Башҡортостанда айыу атты ботарлаған 11.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда айыу атты ботарлаған...
Өфө янындағы нефть базаһында сыҡҡан янғында зыян күргән эшсе вафат булған

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Башҡортостан буйынса Ростехнадзор идаралығы менән берлектә Өфө районының «Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 майҙа файҙаланыуҙан сығарылған резервуарҙы таҙартыу эштәре барышында янғын сыҡҡан, ике предприятие эшселәре зыян күргән. Объектта ремонт эштәрен башҡарған «Геоэкокад» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһының өс эшсеһе төрлө йәрәхәттәр менән Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙатылған.
Эш биреүсенең мәғлүмәте буйынса, улар нефть шламын һурҙырған люктың тышҡы яғында булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина әйтеүенсә, 54 һәм 35 йәшлек таҙартыусыларҙың тәне ныҡ бешкән, шулай уҡ 25 йәшлек мастер йәрәхәтләнгән. 15 майҙа «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәтенең Черкассы нефть үткәргес идаралығы (филиалы) эшселәренең өс мәйете табылған. Резервтарҙы файҙаланыу участкаһының технологик ҡулайламаларын ремонтлау слесарын эҙләү эштәре алып барыла.
Бөгөн, 18 майҙа, «Геоэкокад» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 54 йәшлек таҙартыусыһы дауаханала йән биргән, уның тәненең 90% бешкән булған.
Бынан алдараҡ «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте «Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл тураһында рәсми мәғлүмәт биргәйне.
Башҡортостанда айыу атты ботарлаған 11.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда айыу атты ботарлаған...
Һарытауҙа пилотһыҙ осоу аппараттары бер нисә йортҡа зыян килтергән 08.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
10 кеше йәрәхәтләнгән....
Башҡортостанда тауыҡ йомортҡаһындай боҙ-борсаҡ яуған 30.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда тауыҡ йомортҡаһындай боҙ-борсаҡ яуған...
Өфөлә сит ил кешеһе элекке ҡатынын үлтереү өсөн ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән 30.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Өфөлә сит ил кешеһе элекке ҡатынын үлтереү өсөн ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән...
Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһендә рулдәге ҡатын-ҡыҙ һәләк булған 29.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһендә рулдәге ҡатын-ҡыҙ һәләк булған...
Башҡортостанда әсә балаларына 1 миллион һумдан ашыу алимент түләмәй ҡасҡан 29.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда әсә балаларына 1 миллион һумдан ашыу алимент түләмәй ҡасҡан...
Өфө районында еңел автомобиль комбайнға барып бәрелгән 28.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Өфө районында еңел автомобиль комбайнға барып бәрелгән...
Ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән 27.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Ял көндәрендә республика йылға-күлдәрендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән...
Башҡортостанда бала икенсе ҡаттан ҡолап төшкән 24.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Был хәл бөгөн Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында теркәлгән....
Әлшәй районында һыу буйында юғалған малайҙы эҙләйҙәр 24.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Әлшәй районында һыу буйында юғалған малайҙы эҙләйҙәр...
Башҡортостанда сәнәғәт объектына БПЛА-ның террористик һөжүме кире ҡағылды 23.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда сәнәғәт объектына БПЛА-ның террористик һөжүме кире ҡағылды...
Республикала ҡотҡарыусылар 4 көн элек батып үлгән ирҙе тапҡан 23.07.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Республикала ҡотҡарыусылар 4 көн элек батып үлгән ирҙе тапҡан...