Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Декларация тапшырыу ниңә кәрәк?
Күп осраҡта айырым кешеләр бюджетҡа һалым түләү менән шәхсән шөғөлләнмәй. Улар өсөн был ғәмәлде һалым агенттары, йәғни килем сығанағы булған эш биреүселәр башҡара. Шулай ҙа ҡайһы берҙә декларацияны үҙаллы тапшырыу зарур. Был талап шәхси эшҡыуарҙарға, нотариус, адвокаттарға, шәхси практика менән шөғөлләнеүселәргә, мөлкәтен һатыуҙан, алмашыу килешеүенә ярашлы, Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан, лотерея, казино, уйын автоматтарындағы отоштан, реклама акцияларында, конкурстарҙа ҡатнашыуҙан, гражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар нигеҙендә килем алыусыларға ҡағыла. Һалым агенты һалымды тотоп ҡалмаған осраҡта ла декларацияны үҙеңә тултырырға ҡала.
Һалым декларацияһы – билдәләнгән форма буйынса эшләнгән һәм раҫланған документ. Уның ярҙамында Рәсәй граждандары алған килеме өсөн отчет бирә, түләнергә йәки кире ҡайтарылырға тейешле һалымды иҫәпләй, һалым ҡайтармаһына хоҡуғын белдерә.
Декларация кешенең йәшәгән урыны буйынса һалым хеҙмәте инспекцияһына килем алған йылдан һуңғы йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш. Уға ярашлы иҫәпләп сығарылған һалымды 15 июлдән дә ҡалмайынса түләү шарт. Документты тултырыуҙың иң уңайлы һәм ябай ысулы – “Декларация-2012” тип аталған махсус программаны ҡулланыу. Уны Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан идаралығының Интернет селтәрендәге www.r02.nalog.ru сайтынан табырға мөмкин. Программа индерелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә декларацияның кәрәкле биттәрен генә баҫыуға тәҡдим итә. Ниндәй ҙә булһа һорауҙар тыуа икән, (495) 913-00-08 телефонына шылтыратырға, decl-06@gnivc.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тултырылған декларацияны һалым органына шәхсән килтерергә, заказлы хат менән, шулай уҡ нотариаль раҫланған документ нигеҙендә ышаныҡлы кеше аша ебәрергә мөмкин. Бәлиғ булмаған балалар өсөн декларацияны законлы вәкилдәре тапшыра. Әгәр ҙә документты үҙ ҡулығыҙ менән эшләргә һәм тултырырға теләһәгеҙ, Интернет селтәрендә “Инспекцияла ҡабул ителеүгә онлайн-яҙылыу” хеҙмәтен файҙалана алаһығыҙ. Билдәләнгән формаға тап килә икән, һалым органы уны мотлаҡ ҡабул итергә тейеш.
Онотмағыҙ! Декларацияны ваҡытында тапшырмау — һалым ҡануниәтен боҙоу ул. Бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу — түләнмәгән һалымдың 5 — 30 процентын өҫтәп алыу — ҡарала. Һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы кешеләргә декларацияны мотлаҡ тултырырға кәрәк. Дөйөм ҡағиҙә буйынса, бындай ҡайтарма календарь йыл тамамланғас бирелә. Әйтергә кәрәк: һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында декларация тултырыусылар өсөн уны тапшырыу срогы 30 апрель менән сикләнмәй. Документта инспекцияның номерын, йәшәгән урындағы ОКАТО кодын мотлаҡ күрһәтеү шарт.


Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә