Урамда тын алыуы иркенәйеп ҡалғандай булды. Быны, моғайын, ял көндәрендә күптәр һиҙгәндер. Ҡапыл ғына эҫеткән ҡояш ҡар аҫтынан “алып сыҡҡан” бихисап сүп-сарҙы бөтә республика халҡы таҙартты тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Был шәмбе дөйөм республика өмәләре башланды.
Совет осоронан ҡалған матур йола бөгөн дә ғәмәлдә — йыл һайын берләшеп урам буйын йыйыштырырға сығабыҙ. Өфөлә генә урам буйын таҙартырға 135 меңдән ашыу кеше йыйылды! Ғәҙәттәгесә, экология акцияһында торлаҡ-файҙаланыу участкаһы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, урта, дөйөм һәм юғары белем биреү йорттары уҡыусылары, ябай халыҡ әүҙем ҡатнашты, 1133 берәмек техника эшкә ҡушылды.
Шәмбе өмәһендә республиканың башҡа ҡалалары ла ифрат әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Сибайҙа экологик өмә яҙ башынан икенсе мәртәбә ойошторолған. Унда 4200 самаһы кеше, 13 берәмек техника ҡатнашҡан, 150 тонна ҡый сығарылған.
Ауыл райондарында иһә, ғәҙәттә, халыҡ рәсми өмә иғлан иткәнде көтөп ятмай, эште алдан уҡ башлай һәм үҙҙәре йәшәгән тирәне таҙартып та ҡуя. Шуға күрә Ейәнсура районында өмә ҡар иреү менән башланған. Ә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәүселәр күмәкләп Ҡыҙыл йылғаһы ярын һәм шифалы
Әминҡыуаҡ шишмәһен сүп-сарҙан таҙартҡан.
Стәрлетамаҡтар “Еңеү байрамын таҙа урамдарҙа ҡаршыларға тейешбеҙ!” тигән девиз менән сыҡҡан өмәгә. Иреп бөтмәгән ҡарҙы таҙартҡандар, ҡала эсендәге сквер һәм парктарҙы йәмләндергәндәр, газон һәм аллеяларҙы матурлағандар. Эш төҙөлөш барған урындарҙа ла ҡайнай: юлда аунап ятҡан төҙөлөш материалдары йыйып алына, юлдар һеперелә. Шуныһы үкенесле: ғәҙәттә, сүп-сар йыйыла ла урам буйында тоҡтары аунап ятып ҡала. Бындай хәл килеп тыумаһын өсөн ҡалала махсус техника бүленгән һәм уның эш режимы билдәләнгән. 20 апрелдә башланған өмәләр Еңеү байрамына тиклем дауам итәсәк.
Рим ШӘРИПОВ, бюджет ойошмаһы хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһы: — Эшләгән урындан йыл һайын өмәлә ҡатнашырға ҡушалар. Шәмбе иртәнге йоҡоноң ҡалыуы йәл булһа ла, дөйөм эштә минең дә өлөшөм барлығына шатмын. Тирә-яҡ ҡайһылай йәмләнеп ҡалды бит!
Ләйсән ӘБСӘЛӘМОВА, ирекмән, Сибай ҡалаһы:— Өмәлә ҡатнашмай ҡалған юҡ. Беҙ, ирекмәндәр, тирә-яҡты йыл әйләнәһенә таҙартабыҙ. Сүп-сарҙың иң ҙур өлөшө кешенең яуапһыҙлығы арҡаһында булдырыла. Шешә, ҡаптар, төҙөлөш материалдары, полиэтилен — нимә генә юҡ! Үҙебеҙ бысратабыҙ, аҙаҡ шуны таҙартабыҙ ҙа әллә ни эшләгән кеүек маһайып йөрөйбөҙ. Беҙгә мәҙәни кимәл буйынса Европа илдәренә тиклем йырағыраҡ шул...
Рәмилә ИҘРИСОВА, пенсионер, Өфө ҡалаһы:— Бер кем мәжбүр итмәһә лә, өмәгә сығыуҙы бурысым тип һанайым. Йорт тирәһен йыл да матурлайбыҙ, күршеләр менән сәскә ултыртабыҙ. Үҙебеҙгә йәшәргә бит.