Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙ бысратҡанды үҙебеҙ таҙартабыҙ
Үҙебеҙ бысратҡанды үҙебеҙ таҙартабыҙУрамда тын алыуы иркенәйеп ҡалғандай булды. Быны, моғайын, ял көндәрендә күптәр һиҙгәндер. Ҡапыл ғына эҫеткән ҡояш ҡар аҫтынан “алып сыҡҡан” бихисап сүп-сарҙы бөтә республика халҡы таҙартты тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Был шәмбе дөйөм республика өмәләре башланды.

Совет осоронан ҡалған матур йола бөгөн дә ғәмәлдә — йыл һайын берләшеп урам буйын йыйыштырырға сығабыҙ. Өфөлә генә урам буйын таҙартырға 135 меңдән ашыу кеше йыйылды! Ғәҙәттәгесә, экология акцияһында торлаҡ-файҙаланыу участкаһы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, урта, дөйөм һәм юғары белем биреү йорттары уҡыусылары, ябай халыҡ әүҙем ҡатнашты, 1133 берәмек техника эшкә ҡушылды.
Шәмбе өмәһендә республиканың башҡа ҡалалары ла ифрат әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Сибайҙа экологик өмә яҙ башынан икенсе мәртәбә ойошторолған. Унда 4200 самаһы кеше, 13 берәмек техника ҡатнашҡан, 150 тонна ҡый сығарылған.
Ауыл райондарында иһә, ғәҙәттә, халыҡ рәсми өмә иғлан иткәнде көтөп ятмай, эште алдан уҡ башлай һәм үҙҙәре йәшәгән тирәне таҙартып та ҡуя. Шуға күрә Ейәнсура районында өмә ҡар иреү менән башланған. Ә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәүселәр күмәкләп Ҡыҙыл йылғаһы ярын һәм шифалы Үҙебеҙ бысратҡанды үҙебеҙ таҙартабыҙӘминҡыуаҡ шишмәһен сүп-сарҙан таҙартҡан.
Стәрлетамаҡтар “Еңеү байрамын таҙа урамдарҙа ҡаршыларға тейешбеҙ!” тигән девиз менән сыҡҡан өмәгә. Иреп бөтмәгән ҡарҙы таҙартҡандар, ҡала эсендәге сквер һәм парктарҙы йәмләндергәндәр, газон һәм аллеяларҙы матурлағандар. Эш төҙөлөш барған урындарҙа ла ҡайнай: юлда аунап ятҡан төҙөлөш материалдары йыйып алына, юлдар һеперелә. Шуныһы үкенесле: ғәҙәттә, сүп-сар йыйыла ла урам буйында тоҡтары аунап ятып ҡала. Бындай хәл килеп тыумаһын өсөн ҡалала махсус техника бүленгән һәм уның эш режимы билдәләнгән. 20 апрелдә башланған өмәләр Еңеү байрамына тиклем дауам итәсәк.

Рим ШӘРИПОВ, бюджет ойошмаһы хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһы:
— Эшләгән урындан йыл һайын өмәлә ҡатнашырға ҡушалар. Шәмбе иртәнге йоҡоноң ҡалыуы йәл булһа ла, дөйөм эштә минең дә өлөшөм барлығына шатмын. Тирә-яҡ ҡайһылай йәмләнеп ҡалды бит!

Ләйсән ӘБСӘЛӘМОВА, ирекмән, Сибай ҡалаһы:
— Өмәлә ҡатнашмай ҡалған юҡ. Беҙ, ирекмәндәр, тирә-яҡты йыл әйләнәһенә таҙартабыҙ. Сүп-сарҙың иң ҙур өлөшө кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында булдырыла. Шешә, ҡаптар, төҙөлөш материалдары, полиэтилен — нимә генә юҡ! Үҙебеҙ бысратабыҙ, аҙаҡ шуны таҙартабыҙ ҙа әллә ни эшләгән кеүек маһайып йөрөйбөҙ. Беҙгә мәҙәни кимәл буйынса Европа илдәренә тиклем йырағыраҡ шул...

Рәмилә ИҘРИСОВА, пенсионер, Өфө ҡалаһы:
— Бер кем мәжбүр итмәһә лә, өмәгә сығыуҙы бурысым тип һанайым. Йорт тирәһен йыл да матурлайбыҙ, күршеләр менән сәскә ултыртабыҙ. Үҙебеҙгә йәшәргә бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529