Эш бөтөүгә табан барғанда Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәфҡәт Ғарифуллин килеп етте. Кәртәгә һуңғы ҡаҙаҡтарҙы ҡағып йөрөгән егеттәр менән иҫәнләште лә тимер мискәгә беркетелгән торба морононан аҡҡан һыуҙы тәмләне. "Шәп бит! Ну, булдырғанһығыҙ, егеттәр!" — тине.
Унан "Ишембай урманы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Сәлим Хафизовҡа:
— Шишмәне нисек атайбыҙ? — тип мөрәжәғәт итте.
— Беҙгә тиклем уны Ураҙбайҙан Зәки Сөләймәнов тәрбиәләгән. Ағай мәрхүм булғас, ике йыл самаһы йүнләп ҡаралманы. Бәлки, уның исемен ҡушырбыҙ?
— Дөрөҫ булыр. "Зәки шишмәһе" тип атайыҡ. Халыҡ та ҡабул итер, — тип Рәфҡәт Рауил улы "мисәт баҫып" ҡуйҙы. Шулай итеп, элек-электән халыҡ телендә "Енле шишмә" тип йөрөтөлгән инеш тын алды.
— Ҡыш та туңмай ул. Һыуы шифалы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалай. Этҡол, Ураҙбай ауылдары халҡы борондан эсеп кинәнгән. Ошонда ял итергә килгәндәр. Ҡоролоҡ йылдарында ла шишмә кипмәгән, һыуы кәмемәгән, — тип һөйләне изге сығанаҡ тарихын Сәлим Рәшит улы.
…Ташландыҡ шишмәләрҙе тергеҙеү "Ишембай урманы" хеҙмәткәрҙәренең төп бурыстарының береһенә әйләнгән. 2010-2011 йылдарҙа Кинйәбулат эргәһендәге ике шишмәгә йән өргәндәр, кәртәләгәндәр, ултырыр урын эшләгәндәр. Шул уҡ Кинйәбулатта мәсет баҡсаһын ҡойма менән уратып, шыршы, алмағас, сейә
ултыртҡандар. Ҡолғона, Ҡалыуайыры, Иҫкесәк ауылдарына ингән ерҙә ял урындары булдырғандар.
— Беҙҙең предприятие эш башлау менән шишмәләрҙе тергеҙеүҙе үҙенең төп бурыстары иҫәбенә индерҙе, — тип аңлатты Сәлим Хафизов.
"Ишембай урманы" предприятиеһының төп шөғөлө — ағас ултыртыу. Был эште йыл да 200-ләп гектар майҙанда башҡаралар. Торатау итәгендә, мәҫәлән, Маҡар урман хужалығы менән бергәләп шыршы үҫентеләре ултыртҡандар, Ишембай ҡалаһының Губкин урамында алма, миләш, ҡайын ағастары үҫә. Район хакимиәте бинаһы алдын зәңгәр шыршылар матурлай.
Предприятие үҫентеләрҙе үҙҙәренең ике питомнигында үҫтерә. Маҡарҙа миллион ярым самаһы ҡарағай үҫентеһе бер-ике йыл тәрбиәләнә.
Газ үткәргес һалынған ерҙәрҙе ағастан таҙартыу ҙа уларға йөкмәтелгән. Быйыл, мәҫәлән, Ғафури районында газ торбаһы һуҙыу өсөн урман ҡырҡып, трасса әҙерләгәндәр. Планда ҡаралған эш менән генә сикләнмәй, өҫтәмә заказдар алалар. Әле күптән түгел "Сода" берекмәһе ойошторған тендерҙа еңеп сыҡҡандар.
Ағас ҡырҡыуҙан тыш, предприятие эшселәре таҡта ла яра. Ҡолғонала, Маҡарҙа, Һайранда, Петровскийҙа, Ишембайҙа пилорамалары эшләй. Ишембайҙағы цехты инде һигеҙ йылға яҡын Мөнир Фәттәхов хеҙмәтләндерә. Ғафури районындағы урман биләмәһендә күпләп утын әҙерләп, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, клубтарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итәләр.
"Ишембай урманы"нда даими рәүештә 50 кеше эшләй. Егерме йыл ғүмерен урмансылыҡҡа бағышлаған Хәлил Иҫәнғолов быйыл Рәсәйҙең урман хужалығы отличнигы булып танылған. Иҫәп-хисап эшен алып барыусы Татьяна Магазейщикова — хеҙмәт ветераны. Тракторсы Әлмир Рафиҡов та тырышлыҡ, намыҫлылыҡ өлгөһө күрһәтә. Көҙән, Шихан участкалары мастеры Әхмәт Лотфуллинды ла хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Ул тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
...Эш бөтөүгә Көҙәндән урман аҡһаҡалы Венер Зарипов килеп етте. Мейесте тоҡандырып ебәрҙеләр. Ситтәрәк күмер самауыры шыжлай башланы. Ҡаҙандағы һарыҡ итенән боҫ күтәрелде. Эштән һуң тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итергә лә була.