Республикала гөрләп үткән “Таҙа Танып” акцияһы йомғаҡтарын Пермь крайының Чернушки ҡалаһында барланылар. Сара бер аҙна дауам итте. Тәүҙә Танып йылғаһы аҡҡан 16 районда халыҡ, дәррәү йыйылып, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты, ләмләнгән ерҙәрҙе ҡаҙып сыҡты. Унан эстафета Пермь крайына бирелде.
Был акция республикала даими үткәрелә һәм уға ҡушылыусылар һаны йылдан-йыл арта. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының Балтас районы буйынса инспекторы Рифат Сафин – сараны ойоштороусы, халыҡты йәлеп итеүсе.
Биш йыл самаһы элек ил күләмендә “Рәсәй һыуы” тип аталған федераль программа эшләй. Ошо сара сиктәрендә Тере Танып йылғаһының ярҙары ла таҙартыла башланы. “Эсәр һыу проблемаһы – донъяуи мәсьәлә. Беҙҙең районда аҡҡан Тере Танып экологик хәлгә ҙур йоғонто яһай. Ул республиканың төп һыу артерияһы Ағиҙелгә барып ҡоя. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ эскән йылғаһына хужаларса ҡарамай. Тәбиғәткә ялға сығалар ҙа сүп-сарын шунда ҡалдырып китәләр, машиналарын йыуалар. Шуға ла һәр кем тыуған хәлде үҙгәртеүҙе үҙенән башларға тейеш”, – тип һанай Рифат Хәтип улы.
Рифат Сафин – Башҡортостандың атҡаҙанған экологы. Әлеге вазифала оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә һәм ысын мәғәнәһендә тәбиғәт һаҡсыһы. Райондаштары билдәләүенсә, күптәр унан шөрләй икән, сөнки ул барыһынан да тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙы талап итә, закон боҙоуҙы ғәфү итмәй.
Рифат Хәтип улы билдәләүенсә, Балтас районында халыҡты хәүефләндерерлек экологик проблемалар юҡ, сөнки ҙур сәнәғәт предприятиелары төҙөлмәгән. Шулай ҙа йылдан-йыл ауылдар эргәһендә барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәренең күбәйеүе уны хафаға хала. “Артабан да былай йәшәһәк, балаларыбыҙға ниндәй мираҫ ҡалдырырбыҙ һуң?” – тип бошона эколог. Шуға ла йыл һайын яҙын һәм көҙөн экологик өмәләр үткәреүҙе үҙенең бурысы тип һанай ул. “Бөгөн һәр ауыл эргәһендә тиерлек сүплек бар. Уның күләме артҡандан-арта. Әлбиттә, совет осоронда ла сүплектәр барлыҡҡа килә ине, ләкин заман бәләһе – ҡаптар һәм төргәктәр үҙенекен итә. Магазиндан тулы пакет аҙыҡ-түлек алып сығабыҙ, шуның яртыһы сүп биҙрәһенә оса бит. Ә был ҡыйҙы ҡайҙалыр ташларға кәрәк”, – тип борсолоуы менән уртаҡлаша Рифат Хәтип улы.
Райондаштары араһында тирә-яҡ мөхиткә битараф кешеләр осрауына ла хафалана ул. Юҡ-юҡта юл буйҙарына, соҡор-саҡырға, урман буйҙарына сүп ташлап китеүселәргә ҡаршы әүҙем көрәшә. Баҡһаң, пакет хужаһын табыуы әллә ни ҡыйын да түгел икән. Ошо ҡый араһында барыбер йә квитанция, йә конверт, йә чек осрай һәм төргәктең хужаһын табырға ярҙам итә. Был осраҡта тәбиғәткә зыян килтергән кешене яуаплылыҡҡа тарттырырға ла мөмкин.