Декларация тапшырыу ниңә кәрәк?25.10.2013
Күп осраҡта айырым кешеләр бюджетҡа һалым түләү менән шәхсән шөғөлләнмәй. Улар өсөн был ғәмәлде һалым агенттары, йәғни килем сығанағы булған эш биреүселәр башҡара. Шулай ҙа ҡайһы берҙә декларацияны үҙаллы тапшырыу зарур. Был талап шәхси эшҡыуарҙарға, нотариус, адвокаттарға, шәхси практика менән шөғөлләнеүселәргә, мөлкәтен һатыуҙан, алмашыу килешеүенә ярашлы, Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтарҙан, лотерея, казино, уйын автоматтарындағы отоштан, реклама акцияларында, конкурстарҙа ҡатнашыуҙан, гражданлыҡ-хоҡуҡи договорҙар нигеҙендә килем алыусыларға ҡағыла. Һалым агенты һалымды тотоп ҡалмаған осраҡта ла декларацияны үҙеңә тултырырға ҡала.
Һалым декларацияһы – билдәләнгән форма буйынса эшләнгән һәм раҫланған документ. Уның ярҙамында Рәсәй граждандары алған килеме өсөн отчет бирә, түләнергә йәки кире ҡайтарылырға тейешле һалымды иҫәпләй, һалым ҡайтармаһына хоҡуғын белдерә.
Декларация кешенең йәшәгән урыны буйынса һалым хеҙмәте инспекцияһына килем алған йылдан һуңғы йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш. Уға ярашлы иҫәпләп сығарылған һалымды 15 июлдән дә ҡалмайынса түләү шарт. Документты тултырыуҙың иң уңайлы һәм ябай ысулы – “Декларация-2012” тип аталған махсус программаны ҡулланыу. Уны Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан идаралығының Интернет селтәрендәге www.r02.nalog.ru сайтынан табырға мөмкин. Программа индерелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә декларацияның кәрәкле биттәрен генә баҫыуға тәҡдим итә. Ниндәй ҙә булһа һорауҙар тыуа икән, (495) 913-00-08 телефонына шылтыратырға, [email protected] электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тултырылған декларацияны һалым органына шәхсән килтерергә, заказлы хат менән, шулай уҡ нотариаль раҫланған документ нигеҙендә ышаныҡлы кеше аша ебәрергә мөмкин. Бәлиғ булмаған балалар өсөн декларацияны законлы вәкилдәре тапшыра. Әгәр ҙә документты үҙ ҡулығыҙ менән эшләргә һәм тултырырға теләһәгеҙ, Интернет селтәрендә “Инспекцияла ҡабул ителеүгә онлайн-яҙылыу” хеҙмәтен файҙалана алаһығыҙ. Билдәләнгән формаға тап килә икән, һалым органы уны мотлаҡ ҡабул итергә тейеш.
Онотмағыҙ! Декларацияны ваҡытында тапшырмау — һалым ҡануниәтен боҙоу ул. Бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу — түләнмәгән һалымдың 5 — 30 процентын өҫтәп алыу — ҡарала. Һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы кешеләргә декларацияны мотлаҡ тултырырға кәрәк. Дөйөм ҡағиҙә буйынса, бындай ҡайтарма календарь йыл тамамланғас бирелә. Әйтергә кәрәк: һалым ҡайтармаһы алыу маҡсатында декларация тултырыусылар өсөн уны тапшырыу срогы 30 апрель менән сикләнмәй. Документта инспекцияның номерын, йәшәгән урындағы ОКАТО кодын мотлаҡ күрһәтеү шарт.


Вернуться назад