәй баҙарына сит илдәрҙән күпләп индерелгән осһоҙ, шул уҡ ваҡытта насар сифатлы аҙыҡ-түлекте үҙ крәҫтиәне етештергәндән өҫтөн күрә.
Минең фекеремсә, Башҡортостанда шәхси крәҫтиән хужалыҡтарына ярҙам итеү мөмкинлектәре тулыһынса файҙаланылмай. Миҫал килтерәйек. Бынан бер нисә йыл элек Өфө районының Зинин ҡасабаһы янында ауыл халҡы үҙе етештергән аҙыҡ-түлекте һәм башҡа көнкүреш тауарҙарын килтереп һатһын өсөн ҙур ғына бина төҙөлдө. Тик ул эшләй башлаған тәүге көндәрҙән үк алыпһатарҙарға ҡуртымға бирелде. Ҡулланыусылар, һатыуға ҡуйылған иткә һәм башҡа тауарға саманан тыш юғары хаҡ ҡуйылғанын күреп, был баҙарға йөрөмәй башланы. Һөҙөмтәлә Зинин баҙары хәҙер буш тора.
Шул уҡ ваҡытта ыңғай миҫал да бар: Өфө — Талбазы юлында урынлашҡан “Аҡ ҡайын” баҙары күп йылдар инде уңышлы эшләп килә. Хикмәт шунда: бында, ысын баҙарҙағыса, яҡын-тирә ауылдарҙан килтерелгән ит-һөт ризыҡтары етештереүсе менән ҡулланыусы килешеп билдәләгән хаҡҡа һатыла.
Ауыл тормошонда күп йылдар хәл ителмәгән тағы ла бер проблемаға туҡталғы килә. Билдәле булыуынса, мал аҫраған крәҫтиән хужалыҡтары өсөн иң ауыры һәм күп сығымлыһы — бесән әҙерләү. Ауыл кешеһенең йәйге көндәре башлыса ошо эште башҡарып үтә.
Бер һыйыр, бер быҙау, ике һарыҡ йә кәзәне ҡышлатыу өсөн яҡынса ике трактор арбаһы бесән кәрәк. Үләнде күпселек ҡул салғыһы менән саба, ҡул тырмаһы ярҙамында йыя.
Хәҙер ауыл ерендә һәр йортта тигәндәй бер йәки ике йылҡы малы аҫрала. Тик беҙҙең сәнәғәт предприятиелары ат көсөн ҡулланып эшләр өсөн сапҡыстар, бесән йыйғыстар сығармай. Бындай техника ауылдарҙа күренгеләй, тик сит илдекеләр генә.
Аптырағас, ауыл “кулибиндары” үҙ ҡулы менән бесән йыйыу тырмалары эшләп, һатыуға сығара. Билдәле, бындай ҡорамалдар бер ниндәй техник стандартҡа ла тура килмәй.
Әйткәндәй, шәхси хужалыҡтар өсөн кәрәкле техниканы “Стәрлетамаҡагротехсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештерә алыр ине.
Совет осоронда һәр районда уңышлы эшләгән ҡулланыусылар кооперативтары булды. Уларҙың әҙерләү контораһы халыҡтың үҙенән артҡан итте, йөн, мал тиреһен йыйып, етештереүсегә ҙур файҙа килтерҙе. Шулай булғас, заман талаптарына яраҡлаштырып, ҡулланыусылар кооперативтарын яңынан тергеҙергә кәрәктер, бәлки?
Колхоз-совхоздар тарҡалғас, хәҙерге Ауыл хужалығы министрлығына шәхси хужалыҡтарға иғтибарҙы көсәйтеү мөһим. Ни генә тимә, бөгөн крәҫтиән ихатаһының аҙыҡ-түлек етештереүҙә әһәмиәте ҙур, күпмелер кимәлдә эшһеҙлектән дә арындыра. Ҡыҫҡаһы, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар — ауылды тотоп, һаҡлап килгән төп көс. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҙенә күрә бер төрө лә ул.


Автор: Рәфит ЗӘЙНИШЕВ, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте

Өфө төҙөлөп ятҡан бейек йорттар һаны буйынса миллионлы ҡалаларҙы уҙып китте 30.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында бейек йорттар Мәскәүгә йәки башҡа мегаполистарға ҡарағанда күберәк ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә 28.01.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан ҡалаһында трамвайҙарҙа һәм автобустарҙа юл хаҡы үҙгәрә...

Тотош уҡырға 1

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана

Быйыл йәй Өфөнән Аҡтауға осош башлана 26.01.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта Өфө аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе....

Тотош уҡырға 1

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә 12.11.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 10

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара» 12.11.2025 // Иҡтисад

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»...

Тотош уҡырға 10

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа ......

Тотош уҡырға 21

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 17

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 50


Комментарий өҫтәргә