Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәткә йән өрөүселәр
Тәбиғәткә йән өрөүселәрЭш бөтөүгә табан барғанда Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфҡәт Ғарифуллин килеп етте. Кәртәгә һуңғы ҡаҙаҡтарҙы ҡағып йөрөгән егеттәр менән иҫәнләште лә тимер мискәгә беркетелгән торба морононан аҡҡан һыуҙы тәмләне. "Шәп бит! Ну, булдырғанһығыҙ, егеттәр!" — тине.

Унан "Ишембай урманы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Сәлим Хафизовҡа:
— Шишмәне нисек атайбыҙ? — тип мөрәжәғәт итте.
— Беҙгә тиклем уны Ураҙбайҙан Зәки Сөләймәнов тәрбиәләгән. Ағай мәрхүм булғас, ике йыл самаһы йүнләп ҡаралманы. Бәлки, уның исемен ҡушырбыҙ?
— Дөрөҫ булыр. "Зәки шишмәһе" тип атайыҡ. Халыҡ та ҡабул итер, — тип Рәфҡәт Рауил улы "мисәт баҫып" ҡуйҙы. Шулай итеп, элек-электән халыҡ телендә "Енле шишмә" тип йөрөтөлгән инеш тын алды.
— Ҡыш та туңмай ул. Һыуы шифалы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалай. Этҡол, Ураҙбай ауылдары халҡы борондан эсеп кинәнгән. Ошонда ял итергә килгәндәр. Ҡоролоҡ йылдарында ла шишмә кипмәгән, һыуы кәмемәгән, — тип һөйләне изге сығанаҡ тарихын Сәлим Рәшит улы.
…Ташландыҡ шишмәләрҙе тергеҙеү "Ишембай урманы" хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһенә әйләнгән. 2010-2011 йылдарҙа Кинйәбулат эргәһендәге ике шишмәгә йән өргәндәр, кәртәләгәндәр, ултырыр урын эшләгәндәр. Шул уҡ Кинйәбулатта мәсет баҡсаһын ҡойма менән уратып, шыршы, алмағас, сейә Тәбиғәткә йән өрөүселәрултыртҡандар. Ҡолғона, Ҡалыуайыры, Иҫкесәк ауылдарына ингән ерҙә ял урындары булдырғандар.
— Беҙҙең предприятие эш башлау менән шишмәләрҙе тергеҙеүҙе үҙенең төп бурыстары иҫәбенә индерҙе, — тип аңлатты Сәлим Хафизов.
"Ишембай урманы" предприятиеһының төп шөғөлө — ағас ултыртыу. Был эште йыл да 200-ләп гектар майҙанда башҡаралар. Торатау итәгендә, мәҫәлән, Маҡар урман хужалығы менән бергәләп шыршы үҫентеләре ултыртҡандар, Ишембай ҡалаһының Губкин урамында алма, миләш, ҡайын ағастары үҫә. Район хакимиәте бинаһы алдын зәңгәр шыршылар матурлай.
Предприятие үҫентеләрҙе үҙҙәренең ике питомнигында үҫтерә. Маҡарҙа миллион ярым самаһы ҡарағай үҫентеһе бер-ике йыл тәрбиәләнә.
Газ үткәргес һалынған ерҙәрҙе ағастан таҙартыу ҙа уларға йөкмәтелгән. Быйыл, мәҫәлән, Ғафури районында газ торбаһы һуҙыу өсөн урман ҡырҡып, трасса әҙерләгәндәр. Планда ҡаралған эш менән генә сикләнмәй, өҫтәмә заказдар алалар. Әле күптән түгел "Сода" берекмәһе ойошторған тендерҙа еңеп сыҡҡандар.
Ағас ҡырҡыуҙан тыш, предприятие эшселәре таҡта ла яра. Ҡолғонала, Маҡарҙа, Һайранда, Петровскийҙа, Ишембайҙа пилорамалары эшләй. Ишембайҙағы цехты инде һигеҙ йылға яҡын Мөнир Фәттәхов хеҙмәтләндерә. Ғафури районындағы урман биләмәһендә күпләп утын әҙерләп, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, клубтарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итәләр.
"Ишембай урманы"нда даими рәүештә 50 кеше эшләй. Егерме йыл ғүмерен урмансылыҡҡа бағышлаған Хәлил Иҫәнғолов быйыл Рәсәйҙең урман хужалығы отличнигы булып танылған. Иҫәп-хисап эшен алып барыусы Татьяна Магазейщикова — хеҙмәт ветераны. Тракторсы Әлмир Рафиҡов та тырышлыҡ, намыҫлылыҡ өлгөһө күрһәтә. Көҙән, Шихан участкалары мастеры Әхмәт Лотфуллинды ла хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Ул тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
...Эш бөтөүгә Көҙәндән урман аҡһаҡалы Венер Зарипов килеп етте. Мейесте тоҡандырып ебәрҙеләр. Ситтәрәк күмер самауыры шыжлай башланы. Ҡаҙандағы һарыҡ итенән боҫ күтәрелде. Эштән һуң тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә лә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524