Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Таҙа Танып”тың башында кем тора?
Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында барланылар. Сара бер аҙна дауам итте. Тәүҙә Танып йылғаһы аҡҡан 16 районда халыҡ, дәррәү йыйылып, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты, ләмләнгән ерҙәрҙе ҡаҙып сыҡты. Унан эстафета Пермь крайына бирелде.

Был акция республикала даими үткәрелә һәм уға ҡушылыусылар һаны йылдан-йыл арта. Башҡорт­остандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының Балтас районы буйынса инспекторы Рифат Сафин – сараны ойоштороусы, халыҡты йәлеп итеүсе.

Биш йыл самаһы элек ил күләмендә “Рәсәй һыуы” тип аталған федераль программа эшләй. Ошо сара сиктәрендә Тере Танып йылғаһының ярҙары ла таҙартыла башланы. “Эсәр һыу проблемаһы – донъяуи мәсьәлә. Беҙҙең районда аҡҡан Тере Танып экологик хәлгә ҙур йоғонто яһай. Ул республиканың төп һыу арте­рияһы Ағиҙелгә барып ҡоя. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ эскән йылғаһына хужаларса ҡарамай. Тәбиғәткә ялға сығалар ҙа сүп-сарын шунда ҡалдырып китәләр, машиналарын йыуалар. Шуға ла һәр кем тыуған хәлде үҙгәртеүҙе үҙенән башларға тейеш”, – тип һанай Рифат Хәтип улы.

Рифат Сафин – Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған экологы. Әлеге вазифала оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә һәм ысын мәғәнәһендә тәбиғәт һаҡсыһы. Райондаштары билдәлә­үенсә, күптәр унан шөрләй икән, сөнки ул барыһынан да тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙы талап итә, закон боҙоуҙы ғәфү итмәй.

Рифат Хәтип улы билдәләүенсә, Балтас районында халыҡты хәүеф­ләндерерлек экологик проблемалар юҡ, сөнки ҙур сәнәғәт предприятиелары төҙөлмәгән. Шулай ҙа йылдан-йыл ауылдар эргәһендә барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөм­дәренең күбәйеүе уны хафаға хала. “Артабан да былай йәшәһәк, балаларыбыҙға ниндәй мираҫ ҡалдырырбыҙ һуң?” – тип бошона эколог. Шуға ла йыл һайын яҙын һәм көҙөн экологик өмәләр үткәреүҙе үҙенең бурысы тип һанай ул. “Бөгөн һәр ауыл эргәһендә тиерлек сүплек бар. Уның күләме артҡандан-арта. Әлбиттә, совет осоронда ла сүплектәр барлыҡҡа килә ине, ләкин заман бәләһе – ҡаптар һәм төргәктәр үҙенекен итә. Магазиндан тулы пакет аҙыҡ-түлек алып сығабыҙ, шуның яртыһы сүп биҙрәһенә оса бит. Ә был ҡыйҙы ҡайҙалыр ташларға кәрәк”, – тип борсолоуы менән уртаҡлаша Рифат Хәтип улы.

Райондаштары араһында тирә-яҡ мөхиткә битараф кешеләр осрауына ла хафалана ул. Юҡ-юҡта юл буйҙарына, соҡор-саҡырға, урман буйҙарына сүп ташлап китеү­селәргә ҡаршы әүҙем көрәшә. Баҡһаң, пакет хужаһын табыуы әллә ни ҡыйын да түгел икән. Ошо ҡый араһында барыбер йә квитанция, йә конверт, йә чек осрай һәм төргәктең хужаһын табырға ярҙам итә. Был осраҡта тәбиғәткә зыян килтергән кешене яуаплы­лыҡҡа тарттырырға ла мөмкин.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә